Википедия:Мәнфәғәттәрҙең бәрелеше
Ҡыҫҡаса: Википедияны үҙегеҙҙең йә башҡа кешеләрҙең, компанияларҙың йәки берләшмәләрҙең мәнфәғәтендә мөхәррирләмәгеҙ, быны Википедия мәнфәғәттәрендә генә эшләргә мөмкин. |
Википедияла мәнфәғәттәр бәрелеше (МБ) тигәндә уның нейтраль һәм тикшерелеүсәнэстәлекле энциклопедия булдырыу маҡсаты менән уның аныҡ бер авторының маҡсаттары араһындағы тап килешмәүҙе аңлайҙар.
МБ Википедияға шәхси мәнфәғәтте йә башҡа кешеләрҙең, компанияларҙың, төркөмдәрҙең мәнфәғәтен күҙәткән төҙәтеүҙәр индереүҙән ғибәрәт. Текст авторы йә мөхәррире, сит мәнфәғәтте яҡлап, Википедия мәнфәғәтенән баш тартһа, мәнфәғәттәр бәрелеше урын ала.
Мәнфәғәттәр бәрелеше күҙәтелгән мәҡәләләрҙе мөхәррирләүҙе туҡтатып торорға тәҡдим ителә. Әгәр бындай хәлдә индерелгән төҙәтеүҙәр Википедия ҡағиҙәләрен, мәҫәлән, нейтраль ҡараш тураһында, Википедия:Википедия нимә түгел һәм Википедия:Әһәмиәтлелек кеүек ҡағиҙәләрҙе боҙһа, уларҙың авторының бикләүгә тиклем санкцияларға дусар ителеүе бар. МБ Википедияға ғына түгел, текст ниндәй ойошма йәки кеше мәнфәғәтендә эшләнһә, шуларға ла зыян килтереүе мөмкин[1].
МБ ихтималлығы осраҡтарын тикшергәндә Википедияла ҡатнашыусылар һаҡ булырға һәм Википедиянан башҡа ҡатнашыусыларҙы «типкесләп сығарыу» менән шөғөлләнергә тейеш түгел. МБ ғәҙәттә автор үҙе менән мәҡәлә предметы араһындағы бәйләнеште асҡан саҡта табыла. Әгәр автор үҙенең шәхесен һәм эш урынын асмаһа, уның тарафлылығына нейтраль ҡараштан тайпылырға ярамауы тураһындағы ҡағиҙәләргә һылтанмалар ҡуйып ҡаршы торорға була.
МБ осраҡтарында мәҡәлә йөкмәткеһе тураһындағы ҡағиҙәнең өҫтөнлөклө булыуы принцибына таянырға кәрәк[⇨].
Мәнфәғәттәр бәрелеше нимә ул?
[сығанаҡты үҙгәртеү]Википедия — ул энциклопедия, ә реклама йә үҙнәшер (был һүҙҙең насар мәғәнәһендә) майҙансығы түгел. Шунлыҡтан ул тик ҡағиҙәләрҙәге талаптарға яуап биргән материалдарҙан ғына тора ала, ә Википедияла ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә энциклопедия төҙөү мәнфәғәтен беренсе урынға ҡуйырға тейеш. Сит мәнфәғәттәрҙе күҙәткән һәр бер ҡатнашыусы мәнфәғәттәр бәрелешен булдырыуҙа шик аҫтына алына ала.
МБ-ның нимә икәнен билдәләүҙә ҡаты критерийҙар юҡ, әммә уның барлығына ишаралаған билдәләр бар. Мәҡәлә авторының, уның ғаилә ағзаларының, эш биреүсеһенең, коллегаларының эш йә шәхси мәнфәғәттәрен алға һөргән материалдар өҫтәү МБ барлығына ишара яһай. Мәҡәләгә үҙгәртеүҙәр сит мәнфәғәттәрҙе күҙҙә тотоп эшләнһә, ғәҙәттә, унда сығанаҡтарға бер ниндәй һылтанма яһалмай. Әгәр үҙегеҙ менән бәйләнгән предмет тураһында мәҡәлә яҙһағыҙ, уны мөмкин тиклем нейтраль яҙырға тырышығыҙ һәм ышаныслы сығанаҡтарға һылтанмалар бирегеҙ. Нейтраль ҡараш — Википедия таянған биш бағананың береһе.
