Эстәлеккә күсергә

Википедия:Тиҙ башланғыс өсөн ҡулланма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:ТБҠ
ВП:СТАРТ

[1] Үҙегеҙгә ҡыҙыҡ булған бер тема һайлағыҙ. Бик мөһим йәки көнүҙәк мәсьәләләр булһа ла, һеҙгә ҡыҙыҡ түгелдәр икән, уларҙы һайламағыҙ. Тәү башта ул теманы бик ентекле белеүегеҙ кәрәкмәй, әммә уны тағы ла тулыраҡ итеп өйрәнеү теләге булырға тейеш. Һайлаған темағыҙ буйынса ышаныслы мәғлүмәттәрҙе ҡайҙан аласағығыҙҙы тәүҙән үк билдәләп ҡуйыу хәйерле булыр.
Ентекле мәғлүмәттәр өсөн ҡарағыҙ: Википедия ни түгелдер; мәғлүмәт сығанаҡтары тураһындағы һылтанманы ла уҡығыҙ.

2-се аҙым. Мәҡәлә өсөн исем һайлағыҙ.

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедиялағы мәҡәлә исемдәре төп килештә һәм берлек һанда була, мәҫәлән: Византия империяһы, Башҡортостан. Әгәр мәҡәләнең исеменән нимә тураһында һүҙ барасағын аңлап булмаясаҡ икән, йәйәләр эсендә аңлатып китегеҙ, мәҫәлән: Ғилмияза (спектакль), Салауат Юлаев (хоккей клубы). Кешеләр тураһындағы мәҡәләләрҙең исемдәре ул шәхестең фамилияһынан башлана, мәҫәлән: Бабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы; Бикбаев Рауил Төхвәт улы. Фамилияһынан һуң исеме (исеме берәүҙән күп булһа — бөтә исемдәре) һәм атаһының исеме белдереп үтелә. Ике кеше тураһында бер мәҡәлә яҙырға ярамай, улар бик яҡын туғандар булһалар ҙа.
Ентекле мәғлүмәттәр өсөн ҡарағыҙ: Мәҡәләләргә исем биреү тураһында бынан, шәхестәр тураһында бынан ҡарай алаһығыҙ.

3-сө аҙым. Яҙыласаҡ мәҡәләнең барлығын тикшерегеҙ.

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Һеҙ һайлаған теманың төп һүҙҙәрен һулдағы «Эҙләү» юлына индерегеҙ һәм аҫтындағы «Эҙләү» төймәһенә баҫығыҙ. Эҙләү һөҙөмтәләре һылтанмалар рәүешендә буласаҡ. Әгәр һеҙ ҡыҙыҡһынған мәҡәлә бар икән, ул мәҡәләгә күсегеҙ һәм, өҫтәге «үҙгәртергә» төймәһенә баҫып, мөхәррирләү тәҙрәһен асығыҙ. Шулай итеп һеҙ булған мәҡәләне төҙәтә алаһығыҙ.
Ентекле мәғлүмәттәр өсөн ҡарағыҙ: Эҙләү.

4-се аҙым. Мәҡәләне булдырығыҙ.

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Әгәр ҡыҙыҡһынған мәҡәләгеҙ юҡ икән, уны булдырырға кәрәк. Уның өсөн һулдағы «Төп йүнәлештәр»ҙең аҫтында «Эҙләү» юлына буласаҡ мәҡәләнең исемен яҙығыҙ һәм аҫтындағы «Күсеү» төймәһенә баҫығыҙ. Шулай итеп беренсе мәҡәләгеҙҙе мөхәррирләй алаһығыҙ.
Ентекле мәғлүмәттәр өсөн ҡарағыҙ: Нисек мәҡәлә булдырырға.

5-се аҙым. Мәҡәләне дөрөҫ башлап китегеҙ.

