Эстәлеккә күсергә

Верещетин Владлен Степанович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Верещетин Владлен Степанович
Тыуған көнө

8 ғинуар 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1]

Вафат көнө

7 август 2024({{padleft:2024|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (92 йәш)

Верещетин Владлен Степанович (8 ғинуар 1932 йыл) — юрист, халыҡ-ара хоҡуҡ һәм йыһанды үҙләштереү хоҡуғы проблемалары буйынса белгес, МГИМО тамамлаған (1954), юридик фәндәр докторы, диссертацияһы йыһан хоҡуҡтары тураһында яҡланған (1976); Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетының (РУДН) халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы профессоры (1982); Акрон университеты ҡарамағыдағы Хоҡуҡ мәктәбенең халыҡ-ара хоҡуҡ буйынса профессоры (1991); Гаагалағы Третейский суд палатаһының даими ағзаһы (1984-1995), космос хоҡуҡтары буйынса арбитр (2012).

Владлен Верещетин Брянскиҙа 1932 йылдың 8 ғинуарында тыуа; 1954 йылда СССР Сит ил эштәре министрлығы ҡарамағындағы Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының (МГИМО) халыҡ-ара хоҡуҡ факультетын тамамлаған. Дүрт йылдан шул уҡ юғары уҡыу йорттоноң аспирантураһын «халыҡ-ара хоҡуҡтары» һөрәре буйынса тамамлай һәм 1959 йылда «Международно-правовой режим открытого моря (свобода судоходства, свобода рыболовства)» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай — юридик фәндәр кандидаты була.

1958 йылда СССР Фәндәр академияһы президиумы аппаратында хеҙмәткәр булып эшләй башлай — 1967 йылдарға тиклем аппаратта ҡала. 1967-1981 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы ҡарамағындағы Интеркосмос рәйесенең беренсе урынбаҫары булып эшләй; бер үк ваҡытта хоҡуҡи һорауҙар буйынса рәйестең кәңәшсеһе була. Һуңыраҡ, 1981-1995 йылдар араһында СССР Фәндәр академияһының Дәүләт һәм хоҡуҡ институты директор урынбаҫары вазифаһын биләй.

1976 йылда Верещетин «Международно-правовые проблемы сотрудничества государств в освоении космоса» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай — юридик фәндәр докторы булып китте. 1982 йылда улпрофессор була; 1979-1982 йылдарҙа Мәскәү Патрис Лумумба исемендәге халыҡтар дуҫлығы университетында (РУДН) — халыҡ-ара тыныс космик хоҡуҡ саралары менән халыҡ-ара бәхәстәрҙе хәл итеү буйынса студенттарҙы махсус курстарҙа уҡыта. РУДН-да шул уҡ ваҡытта аспиранттарҙың эше менән етәкселек итә. РУДН дәүләт экзаменацион комиссияһы рәйесе булып тора.

СССР тарҡалғас, 1991 йылда, Верещетин Акрондағы америка Халыҡ-ара мәктәп хоҡуҡ университетында прфессор позицияһын биләй; бынан тыш, халыҡ-ара хоҡуҡ теорияһы һәм уның төрлө тармаҡтары буйынса лекциялар уҡый, Салоникиҙағы грек Халыҡ-ара хоҡуҡ һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтында лекциялар уҡый. Шулай уҡ итальян Европа университетында (Флоренция), американың Акрон һәм Миссисипи университеттарында һәм Британияның Данди университетында (Шотландия) уҡыта.

1984 йылдан 1995 йылға тиклем Гаагалағы Третейский суд палатаһының даими ағзаһы була. Бер үк ваҡытта, 1979-1990 йылдарҙа, БМСОның йыһан киңлеген файҙаланыу комитеты сессияларында совет делегацияһы составына инә — юридик ярҙамсы эштәрендә ҡатнаша. 1992-1994 йылдарҙа Верещетин БМО-ның халыҡ-ара хоҡуҡ буйынса комиссияһы ағзаһы була, шулай уҡ һуңғы йылда был комиссияны етәкләй. Һуңыраҡ, 1995 йылдан 2006 йылға тиклемге осорҙа, ул БМО-ның Халыҡ-ара суды судьяһы, 2012 йылда ППТС-тың космос хоҡуҡтары буйынса арбитры була.