Әгәр һеҙҙе барыбер Википедия стандарттарын боҙоуҙа шик аҫтына алһалар, быға етди ҡарағыҙ һәм бер аҙ сигенеп, эшегеҙгә тәнҡитле ҡарау кәрәклеге тураһында уйланығыҙ, ниәттәрегеҙ тураһында берләшмәлә фекер алышығыҙ. Атап әйткәндә, индергән төҙәтеүҙәрегеҙ тенденциоз түгелме икән тип тикшерегеҙ.
Бойондороҡлолоҡ
[сығанаҡты үҙгәртеү]Бойондороҡлолоҡ — ҡатнашыусының үҙе яҙған күренеш менән бәйлелеге.
Википедия нейтраль һәм объектив энциклопедия төҙөү маҡсатын ҡуя. Ҡатнашыусыларҙың Википедиянан ситтә эше, мауығыуҙары, хоббилары, яртаҡан нәмәләре, сайттары, блогтары бар. Кешеләр эшләй, ижад итә, уңыштарға өлгәшә. Ҡайһы берҙә улар Википедияла мәҡәлә яҙырлыҡ әһәмиәтле һәм мөһим нәмәләр эшләй. Бындай осраҡта ҡатнашыусы хәл-күренеш хаҡында (ә, бәлки, үҙе тураһында) үҙе яҙырға (өҫтәргә) теләүе ихтимал. Сөнки ул был хаҡта башҡаларға ҡарағанда күберәк белә бит.
Әммә быға юл ҡуймауҙың бер нисә сәбәбе бар.
- Беренсенән, үҙ белгәнен яҙған ҡатнашыусы тикшерелеүсән сығанаҡ була алмай. Уның фекерен, раҫламаһын тикшереү мөмкинлеге юҡ. Улай ғына ла түгел, текста яңы мәғлүмәттәр булыуы, йәғни материалдың оригиналь тикшеренеү булыуы ла ихтимал.
- Икенсенән, ҡатнашыусының объектив булмауы ихтимал. Мәҡәлә темаһы тирәһендәге нәмәләр уның өсөн әһәмиәтле. Улар буйынса уның аныҡ ҡарашын ла бар, шуға унан объектив ҡараш көтөп булмай.
- Өсөнсөнән, ҡатнашыусы (аңлы йә аңһыҙ рәүештә) Википедиянан хәл-күренештең үҙенә айырыуса яҡын, әммә Википедия өсөн әһәмиәтһеҙ яҡтарына юғарыраҡ иғтибарҙы талап итә. Бының сағыу миҫалы булып Википедияла ҡатнашыусының үҙ сайтына һылтанмалары тора. Был һылтанма Википедияға әллә ни кәрәк түгел, ә бына сайт өсөн ул мөһим.
Объективлыҡ, тарафһыҙлыҡ һәм тикшерелеүсәнлек талаптарынан сығып, ошондай сикләү формалаша: мәҡәләләге хәл-ваҡиғаға бойондороҡло булған ҡатнашыусылар был туралағы мәҡәләләрҙе мөхәррирләргә тейеш түгел. Был ҡағиҙәнән бер нисә сығарма бар, уларҙан тышта был ҡағиҙә ҡәтғи үтәлергә тейеш.
Бойондороҡлолоҡ билдәләре
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәҡәлә шәхестең яҡын туғандары (шул иҫәптән, әлбиттә, шәхестең үҙе) тураһында яҙылған
- Мәҡәлә уны яҙған ҡатнашыусы эшләгән (ағза булған) ойошма (музыкаль төркөм) тураһында
- Мәҡәлә бағышланған әҫәрҙең (шул иҫәптән ғилми теорияларҙың) авторы (авторҙашы) булыу
- Ҡатнашыусының ҡағылышы булған веб-сайттар (шул иҫәптән блогтар хостингтары, вики-сайттар һ.б.)