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедия мәҡәләләре, исеменең ҡабатланыуы һәм төшөнсәнең аныҡламаһы менән башланып китә, мәҫәлән: «Урал батыр — Башҡорт халыҡ эпосы, быуаттарҙан …», "Ислам — (ғәрәпсә الإسلام — тоғролоҡ), донъя диндәренең береһе. АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ , Пәйғәмбәре, … ". Йәйәләр эсендә һүҙҙең ҡайҙан барлыҡҡа килгәнен белдерергә була. Шәхестәр тураһындағы мәҡәләләрҙә исемдән һуң тыуыу һәм үлем көндәрен йәйәләр эсендә яҙырға кәрәк: «Луи́ Жан Люмье́р (франц. Louis Jean Lumière; 5 октябрь 1864, Безансон6 июнь 1948, Бандоль) — кинематографты уйлап табыусы, француз …». Был үрнәктәге кеүек исемдәрҙең оригиналь яҙылышын һәм тыуыу һәм үлем ерҙәрен белдереп китеү яҡшы була. Википедияла «ё» хәрефен «е» хәрефенә һәм тире «—» билдәһен дефис «-» билдәһенә алмаштырыу ярамай. Әгәр Википедияны оҡшатһағыҙ, башҡа мәҡәләләрҙе биҙәү ҡағиҙәләре менән таныша алаһығыҙ.
Ентекле мәғлүмәттәр өсөн ҡарағыҙ: Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр — тамғалау, стиль һ.б., Мәҡәләләрҙе биҙәү — типографика, Шәхестәр — шәхестәр тураһында ентекле мәғлүмәттәр.

6-сы аҙым. Мәҡәләне яҙығыҙ.

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Кәңәш ителгән мәҡәләнең иң әҙ күләме — 500 билдә; мәҡәлә фәнни стилдә яҙылып, үҙләштерелә алырлыҡ (фәнни-популяр) булырға тейеш. Бынан башҡа Википедия мәҡәләләрен яҙғанда, күҙ алдында тотолорға тейешле иң мөһим ике принцип бар:

  1. Тарафһыҙ ҡараш (ТҠ). ТҠ принцибына күрә, мәҡәләлә яҙылғандарға бер кемдең дә фекере, ҡарашы ҡушылырға тейеш түгел, мәҡәләнең темаһы тураһында ла үҙ фекерегеҙҙе мәҡәләгә яҙырға тейеш түгелһегеҙ. Әгәр бер мәсьәлә тураһында бер нисә фекер, ҡараш бар икән, уларҙың бөтәһе лә тигеҙ рәүештә мәҡәләлә белгертелеп китергә тейеш.
  2. Авторлыҡ хоҡуҡтарына ихтирамлы булыу. Википедия берләшмәһенең маҡсаты — түләүһеҙ һәм һәр кем файҙалана алған энциклопедия төҙөү. Шуның өсөн Википедияға авторлыҡ хоҡуҡтары менән һаҡланған тексттар, һүрәттәр һәм башҡа сығанаҡтар күсереп ҡуйыу ярамай. Әгәр бер сығанаҡтың хоҡуҡсал хәле билдәле түгел икән, уны ла Википедияға күсереп ҡуйыу ярамай. Википедияны «GNU FDL» лицензияһы буйынса файҙаланырға була.

Һайланған мәҡәләләр категорияһында һеҙ бик матур итеп яҙылған һәм яҡшы итеп биҙәлгән белемдең төрлө тармаҡтары тураһындағы мәҡәләләрҙе таба алаһығыҙ. Ул мәҡәләләр тауыш биреү менән иң һәйбәттәр араһына һайланып алынған, тимәк уларҙы үрнәк итеп ҡуллана алаһығыҙ.
Ентекле мәғлүмәттәр өсөн ҡарағыҙ: Тарафһыҙ ҡараш — тарафһыҙ ҡараш һәм Авторлыҡ хоҡуҡтары — авторлыҡ хоҡуҡтары тураһында.

7-се аҙым. Мәғлүмәттәрегеҙҙең сығанаҡтарын күрһәтегеҙ.

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҡәлә яҙылып бөткәндән һуң, уның аҫтында «Әҙәбиәт» бүлемен булдырығыҙ һәм унда исемлек рәүешендә ҡулланған баҫма сығанаҡтарҙы (сығанаҡтың исемен, авторын, нәшер иткән ойошманы, баҫылған йылды һәм, мөмкинлек булһа, ISBN номерын) күрһәтегеҙ. Шунан һуң «Тағы лы ҡарағыҙ» бүлеген эшләгеҙ һәм унда тема буйынса яҡын булған Википедия мәҡәләләренә һылтанмаларҙы исемлек рәүешендә күрһәтегеҙ. Мәҡәләнең иң аҙағында иһә «Һылтанмалар» бүлеген эшләгеҙ һәм унда мәғлүмәт алған Интернет селтәре биттәрен һанап китегеҙ. «Һылтанмалар» бүлегендә ул сайттан мәғлүмәттәр алмаған булһағыҙ ҙа, тема буйынса ҡыҙыҡлы сайттар ҙа күрһәтелергә мөмкин.
Асыҡ мәғлүмәт сығанаҡтары тураһында ҡарағыҙ: Мәғлүмәт сығанаҡтары, асыҡ һүрәт сығанаҡтары тураһында Һүрәт сығанаҡтары.

