Википедия:Википедияны нисек ҡулланырға

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Уҡыу[вики-тексты үҙгәртергә]

Википедияның бар биттәре http://ba.wikipedia.org/wiki/Башлыҡ адресы менән башлана, бында baтел коды (ba башҡорт теле өсөн), ә Башлыҡ — мәҡәләнең исеме йәки башлығы.

Википедияның төрлө урынынан кәрәк булған урынға бик тиҙ ике ысул менән күсеп була. Беренсеһе, мәҡәләнең теүәл исемен белһәгеҙ Эҙләү тигән тәҡдимгә мәҡәләнең исемен яҙығыҙ һәм «Күсеү» исемле төймәгә баҫығыҙ. Икенсеһе, мәҡәләнең теүәл исемен белмәһәгеҙ Эҙләү тигән тәҡдимгә мөмкин булған һүҙҙәр яҙып «Табыу» төймәһенә баҫығыҙ.

Күләме буйынса ҙур мәҡәлә өлөштәргә бүленгән булһа, был өлөштәрҙең исемлеге мәҡәләнең эстәлеге итеп күрһәтелә. Эстәлек инеш һүҙҙән һуң урынлаша һәм мәҡәлә өлөштәренә һылтанма бурысын үтәй.

Мәҡәләнең иҫке өлгөләрен «тарих» һылтанмаһы битенән ҡарарға була. Унда иһә һәр бер төҙәтеүҙең авторы һәм ваҡыты күрһәтелгән. Был мәғлүмәттәр Виипедия хәтеренә мәңгелеккә яҙылалар һәм юйылмайҙар, шунлыҡтан уларҙы үҙгәртеп булмай. Үҙгәрештәрҙе теләгән бер кешенең керетә алғанын онотмағыҙ. Әгәр ҙә берәй мәҡәләнең эстәлеге шик тыуҙыра икән, үҙгәртеүҙең авторын ҡарарға йыбанмағыҙ — мәҡәләнең унан алдағы өлгөһө һеҙ иғтибар иткән етешһеҙлектәргә дусар ителеүе мөмкин. Шуның өсөн дә Википедия тураһында ҡайһы бер авторҙарға йәки мәҡәләләргә ҡарап ҡына фекер йөрөтмәгеҙ.

Википедия, вики-мөхит булараҡ, бер мәҡәләлә булған төшөнсәләрҙең барыһын да шунда уҡ аңлатмай, бының урынына башҡа мәҡәләләргә гипертекст һылтанмалары бирә. Әгәр таныш булмаған бер төшөнсәгә тап булһағыҙ, гиперһылтанма буйынса барығыҙ һәм ул төшөнсә тураһындағы мәҡәләне уҡығыҙ. Фәҡәт, ул төшөнсәгә гиперһылтанма ҡуйылған булһа ла, уның турала мәҡәлә булмаҫҡа мөмкин. Ундай һылтанмалар башҡа төҫтә була. Ул төшөнсә тураһында мәҡәлә яҙырға теләһәгеҙ шул һылтанма буйлап китегеҙ.

Ҡарау[вики-тексты үҙгәртергә]

Википедия ҡәтғи ҡағиҙәләре булған бер китап түгелдер. Википедиялағы мәҡәләләр бер тәртиптә урынлашмағандар һәм гипертекст һылтанмалары һәм категориялар менән бәйләнгән бер селтәр барлыҡҡа килтерәләр. Әгәр берәй төрлө мәҡәләгә гипертекст һылтанмаһы итеп эшләнгән ниндәйҙер терминға юлыҡһағыҙ һәм был мәҡәләне уҡығанда ошо терминды белеүегеҙ кәрәк икән, был төшөнсә тураһындағы мәҡәләгә шунда уҡ күсә алаһығыҙ. Әгәр берәй терминдың гипертекст һылтанмаһы ҡыҙыл төҫтә икән, тимәк был төшөнсә тураһында мәҡәлә яҙылмаған әле.

Әгәр ҙә билдәле бер тема буйынса Википедияла булған бар материалдарҙы ҡарағығыҙ килһә, уларҙы Википедияның синыфландырыу системаһы — категорияларҙан күрә алаһығыҙ. Һәйбәт мәҡәләләр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙҙәренең тап килгән категорияларына эләгәләр. Әгәр тәғәйен һәм хосуси теманан бер өҫтәге, киңерәк кимәлгә күтәрелергә һәм уға ҡағылышлы мәҡәләләр уҡырға теләй икәнһегеҙ, мәҡәләнең ниндәй категориялар эсендә булғанын ҡарағыҙ.

Берәй төрлө мәҡәләгә ҡағылышлы башҡа мәҡәләләр табыуҙың тағы бер юлы — өҫтәмәләге «Бында һылтанмалар» битен ҡарау.

Күҙәтеү[вики-тексты үҙгәртергә]

Һәр бер теркәлгән ҡатнашыусы теләгән бер мәҡәләне үҙенең күҙәтеүҙәр исемлегенә керетә ала. Күҙәтелгән мәҡәләләрҙә эшләнгән бар төҙәтеүҙәр ваҡыт буйынса тәртипкә һалынып Махсус:Watchlist битендә күрһәтеләсәк. Был исемлектәге мәҡәләләр яңы төҙәтеүҙәр битендә лә күренәсәк.

Һылтанма урыны[вики-тексты үҙгәртергә]

Әгәр берәй баҫмала, хатта йәки веб-сайтта бик билдәле булмаған терминдарҙы спам, TCP/IP, Барлас иҫкә төшөрөп китеү һәм аңлатыуҙы бик оҙатмай дауам итеү кәрәкле икән, интернет селтәрендә ул терминдарҙы аңлатҡан сығанаҡтарға һылтанма биреү ҙа етә. Был сығанаҡтарҙан береһе ҡулайлы, һәр кемдең керә алған белешмә вебсайты — Википедия булырға мөмкин.

Әгәр Википедияла эҙләгән терминдарығыҙҙы таба алмаһағыҙ, улар тураһында үҙегеҙ мәҡәлә яҙа алаһығыҙ. Бының өҫтөнлөктәре күренеп тора: үҙ веб-битеңде эшләүҙән һәм урынлаштырыуҙан күпкә тиҙерәк һәм ҡулайлыраҡ; Википедиялағы мәҡәләләр ҙә һәр ваҡыт яҡшырып тора. Берәй теманың ҡыҫҡаса тасуирламаһын яҙһағыҙ, башҡалар уны тулы энциклопедик мәҡәләгә тиклем алып барып еткерерҙәр. Фәҡәт бының өсөн һеҙҙең урынлаштырған мәғлүмәттәр энциклопедик формала, йөкмәткеле һәм ниндәйҙер мәғәнәғә эйә булырға тейеш. Юғиһә, «мәҡәләне» башҡа ҡатнашыусылар хаҡлы рәүештә юйып ташларға мөмкин.

Хәҙер булмаһа — аҙаҡтан[вики-тексты үҙгәртергә]

Википедия бик тиҙ ҙурая, энциклопедик мәғлүмәттәрҙең һаны ла һәм сифаты ла буйынса. Бер кергәндә файҙалы мәғлүмәт таба алмайһығыҙ икән, бер-ике ай аҙаҡтан тағы керегеҙ, был ваҡыт эсендә мәҡәләләр һаны артҡан булыр, бәлки эҙләгәнегеҙҙе таба алырһығыҙ. Әгәр билдәле бер тема буйынса мәғлүмәттәр эҙләйһегеҙ икән, талаптар битендә мәҡәлә һорап яҙығыҙ.

Башҡортса ғына түгел һәм энциклопедия ла[вики-тексты үҙгәртергә]

Донъяла таралған башҡа телдәрҙә лә Википедиялар бар. Мөмкин булғансы башҡа телдәрҙәге оҡшаш биттәргә һылтанмалар мәҡәлә битендә күрһәтеләсәк. Һәм ҡайһы берҙәре һеҙгә файҙалы ла булырға мөмкин.

