Вера Ацева
Вера Ацева | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Төньяҡ Македония |
Тыуған көнө | 24 ноябрь 1919[1] |
Тыуған урыны | Oreovec[d], Прилеп[d] |
Вафат булған көнө | 10 ноябрь 2006[1] (86 йәш) |
Вафат булған урыны | Скопье, Төньяҡ Македония |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, комиссар |
Биләгән вазифаһы | Mayor of the City of Skopje[d], депутат[d] һәм министр сельского хозяйства[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Союз коммунистов Югославии[d] |
Һуғыш/алыш | Икенсе бөтә донъя һуғышы |
Ойошма ағзаһы | Q3315764?, Антифашистское вече народного освобождения Югославии[d], Антифашистское собрание по народному освобождению Македонии[d], Македония Республикаһы Йыйылышы, Совет Федерации СФРЮ[d], Социалистический союз трудового народа Югославии[d], Союзная скупщина[d] һәм Q3313798? |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вера Ацева Викимилектә |
Вера Aцeва (24 ноябрь 1919 йыл — 10 октябрь 2006 йыл) — дәүләт эшмәкәре, милли герой. Югославияла Икенсе донъя һуғышында ҡатнашыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вера Ацева 1919 йылдың 24 ноябрендә Прилеп ҡалаһында тыуған. Фәҡирлек арҡаһында гимназияны тамамлай алмай һәм тәмәке сәнәғәтендә эшләй башлай[2].
16 йәшендә илдең эшселәр хәрәкәтендә ҡатнаша. 1940 йыл башында Югославияның коммунистар союзы ағзаһы булып китә. 1940 йылдың сентябрендә партияның провинциаль конференцияла Югославияның коммунистар союзының Македония региональ комитеты ағзаһы итеп һайлана. 1940 йылдың сентябренән 1941 йылдың ноябренә тиклем Прилеп ҡалаһында төбәк комитеттың сәркәтибе була.
Икенсе донъя һуғышы йылдыраныда Прилеп партизан отрядын ойоштора. 1942 йылдың башынан Скопьела Югославия коммунистар лигаһында эшләй, ә артабан Струмице, Битоле һәм Стипе ҡалаларында инструктор була. 1943 йылдың авгусында отряд комиссары булып китә, 1943 йылдың 11 ноябрендә Косовола тәүге македон отряды ойошторолғас — уның сәйәси хеҙмәткәре итеп тәғәйенләнә. 1944 йылдың ғинуарында Македония коммунистары союзының Өсөнсө һәм Дүртенсе район комитеттарының сәйәси сәркәтибе итеп һайлана. 1944 йылдың авгусында Македонияны халыҡ тарафынан азат итеү антифашистик йыйылышы сессияһында ҡатнаша, уның президиумына ағза итеп һайлана[3].
Югославия азат ителгәс, етәкселек вазифаларын биләй. 1948 йылда Скопьеның мэры була. 1948 йылдың июлендә Югославия коммунистар партияһының V съезында Югославия коммунистары союзының Үҙәк комитетына ағза итеп һайлана. 1949 йылдың мартында Македония Халыҡ Республикаһының ауыл хужалығы министры итеп һайлана[4]. Шулай уҡ федераль башҡарма комиеты ағзаһы, Македония Халыҡ Республикаһы парламентының депутаты була.
1960 йылда Македония Үҙәк комитетының сәркәтибе Лазар Колишевский менән низағҡа инә, уны Македония коммунистар союзының башҡарма комитеты фекерен инҡар итеп, Виде Смилевский — Бато менән бергә үҙ аллы ҡарарҙар ҡабул итеүҙә ғәйепләй. 1960 йылдың 18 октябрендә Белградтан килгән Ранкович партия йыйылышын уҙғара һәм Колишевскийҙы яҡлап сыға. Вера Aцeва партия эшенә Белградҡа күсергә мәжбүр була[5].
1991 йылда «Светозар Викмановиктың хаты» китабын нәшер итә.
2006 йылдың 10 ноябрендә Македонияның баш ҡалаһы Скопьела вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Халыҡ геройы ордены
- «Халыҡ алдында хеҙмәттәре өсөн» ордены
- Туғанлыҡ һәм берҙәмлек ордены
- «Батырлыҡ өсөн» ордены
- Партизан даны ордены (1941)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Vera Aceva // https://pantheon.world/profile/person/Vera_Aceva
- ↑ Darko Stuparić «Revolucionari i bez funkcija», «Otokar Keršovani», Rijeka, 1975, 405 str.
- ↑ Службен весник на федералната единица Македонија во Демократска и Федеративна Југославија, 1/1945, 47-48 стр.
- ↑ Службен весник на Народна Република Македонија, 8/48, 1 стр.
- ↑ Крсте Црвенковски, Мирче Томовски «Заробена вистина», «Култура», Скопје, 2003, 149—151 стр.