8-се аҙым. Мәҡәләне матур һәм дөрөҫ итеп биҙәгеҙ.

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Һөйләмдәрҙе йәки һүҙҙәрҙе вики-тамғалау бик ябай:

  • Тексты ҡалын шрифт итеп билдәләү өсөн ул текстың ике яғына ла берле өс тырнаҡ ҡуйығыҙ: «'''калын шрифт'''». Ҡалын шрифт менән тик мәҡәлә исемдәре (5-се аҙымды ҡарағыҙ), төп терминдар һәм төшөнсәләр билдәләнә;
  • Курсив өсөн берле ике тырнаҡ кәрәк: «''курсив''». Курсив мөһим текстты мәғәнә менән айырып күрһәтеүҙә ҡулланыла, ләкин ундай һүҙҙәр насар уҡыла, шунлыҡтан бик йыш ҡулланырға кәрәкмәй;
  • Мәҡәлә бүлектәренең исемдәре айырым юлда яҙыла һәм ике (эске бүлектәргә — өс тигеҙлек) тигеҙлек билдәһе менән уратып алына, мәҫәлән:

«=== Һигеҙенсе аҙым. Мәкәләне матур һәм дөрөҫ итеп биҙәгеҙ. ===».

  • Википедияла абзацтар буш юл менән бүленә: ике абзац араһында бер буш юл ҡалдырып китеү етә.
  • Исемлектәр ошолай итеп эшләнә: һәр бер айырым юлда «#» билдәһе ҡуйыла, шунан исемлектең пункттары килә. Номерланмаған исемлектәр өсөн «#» урынына «*» ҡулланыла, мәҫәлән: «* Пункт 1;[яңы юл]* Пункт 2;[яңы юл]* Пункт 3.»
  • Эске һылтанмалар (Википедияның башҡа мәҡәләләренә һылтанмалар) ошо рәүештә яһала: «[[Күселәсәк мәҡәлә исеме|һылтанманың күренгән тексты]]», мәҫәлән: [[Гипертекст|Эске һылтанмалар]] (пункттың башын ҡарағыҙ). Әгәр һылтанма тексты күселәсәк мәҡәлә исеменә тап килә икән, ошолай итеп эшләргә була: [[XX быуат]]та бик күп нәмә үҙгәрҙе…. Яҡшы мәҡәләнең һәр бер абзацында кәмендә өс һылтанма булырға тейеш.
  • Тышҡы һылтанмалар (Интернет селтәренең башҡа сайттарына һылтанмалар ошо рәүештә яһалалар: [http://URL-адрес Һылтанманың күренгән тексты]. Мәҫәлән: [http://lingvo.bashedu.ru/form.php Русса-башҡортса һүҙлектәр]. Тик шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: Википедияла түләүле сығанаҡтарға һылтанмалар яһарға ярамай, ҡыҫҡаса итеп әйткәндә — Википедияла реклама ҡәтғи рәүештә тыйыла.

Тексты биҙәүҙең һәм урынлаштырыуҙың һуңғы баҫҡысы — орфографияны тикшереү. Хәҙерге ваҡытта интернет селтәрендә башҡорт телендәге текстарҙың орфографияһын тикшерә алырҙай ҡорал юҡ, киләсәктә булыр тип өмөтләнәбеҙ. Шунлыҡтан яҙған мәҡәләгеҙҙе бик иғтибарлы уҡып сығығыҙ һәм ентекле рәүештә тикшерегеҙ. Мәҡәлә аҙағында имза ҡуйырға ярамағанлығын онотмағыҙ.
Вики-тамғалау тураһында ентекле мәғлүмәттәр өсөн күрһәтмәләрҙе ҡарағыҙ: Мәҡәләләрҙе нисек төҙәтергә, стиль тураһында — Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр, махсус билдәләр — Махсус билдәләр, ә бында үҙегеҙҙе һынап ҡарай алағыҙ.

9-сы аҙым. Мәҡәләгеҙҙе категорияларға ҡушығыҙ.

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Эҙләүҙе еңеләйтеү өсөн Википедияның һәр бер мәҡәләһе бер йәки бер нисә категорияға ҡушыла. Бер мәҡәләне категорияға ҡушыу өсөн, сығанаҡ текст аҙағында «Һылтанмалар» аҫтында бер буш юл ҡалдырырға, һәм һәр яңы юлда икеле шаҡмаҡ йәйәләр араһында "Категория: " һүҙенән һуң категория исемдәрен яҙып китергә кәрәк. Мәҫәлән: [[Категория:Физика]] йәки [[Категория:Башҡортостан тарихы]]. Шәхестәр тураһындағы мәҡәләләр «Әлифба буйынса шәхестәр» категорияһына ҡуйылырға тейеш: ([[:Категория:Алфавит буйынса шәхестәр]]), шулай уҡ тыуыу һәм үлеү буйынса ла (мәҫәлән, [[Категория:2 июль тыуғандар]] йәки [[Категория:1890 йылында үлгәндәр]]) һәм һөнәре һәм иле (мәҫәлән, [[Категория:Философтар]]) буйынса ла категорияларға ҡушылырға тейеш. Фильмдар, компьютер уйындары һәм романдар донъяға сығыу йылы һәм жанрҙары буйынса категорияларға ҡушылалар (мәҫәлән, [[Категория:Романдар 1910]], [[Категория:Фильмдар 1977]] йәки [[Категория:Комедия фильмдары]]).
Ентекле мәғлүмәттәр өсөн ҡарағыҙ: Категориялар.

10-сы аҙым. Интервики-һылтанмаларын ҡуйығыҙ.

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедия — донъяның бер нисә тиҫтә телендә бүлектәре булған халыҡ-ара энциклопедия. Төрлө телдәге бер үк мәҡәләләр араһында интервики һылтанмаларын ҡуйырға кәрәк. Бының өсөн мәҡәләгеҙҙең исемен инглиз йәки немец теленә тәржемә итегеҙ. Мәҡәләнең аҙағында, категорияларҙан һуң бер буш юл ҡалдырығыҙ, шунан яңы юлда ошо төҙөлөштө яҙығыҙ: [[тел коды:мәҡәлә исеменең тәржемәһе]]. Бында тел коды: инглиз теле өсөн — en, немец теле өсөн — de. «Квант механикаһы» өсөн ошондай юлдар яҙыласаҡ: [[en:Quantum mechanics]] йәки [[de:Quantenmechanik]]. Бөтә эштәр тамамланғас, аҫтағы «Ҡарап сығырға» төймәһенә баҫығыҙ. Хаталарҙы тикшереп һәм төҙәтеп сыҡҡандаң һуң, «Яҙҙырып ҡуйырға» төймәһенә баҫығыҙ. Шулай итеп Википедияға беренсе мәҡәләгеҙ яҙылған буласаҡ.
Ентекле мәғлүмәттәр өсөн ҡарағыҙ: Интервики.

Әйтеп үтелгәнсә, Википедияның һайланған мәҡәләләре һеҙ тауыш биреү менән иң һәйбәт мәҡәләләр араһына һайлап алынған, һәм бер аҙнаға баш биткә урынлаштырылған мәҡәләләрҙе таба алаһығыҙ. Мәҡәлә яҙған һәм һуңынан мәҡәләһе иң һәйбәттәр араһына һайланып алынған ҡатнашыусы үҙен ысын мәғәнәһендә википедиясы итеп тоя ала. Һеҙ ҙә шулай яҡшы итеп мәҡәлә яҙып ҡарағыҙ һәм һайланған мәҡәләләргә индереү өсөн тәҡдим итегеҙ.

Был эште башҡара алыуығыҙға ышанабыҙ!

Һәм тағы ла бер нисә файҙалы һылтанма:

  • Wikipedia:Белешмә — Википедияның белешмә сығанаҡтарының тулы исемлеге,
  • Wikipedia:Ҡоролтай — википедиясыларҙың фекер алышыу һәм аралашыу урыны,
  • Wikipedia:Хәкимдәр — һорауҙарығыҙ булһа, исемлектәге хәкимдәрҙән һорағыҙ.

Әгәр Һеҙгә Википедия оҡшаһа, дуҫтарығыҙға тәҡдим итергә онотмағыҙ!