Эстәлеккә күсергә

Мухин Виктор Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Виктор Сергеевич Мухин битенән йүнәлтелде)
Мухин Виктор Сергеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 февраль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (86 йәш)
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

Мухин Виктор Сергеевич (16 февраль 1938 йыл) — ғалим-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2002), техник фәндәр докторы (1975), профессор (1978). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979), Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2007).

Виктор Сергеевич Мухин[1] 1938 йылдың 16 февралендә Ярославль өлкәһе Рыбинск ҡалаһында тыуа.

1962 йылда Өфө авиация институтын тамамлай. Кандидатлыҡ диссертацияһын — 1967 йылда Мәскәү авиация технологиялары институтында, докторлыҡ диссертацияһын 1975 йылда Мәскәү авиация институтында яҡлай (специальность 05.07.05).

Эш урындары: Өфө моторҙар эшләү заводында станоксы, техник, инженер (1956—1967); 1968 йылдан Өфө авиация институтында өлкән уҡытыусы, доцент, профессор, 1975—2003 йылдарҙа машиналар эшләү технологияһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1982 йылдан алып фәнни эш буйынса проректор, 1983—88 йылдарҙа Өфө авиация институты эргәһендәге «Искра» махсус конструкторлыҡ-технологик бюроһы директоры, 1995—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Техник фәндәр бүлегенең академик-секретары.

Мухиндың ғилми эшмәкәрлек даирәһе: двигателдәр эшләү технологияһы; деталдәргә технологик форма биргәндә өҫкө йөҙ ҡатламы барлыҡҡа килеү механизмы, уның химик һәм структура‑фаза составының үҙгәреүе, ныҡлығының артыуы, кәмеүе һәм емерелеүе өлкәһендәге тикшеренеүҙәр, статик һәм юғары температураларҙағы динамик һынауҙарҙың киң диапазонында релаксацион процестарҙың законлыҡтары һәм һәм механизмын өйрәнеү.

Виктор Сергеевич Өфөлә авиация двигателдәренең файҙаланылыу үҙенсәлектәрен яҡшыртыу ысулдарын эшләү менән шөғөлләнгән фәнни мәктәп булдыра.

Мухиндың уҡыусылары араһында 6 фән докторы һәм 25 фән кандидаты бар. Өфө дәүләт авиация техник университетының техник фәндәр докторы ғилми дәрәжәһе биреү советы рәйесе.

Мухин Виктор Сергеевич — 250-ләп ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 22 уйлап табыу һәм патент авторы.

  • К оценке длительной прочности материалов с учетом состояния поверхности.- Уфа: УАИ, 1985;
  • К методике ускоренного определения оптимальных режимов обработки жаропрочных никелевых и титановых сплавов //Авиационная промышленность, приложение N 2, 1986;
  • Модифицированные поверхности деталей ГТД по условиям эксплуатации. М.: Машиностроение, 1995 (соавтор).
  • Интегрированные вакуумные ионно-плазменные технологии обработки деталей ГТД. Физические основы, моделирование, проектирование. Уфа: Гилем, 2001 (соавтор).
  • Поверхность: технологические аспекты прочности деталей ГТД. М.: Наука, 2005.
  • «Износ инструмента, качество и долговечность деталей из авиационных материалов». — Уфа: Башкнигоиздат, 1987.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982)
  • Фән һәм техника өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт премияһы лауреаты (2007)
  • СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең ике алтын, бер көмөш һәм бер бронза миҙалы.
  1. Академия Наук Республики Башкортостан - Мухин Виктор Сергеевич. Дата обращения: 1 февраль 2013. Архивировано 6 февраль 2013 года.
  • Кто есть кто в Республике Башкортостан. Уфа: Башкортостан, 1995
  • Кафедра технологии машиностроения УГАТУ (история, факты, события, люди) // Уфимский государственный авиационный технический университет / Под ред. В. С. Мухина. Уфа, 2002.