Википедия:Шартһыҙ әһәмиәтлелек
Википедия өсөн шартһыҙ әһәмиәтлелек (имманент, тыумыштан килгән әһәмиәтлелек) — ниндәйҙер бер предметтың йәки предметтарҙың улар тураһында Википедияла мәҡәлә яҙыу мөмкинлеген билдәләгән үҙенсәлеге. Был мәҡәләләр ҙә тикшерелә алырға һәм сығанаҡтарға һылтанмалар менән тәьмин ителергә тейеш.
Шартһыҙ әһәмиәтлелек предметтар даирәләренең тәрәнтен һәм киң тикшерелгәнлеге, ундағы һәр предметтың етерлек һандағы абруйлы сығанаҡтар менән яҡтыртыла алыуы менән нигеҙләнә.
Концепция тәүләп инглиз Википедияһында, АҠШ халҡының федераль йәниҫәбе бирелмәләре буйынса тораҡ пункттар исемлеген баҫҡанда ҡулланыла. Был исемлектәге һәр географик объект тураһында Википедияла был территорияларҙың абруйлы сығанаҡтарҙа һүрәтләнеү-һүрәтләнмәүенә ҡарамайынса айырым мәҡәлә яҙыла. Шулай уҡ рус һәм башҡорт Википедияларында ла ошоға оҡшаш итеп бот менән йә ҡулдан мәҡәләләр ҡойола.
Википедия рухында шартһыҙ әһәмиәтлелек
[сығанаҡты үҙгәртеү]Предметтарҙың ҡайһы бер категориялары тураһындағы мәҡәләләр әһәмиәтлелектең төп критерийына тап килә. Мәҫәлән, ундай предметтарға ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегендәге тәбиғәт һәм мәҙәниәт объекттары инә. Был объекттар шартһыҙ әһәмиәтлелеккә эйә, сөнки был исемлеккә индерелеү үҙе үк уны төҙөүселәрҙә һәр объекттың тарихи һәм мәҙәни мөһимлеген раҫлаған ентекле һәм тикшерелә алған документация барлығын аңлата. Шунлыҡтан бындай исемлектәрҙә телгә алынған һәр бер объект Википедияла ҡабул ителгән әһәмиәтлелек критерийҙарына яуап бирә.
de facto әһәмиәтлелек
[сығанаҡты үҙгәртеү]Әһәмиәтлелектең de facto принцибы, ниндәй ҙә булһа предметҡа берләшмәнең шартһыҙ әһәмиәтлелек биреү тураһындағы күрһәтмәләре булмаһа ла, уның хаҡындағы мәҡәләнең барлығы шик аҫтына алынмаясағын, хатта ул юйылыуға ҡуйылһа ла, юйылмаясағын аңлата.
de facto әһәмиәтлелеккә эйә булған предметтар тураһындағы мәҡәләләр, әһәмиәтлелеген раҫлаған сығанаҡтарға һылтанмалары булмаһа ла, ғәҙәттә фекер алышыу һөҙөмтәһендә яҙыла. Әгәр һеҙ de facto әһәмиәтлелеккә эйә берәй предмет тураһындағы мәҡәлә урынлы яҙылған тип һанаһағыҙ, уны етешһеҙлектәрен төҙәтеү кәрәклеген белдергән ҡалып менән билдәләргә йә башҡа берәй мәҡәлә менән берләштереүгә ҡуйырға кәрәк, ә юйҙырырға түгел.
Инглиз Википедияһында, мәҫәлән, de facto әһәмиәтле тип түбәндәге предметтар һанала:
- АҠШ-тың тарихи ҡомартҡылары милли реестрына индерелгән иҫтәлекле урындар.
- Тораҡ пункттар (ауылдарҙы һәм ҙур ҡалаларҙың райондарын да индереп)
- Географик объекттар
- Күперҙәр, тоннелдәр
- Тере организм төрҙәре: хайуандар, үҫемлектәр, бәшмәктәр, микроорганизмдар.
Бынан тыш, «Предмет йә тема бойондороҡһоҙ абруйлы сығанаҡтарҙа ярайһы уҡ ентекле яҡтыртылһа, әһәмиәтле тип фараз ителә» тигән дөйөм ҡағиҙәнән тыш, махсус әһәмиәтлелек критерийҙары ҡуйыла ала.