- Мәҡәләлә яҙылған продуктты һатыуға, хеҙмәттәрҙе күрһәтеүгә ҡарата коммерция ҡыҙыҡһыныуы
Үрҙә һаналған билдәләрҙән тыш, формаль булмаған билдәләрҙе лә күрһәтергә мөмкин: әгәр ҡатнашыусының хәл-күренеште Википедияла булғандан нығыраҡ үҫтереүҙә шәхси мәнфәғәте булһа — был бойондороҡлолоҡ.
Иҫкәрмәләр
[сығанаҡты үҙгәртеү]Үрҙә аталған билдәләрҙан иҫкәрмәләр ҙә бар. Былар:
- гражданлыҡ (граждан формаль йәһәттән үҙ иленең ҡатнашыусыһы булып тора, ләкин был сикләү өсөн киң үтә критерий);
- ҡатнашыусы мәҡәләлә яҙылғанды файҙаланыусы йә уның клиенты булып тора һәм хәл-күренеште үҫтереүгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы юҡ;
- Википедия һәм Викимедиа фондының ҡатнаш проекттары тураһындағы мәҡәләләр (Википедияның һәр ҡатнашыусыһы ниндәйҙер кимәлдә бойондороҡло булып тора).
Сикләүҙәр
[сығанаҡты үҙгәртеү]Мәҡәлә объектынан бойондороҡлолоҡта булған ҡатнашыусыларға объекттың үҙенсәлектәренә һәм эшмәкәрлегенә ҡағылышлы үҙгәрештәр индерергә ярамай.
Бойондороҡло ҡатнашыусыларға түбәндәгеләр тыйыла:
- Телгә алынған тема (компания, уның продукттары, шәхес, шәхестең эштәре тураһында) хаҡында мәҡәлә яҙыу
- Мәҡәләгә ойошманың эшмәкәрлеге (шәхестең ҡаҙаныштары) тураһындағы мәғлүмәттәрҙе киңәйтә торған өҫтәмәләр индереү
- Бойондороҡло сайтҡа һылтанмалар ҡуйыу (хәл-күренеш тураһындағы мәҡәләнән рәсми сайтҡа һылтанманан башҡа). Берҙән-бер мөмкин булһа башҡа һылтамаҠатнашыусының шәхси битләүенән «үҙ сайтына» һылтанмаға ғына был ҡағылмай.
Бойондороҡло ҡатнашыусылар түбәндәге төҙәтеүҙәрҙе сикләүһеҙ индерә алмай:
- бойондороҡло объекттарға бағышланған мәҡәләләрҙә, сығанаҡтарҙы мотлаҡ күрһәтеп, хаталарҙы төҙәтеү
- Дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәрҙе билдәләү (ҡалып {{subst:АИ}})
- Үҙе, туғандары, таныштары тураһында яла яҡҡан (яҙылғанды раҫлаусы абруйлы сығанаҡтары булмаған) мәғлүмәттәрҙе юйҙырыу
- Ваҡ-төйәк үҙгәрештәр индереү (викилаштырыу, хаталар төҙәтеү, һүрәт өҫтәү (әгәр урынлы булһа һәм һүрәттәргә ҡарата талаптарға яуап бирһә))
Мәҡәләгә бойондороҡло кешеләрҙең башҡа төрлө төҙәтеүҙәр индереүе хупланмай, уларҙан ҡасырға кәрәк.
Мәнфәғәттәр бәрелешенә миҫалдар
[сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙең яҙғанды цитаталау
[сығанаҡты үҙгәртеү]Һеҙҙең һөнәри йә фәнни ҡыҙыҡһыныуҙар темаһы буйынса мәҡәләләрҙе мөхәррирләү үҙе МБ тип табыла алмай. Әммә үҙегеҙҙең хеҙмәттәрегеҙгә һылтанма ҡуйыу МБ була. Был тема буйынса һеҙҙең публикацияларҙы сама менән генә ҡулланырға була, тик улар мәҡәләләрҙең темаһына ҡағылышлы булырға, ВП:АС талаптарына яуап бирергә, үҙегеҙҙең тарафлы ҡарашты алға һөрмәҫкә, Википедияның башҡа ҡағиҙәләренә тап килергә тейеш. Үҙ-үҙеңде самаһыҙ цитаталау спам тип баһаланырға мөмкин. Берәй нәмәлә шикләнһәгеҙ, берләшмәнән фекер һорашығыҙ.
