Эстәлеккә күсергә

Хәкимов Виктор Сәлим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Виктор Хакимов битенән йүнәлтелде)
Хәкимов Виктор Сәлим улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 сентябрь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (78 йәш)
Тыуған урыны Татар Малаяҙы ауылы, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө физик, геофизик
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме старший научный сотрудник[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]

Хәкимов Виктор Сәлим улы (10 сентябрь 1946 йыл) — ғалим-физик, йәмәғәтсе. Техник фәндәр кандидаты (1984), өлкән ғилми хеҙмәткәр (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2006), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985).

Виктор Сәлим улы Хәкимов 1946 йылдың 10 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Татар Малаяҙы ауылында тыуған.

1964 йылда Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетына уҡырға инә һәм «физик, физика уҡытыусыһы» һөнәре буйынса уны 1969 йылда тамамлай.

Үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген шул уҡ йылда йүнәлтмә буйынса уҡытыусы булып Салауат районының үҙәге Малаяҙ ауылында башлай: урындағы урта мәктәптә һәм интернат-мәктәптә физика уҡыта.

1970—1971 йылда хәрби хеҙмәткә алына, уны СССР Ҡораллы Көстәренең Төньяҡ флотында үтә.

Запасҡа ҡайтарылғандан һуң хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө ҡалаһында Башҡорт дәүләт медицина институтының физика кафедраһында ассистент вазифаһында дауам итә.

1973—1985 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Фәнни-тикшеренеү секторында өлкән инженер һәм өлкән ғилми хеҙмәткәр була.

1983 йылда «нефть һәм газ ятҡылыҡтарын тикшереү һәм файҙаланыу» һөнәре буйынса ситтән тороп Мәскәү ҡалаһындағы Бөтә Союз нефть ғилми-тикшеренеү институтының аспирантураһын тамамлай һәм 1984 йылда «техник фәндәр кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

1985—1986 йылдарҙа йәш ғалим "Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институты"ның (БашНИПИнефть быраулау техникаһы һәм технологияһы бүлегендә өлкән ғилми хеҙмәткәр.

Артабан 1989 йылғаса СССР Нефть сәнәғәте министрлығының «Союзнефтеотдача» фәнни-етештереү берекмәһеһенең нефть сығарыуҙы арттырыуҙың вибротулҡын технологиялары бүлегендә өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

1989 йылдан Виктор Хәкимов ВНИИнефтепромгеофизика ғилми-тикшеренеү институтының скважиналарҙы һынау техникаһы һәм технологияһы бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1993 йылдан — «Геофизика» фәнни-етештереү фирмаһы итеп үҙгәртелгән ошо акционерҙар йәмғиәтенең «Тест инженер үҙәге» филиалы директоры, 2015 йылдан — ер ҡатламдарын тикшереү бүлеге етәксеһе була.

«Геофизика» фәнни-етештереү фирмаһының Ғилми советы юллауы буйынса 1990 йылда СССР-ҙың Юғары Аттестация Комиссияһы Виктор Хәкимовҡа «өлкән ғилми хеҙмәткәр» фәнни вазифаһы бирә. Ғалим 90-дан ашыу фәнни мәҡәлә авторы һәм авторҙашы, уның шулай уҡ бихисап авторлыҡ танытмалары, патенттары бар. 1985 йылдан ул «СССР-ҙың уйлап табыусыһы». 2006 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2011 йылда Виктор Хәкимов «Салауат Юлаев вәриҫтәре» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойоштора һәм уның Советына рәйеслек итә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2006)
  • СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985)
  • «Выдающийся геофизик Комаров С. Г.» миҙалы (2011)
  • «Башнефтегеофизика» акционерҙар йәмғитенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2016)
  • Евроазия геофизик йәмғиәт дипломдары (2005, 2016).

Ваҡытлы матбуғатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. «Киске Өфө» гәзите, 2014 йыл, 26 июнь (Тикшерелеү көнө: 8 ғинуар 2019)
  • Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 8 ғинуар 2019)