1985-1997 йылдарҙа Верещетин Совет халыҡ-ара хоҡуҡ ассоциацияһы вице-президенты (артабан — Рәсәй халыҡ-ара хоҡуҡ ассоциацияһы), ә 1984-1997 йылдарҙа — Советтарҙың БМО-ға булышлыҡ итеү ассоциацияһы (артабан — Рәсәй бмо-ға булышлыҡ итеү ассоциацияһы)вице-президенты була. 1978 йылдан алып 1995 йылдар араһында ул Халыҡ-ара йыһан хоҡуҡ институтының вице-президенты; 1995 йылда уның почетлы директоры була. 1977 йылда Халыҡ-ара академияһы астронавтика академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы, ә 1995 йылда — «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» исеменә лайыҡ була. 2006 йылда Верещетин Болгария фәндәр академияһының сит ил ағзаһы; Октябрь революцияһы (1981), Халыҡтар Дуҫлығы (1975) һәм «Почёт Билдәһе» (1967) ордендары менән бүләкләнгән. «Рәсәй юридик журналы» мөхәрририәт ағзаһы , «International Journal of Law European» редсовет ағзаһы, шулай уҡ — «Journal of Law Space» америка журналының һәм «International Journal of Law Chinese» ҡытай журналының мөхәрририәт ағзаһы.

Владлен Верещетин йөҙ алтмыштан ашыу ғилми хеҙмәт авторы һәм авторҙашы булып тора. Ул халыҡ-ара хоҡуҡтың төрлө өлкәләрендә эшләй; халыҡ-ара космик хоҡуҡтарҙа махсуслашҡан[2]:

  • Свобода судоходства в открытом море / Ин-т междунар. отношений. — Москва : Изд-во ИМО, 1958. — 143 с.
  • Космос: Сотрудничество. Право. — Москва : Наука, 1974. — 167 с. — (Проблемы науки и технического прогресса/ АН СССР);
  • Космос: политика и право / В. Верещетин, Э. Василевская, В. Каменецкая. — М. : Прогресс, 1987. — 202 с.
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #129458287 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Тузмухамедов Бахтияр Раисович. Атомная бомба для широкого круга: Применение ядерного оружия не противоречит международному праву. Независимая газета (28 октябрь 2016). Дата обращения: 6 декабрь 2019.
  • Вайлс Н., Пунжин С. М. Российский ученый в Международном Суде ООН (К 75-летию доктора юридических наук, профессора, заслуженного деятеля науки РФ В. С. Верещатина // Государство и право. — М.: Наука, 2007, № 4. — С. 47—55.
  • Мезяев А. Б. В честь судьи В. С. Верещетина // Казанский журнал международного права № 1, 2007.
  • 85 лет профессору B. C. Верещетину // Московский журнал международного права. — 2017. — № 2. — С. 174—175.
  • Видные ученые-юристы России (Вторая половина XX века) : энцикл. словарь биографий : по состоянию на 1 авг. 2004 г. / Рос. акад. правосудия; под ред. В. М. Сырых. — Москва : Рос. акад. правосудия, 2006. — 547 с. : портр.; 30 см; ISBN 5-93916-056-5.
  • Vladlen Stepanovich Vereshchetin // Arthur Eyffinger, Arthur Witteveen, Mohammed Bedjaoui: La Cour internationale de Justice 1946—1996. Martinus Nijhoff Publishers, Den Haag und London 1999, ISBN 9-04-110468-2, S. 332.
  • Vladlen Stepanovich Vereshchetin // Yearbook of the International Court of Justice 2002−2003. United Nations Publications, Hackensack 2006, ISBN 9-21-170080-9, pp. 34—35.