Финанс ҡыҙыҡһыныуы
[сығанаҡты үҙгәртеү]Әгәр һеҙҙең осраҡ түбәндә һүрәтләнгәндәрҙең береһенә тап килһә:
- һеҙ ниндәй ҙә булһа ойошманың вәкиле булараҡ (уның даими хеҙмәткәре сифатындамы, бер тапҡыр бирелгән эшен үтәйһегеҙме, был фирманың реклама контракты буйынса эшләйһегеҙме - мөһим түгел) Википедияла индергән төҙәтеүҙәр өсөн матди йә башҡа төрлө түләү алаһығыҙ; йәки
- Википедияла ҡатнашҡан өсөн һеҙ матди йә башҡа төрлө отош алаһығыҙ; мәҫәлән, үҙегеҙ яҙған компанияның йә ойошманың хужаһы, хеҙмәткәре йә акцияларын тотоусы булараҡ;
һеҙгә ныҡышмалы рәүештә Википедияла МБ барлыҡҡа килгән мәҡәләләрҙе төҙәтеүҙән тыйылырға тәҡдим итәбеҙ, сөнки һеҙҙең хәлегеҙ һеҙҙе алдан уҡ тарафлы итә. Википедия:Нейтраль ҡараш ҡағиҙәһе мәҡәләлә тема буйынса бөтә ҡараштарҙың теге йәки был яҡҡа тайпылышһыҙ һәм нисбәтле бирелеүен талап итә, ә МБ был талаптарҙы үтәүгә кире йоғонто яһай. Әгәр һеҙҙең матди ҡыҙыҡһыныу арҡаһында яһалған төҙәтеүҙәрегеҙ нейтраль булмаһа, уны индерелгән.
Шулай ҙа финанс ҡыҙыҡһыныуы шарттарында төҙәтеүҙәр индерергә булһағыҙ, һеҙ үҙегеҙҙең эш биреүсегеҙ йә клиентығыҙ, шулай уҡ үҙегеҙҙең бойондороҡлолоғоҙ тураһындағы мәғлүмәтте асырға тейешһегеҙ.
Хоҡуҡи бәхәстәр
[сығанаҡты үҙгәртеү]Әгәр суд процесында ҡатнашһағыҙ йә бындай процесс яҡтарының береһе менән яҡын булһағыҙ, һеҙгә был хаҡта яҙғандарығыҙҙың тулыһынса объектив булыуын иғбатлау ауыр булыр. Суд барышы тураһындағы Википедия мәҡәләһендә нейтраллектән әҙгә генә тайпылыуҙы ла суд йә яҡтарҙың береһе күреүе ихтимал, ә был Википедияға ғына түгел, реаль донъяға ла зыян килтерергә мөмкин. Шуның өсөн беҙ бындай низағлашыуҙарға ҡатнашлығы булған кешеләргә Википедияла былай итеп ҡатнашырға бөтөнләй кәңәш итмәйбеҙ.
Үҙреклама
[сығанаҡты үҙгәртеү]Йыш ҡына МБ үҙ-үҙеңде рекламалау төҫөн ала, атап әйткәндә, авторҙың йә уның тирәһендәге кешеләрҙең шәхси йә коммерция мәнфәғәттәрен алға һөрөүгә йүнәлтелгән реклама һылтанмалары, шәхси веб-сайттарға һылтанмалар, шәхси фотоһүрәттәр һәм башҡа материалдар өҫтәү.
Автобиографиялар
[сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙең тураһында мәҡәлә яҙырға кәңәш ителмәй. Һеҙ билдәле булһағыҙ, быны кемдер күрер ҙә яҙыр. Ҡайһы берҙә ҡатнашыусылар үҙ битенең фекер алышыу битендә яҙа торған нәмәләрҙе мәҡәлә итеп яҙа. Бындай осраҡта мәҡәлә юйҙырылмай ә шәхси арауыҡҡа күсерелә. Әгәр һеҙ үҙегеҙҙе ысынлап та билдәле тип һанаһағыҙ (ҡарағыҙ: ВП:БИО), мәҡәлә булдырыу тураһында мәсьәләне форумға йә биографик мәҡәләләр яҙыусы башҡа авторҙарҙың шәхси битенә яҙығыҙ.
