Эстәлеккә күсергә

Одиноков Виктор Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Виктор Николаевич Одиноков битенән йүнәлтелде)
Одиноков Виктор Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 22 декабрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (87 йәш)
Тыуған урыны Клин[d], Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө химик
Эш урыны Рәсәй химия-технология университеты
Уҡыу йорто Рәсәй химия-технология университеты
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Одиноков Виктор Николаевич (22 декабрь 1937 йыл) — СССР һәм Рәсәй химик-органигы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), химия фәндәре докторы (1981), профессор (1984). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987).

Виктор Николаевич Одиноков[1] 1937 йылдың 22 декабрендә Мәскәү өлкәһенең Клин ҡалаһында тыуа.

1960 йылда Д. И. Менделеев исемендәге Мәскәү химия технологиялары институтын тамамлай.

Эш урындары: СССР Фәндәр академияһы Себер бүлексәһе Новосибирск органик химия институтының ғилми хеҙмәткәре (1960—1966); полимеризациялы пластмассалар ғилми тикшеренеү институты Новосибирск филиалының өлкән ғилми хеҙмәткәре (1966—1970); СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Химия институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, лаборатория мөдире (1970—1993); 1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Нефть химияһы һәм катализ институтының лаборатория мөдире.

Кандидатлыҡ диссертацияһын «Получение и некоторые превращения тетрафторпроизводных фталевой и тетрафталевой кислот» темаһына 1967 йылда яҡлай, докторлыҡ диссертацияһын «Контролируемый озонолиз олефинов как основа стереоспецифического синтеза би- и полифункциональных алифатических и гетероциклических соединений» темаһына яҙа һәм 1980 йылда яҡлай.

Ғилми эшмәкәрлек даирәһе: органик синтез, органик һәм биоорганик химия, фторорганик берләшмәләр химияһы, түбән молекуляр биокөйләгестәр (бөжәктәрҙең феромондары, ювеноидтар, экдистероидтар, токоферолдар) химияһы, озонолиз.

Одиноковтың уҡыусылары араһында — 4 фән докторы һәм 33 фән кандидаты.

Одиноков Виктор Николаевич — 320-нән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 2 монография, шулай уҡ 126 авторлыҡ танытмаһы һәм РФ патенты авторы. «Вестник АН РБ» журналының баш мөхәррире (1995—2004).

  • В. Н. Одиноков, Г. Ю. Ишмуратов, Р. Я. Харисов, Г. А. Толстиков. Озонолиз ненасыщенных соединений в синтезе феромонов насекомых и ювеноидов Успехи химии, 1995, Т.64, № 6580-608.
  • В. Н. Одиноков, Л. П. Боцман, Л. В. Саранова, Е. В. Сюткина, Г. А. Емельянова. Феромоны насекомых и их аналоги. LVI. Химико-ферментативный синтез (S,E)-(+)-9-гидрокси-2-деценовой кислоты — компонента феромона матки медоносной пчелы (Apis mellifera). Химия природ. соедин., 1997, № 6. 877—879.
  • В. Н. Одиноков, В. Р. Ахметова, Р. Г. Савченко, М. И. Малябаева, Н. В. Лобанова. Озонолиз алкенов и изучение реакций полифункциональных соединений. LIX. Новый подход к синтезу изофитола и (Е,Е)-гераниллиналоола — изопреноидных синтонов для ?-токоферола и (Е,Е)- ?-токотриенола. Журнал орган. химии, 1998, Т.34, № 8, 1154—1156.
  • В. Н. Одиноков. ?,?-Дикарбонильные 1,5-ненасыщенные изопреноиды с (Z)- и (Е)-?-связями в синтезе низкомолекулярных биорегуляторов. Известия АН Сер.хим., 1999, № 11, 2040—2051.
  • В. Н. Одиноков, В. Р. Ахметова, Р. Г. Савченко, М. В. Базунова, Е. А. Парамонов, Л. М. Халилов. Озониды перфтор-1-октена и перфтор-2-октена. Известия АН Сер. хим., 2000, № 6, 1109—1111.
  • В. Н. Одиноков, В. Р. Ахметова, М. В. Базунова, Р. Г. Савченко, Е. А. Парамонов, Л. М. Халилов. Озонолиз алкенов и изучение реакций полифункциональных соединений. LXV. Озонолиз перфтор-1-октена во фреоне-113. Журнал орган. химии, 2001, Т.37, № 3, 350—354.
  • В. Н. Одиноков, Э. П. Серебряков. Синтез феромонов насекомых. Монография, Изд-во «Гилем», Уфа, 2001, 371.
  • В. Н. Одиноков, М. И. Маллябаева, А. Ю. Спивак, Г. А. Емельянова, У. М. Джемилев. Новый подход к синтезу (2RS,4’R,8’R)-?-токоферола (витамина Е). Доклады Академии наук, 2001, 380, № 2, 201—203.
  • В. Н. Одиноков, Р. Г. Савченко, С. Р. Назмеева, И. В. Галяутдинов, Л. М. Халилов Озонолиз алкенов и изучение реакций полифункциональных соединений. LXVI. Озонолиз и гидрирование диацетонидов 24,25-и 25,26-ангидро-20-гидроксиэкдизонов. Синтез понастерона А. Журнал орган. химии, 2002, Т.38, № 4, 550—554.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СССР Фәндәр академияһының А. М. Бутлеров исемендәге премияһы лауреаты
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998)
  • Д. И. Менделеев исемендәге Бөтә Союз химия йәмғиәте дипломдары (1964, 1966).
  1. Карта сайта(недоступная ссылка)
  • [1] 2016 йыл 21 апрель архивланған. Башҡорт энциклопедияһы.
  • Кто есть кто в Республике Башкортостан. Уфа: Башкортостан, 1995