Википедияның «Туғандаш проекттары» төрлө ярҙамсы мәғлүмәттәр бирә. Meta-Wikipedia/Мета-Википедия, Wiktionary/Вики-Һүҙлек, Wikibooks/Вики-Китапхана, Wikiquote/Вики-Цитата, Wikisource/Вики-Сығанаҡ

Ҡатнашыу[вики-тексты үҙгәртергә]

Википедияла мәҡәләләр төҙәтеү өсөн текстты тамғалауҙың махсус системаһын белеү яҡшыраҡ булыр ине. «Вики-тамғалау» тураһында мәҡәләләрҙе нисек төҙәтергә битенән уҡый алаһығыҙ. Шул уҡ ваҡытта был проекттың асылын һәм маҡсатын аңларға кәрәк, юҡһа һеҙҙең тырышлыҡтарығыҙ бушҡа буласаҡ. Улар бик ябай һәм ап-асыҡ, шулай ҙа Википедия ҡатнашыусылары өсөн яҙылған ҡағиҙә һәм күрһәтмәләрҙе уҡығыҙ — унда дөйөм ҡағиҙәләрҙән башҡа мәҡәлә төҙәтеүҙең айырым аспекттары тураһында ла ҡағиҙәләр яҙылған.

Мәҡәлә яҙыу[вики-тексты үҙгәртергә]

Мәҡәлә өсөн тап килгән исем табығыҙ һәм буласаҡ адрес урынына яҙығыҙ. Мәҡәлә яҙыу өсөн һеҙгә «ҡалыптар» файҙалы булыуы мөмкин. Ҡалып менән мәҡәләгә әҙер текст ҡуя алаһығыҙ. Ҡалған эштәр, мөхәрирләү эше менән бер үк. Яңы мәҡәләгә бәйле булған мәҡәләләрҙән һылтанма яһарға онотмағыҙ һәм уны категорияларға керетегеҙ.

Википедияға бушлай таратылыуға һәм үҙгәртелеүгә рөхсәте булған ғына әҫәрҙәрҙе урынлаштыра алаһығыҙ. Әгәр мәҡәлә яҙыла ғына башланған икән, берәй мәғәнәғә эйә булғас ҡына керетегеҙ. Мәҡәлә тулы түгел икән, {{stub}} йәки айырым тематика тамғаһын ҡуйығыҙ.

Аңлатма һәм һорауҙар[вики-тексты үҙгәртергә]

Һеҙҙең кереткән төҙәтеүҙәрҙең тәғәйенләнеше һәм файҙаһы бик күренеп бармай икән, аңлатма яҙып ҡалдыра алаһығыҙ, бының өсөн мөхәррирләү тәҙрәһендәге «Үҙгәртеүҙең ҡыҫҡаса тасуирламаһы» юлына үҙгәртеү тураһындағы мәғлүмәттәрҙе яҙыу етә.

Мәҡәлә тураһында фекер алышыу «Фекер алышыу:<Мәҡәлә исеме>» битендә бара. Яҙған фекерҙән һуң ҡатнашыусыға имза (~~~~) ҡуйыу фарыз. Бының өсөн мөхәррирләү тәҙрәһе өҫтөндәге төймәләрҙең уңдан икенсеһенә баҫыу етә.

Ә тәүҙә әйтелгән фекерҙәргә яуаптар, киләһе юлдан һәм буш урын ҡалдырып яҙыла. Бының өсөн ": " билдәһен ҡулланыу урынлы.

Теркәлеү[вики-тексты үҙгәртергә]

Википедияла даими ҡулланыусы булып теркәлеү Һеҙҙе эшләгән төҙәтеүҙәрегеҙҙең авторы итеп күрһәтергә мөмкинселек бирә; бынан башҡа Һеҙгә ҡатнашыусының шәхси бите бирелә. Был биттә үҙегеҙҙе башҡа ҡатнашыусыларға таныштыра алаһығыҙ, ошолай уҡ шәхси фекер алышыуҙар алып бара алаһығыҙ. Шәхси биттәге үҙгәрештәр Һеҙгә тәү сиратта хәбәр ителәсәк.

Теркәлеү Һеҙгә Википедияның Ҡулланыусы йөҙөн теләгәнсә көйләү мөмкинселеге бирәсәк.

Уңайлыҡ[вики-тексты үҙгәртергә]

Википедия:Ҡоралдар битендә Википедияны уңайлы рәүештә ҡулланыу өсөн кәрәкле ҡоралдар тәҡдим ителгән.