Яҡын мөнәсәбәттәр
[сығанаҡты үҙгәртеү]Фридрих Энгельс, әгәр беҙҙең көндәргә тиклем йәшәгән булһа, Википедияла Карл Маркс тураһында нейтраль мәҡәлә яҙа алмаҫ ине, сөнки ул уның яҡын дуҫы, эйәрсене һәм авторҙашы була[2]. Тығыҙ шәхси мөнәсәбәттәр булған һәр хәлдә МБ тыуырға мөмкин. МБ дини, сәйәси, академик, финанс, хоҡуҡи нигеҙҙә булырға мөмкин. МБ өлкә менән түгел, ә шәхси бәйләнештәр, үҙ-ара бойондороҡлолоҡ, мәҡәлә геройының яҙмышында шәхси ҡатнашыу менән билдәләнә.
Предмет менән тығыҙ танышлыҡ һеҙҙең бөтөнләй нейтраль булып ҡала алмауығыҙҙы аңлатмай, әлбиттә. Ҡыйыу төҙәтегеҙ, тик башҡа ҡатнашыусыларҙың тәнҡитенә әҙер булығыҙ. Әгәр улар, МБ урын алыуы ихтимал, тип һанаһа, улай килеп сыҡмаһын өсөн бөтә тырышлығығыҙҙы һалығыҙ. Әммә килеп сыҡмаһа, мәҡәләне мөхәррирләүҙән баш тыртығыҙ. Мәҡәлә предметына ни тиклем яҡын булһағыҙ, Википедия стандарттарын шул тиклем ентекле үтәргә тырышығыҙ: ВП:НҠ, ВП:ОРИССА һәм ВП:ТИКШ.
Мәнфәғәттәр бәрелеше осрағында нимә эшләргә
[сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүҙә МБ тыуҙырған ҡатнашыусының ғәмәлдәренең зыянлылыҡ дәрәжәһен асыҡларға һәм ҡағиҙәләргә ярашлы был ғәмәлдәргә ҡаршы тороу мөмкинлеген баһаларға кәрәк. Әгәр ҡатнашыусы ғәмәлдәрен ҡаршылыҡһыҙ юйҙырһа, проблема тыумай. Әгәр ҡатнашыусы үжәтләнеп үҙенең хаҡлы булыуын иҫбатларға тотонһа, ләкин дәлилдәре ышандырырлыҡ булмаһа, конфликттарҙы хәл тураһындағы тәҡдимдәргә ярашлы эш итергә кәрәк.
Ғәҙәттә МБ ҡатнашыусы үҙе ниндәйҙер юл менән мәҡәлә предметына ҡағылышы барлығын асҡан осраҡта асыла. Әгәр асылмаһа, ҡатнашыусының изге ниәттә булыуын фараз итегеҙ һәм Википедия:Нейтраль ҡараш ҡағиҙәһенә ярашлы эш итегеҙ.
Бикләү
[сығанаҡты үҙгәртеү]Әгәр ҡатнашыусының эше уның үрҙә бирелгән тәҡдимдәргә ҡолаҡ һалмауын дәлилләһә, уның төп һәм берҙән-бер маҡсаты Википедияла үҙенә, үҙ компанияһына йә ойошмаһына, уның продукттарына, хеҙмәттәренә реклама яһауҙан торһа, уны иҫкәртергә һәм ошо ҡулланма менән таныштырырға кәрәк. Шунан һуң да кире эшмәкәрлеге дауам итһә, уны бикләргә мөмкин.
Шулай уҡ ҡарағаҙ
[сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Особенно не приветствуется в Википедии пиар, в частности правки, вносимые непосредственно служащими отделов по связям с общественностью каких бы то ни было корпораций и других частных или общественных организаций, как коммерческих, так и некоммерческих. Равным образом не приветствуется участие в Википедии профессиональных наёмных редакторов, работающих исключительно над улучшением имиджа определённых организаций. Редактирование и общение в Википедии доступны контролю для широких масс; новости о том, что в ней происходит, нередко попадают на ленты новостных агентств. Все, что вы заявляете или делаете здесь, может иметь последствия в реальном мире (см. Википедия:Википедия находится в реальном мире).
- ↑ Исайя Берлин: