Эстәлеккә күсергә

Ғәлиев Вил Барый улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Виль Галеев битенән йүнәлтелде)
Ғәлиев Вил Барый улы
Тыуған көнө

1 сентябрь 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (92 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Учалы районы Ахун ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

тәбиғи ресурстар транспортлау

Альма-матер

Өфө дәүләт нефть техник университеты

Ғилми дәрәжәһе

техник фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Ғәлиев Вил Барый улы (1 сентябрь 1932, Ахун, Учалы районы) — инженер-механик. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (1990). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1977), СССР Газ сәнәғәте министрлығы (1968), СССР Нефть сәнәғәте министрлығы (1978), СССР‑ҙың Нефть һәм газ сәнәғәте ойошмаларын төҙөү министрлығы (1982) отличнигы.

1955 йылда Өфө нефть институтын тамамлағандан һуң Башҡортостан нефть үткәргестәре идаралығы предприятиеларында эшләй.

1962—1984 йылдарҙа һәм 1992 йылдан алып Өфө дәүләт нефть техник университетында (1968 йылдан алып етәксе хеҙмәткәрҙәрҙең һәм белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү факультеты деканы).

1985—1992 йылдарҙа Төмән индустрия институтында (1987 йылдан алып торба үткәргестәр һәм һаҡлағыстар төҙөү кафедра мөдире) уҡыта.

1995—2001 йылдарҙа Республика тармаҡ хеҙмәтте һаҡлау һәм экология уҡыу-аттестация үҙәгендә эшләй.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни эшмәкәрлеге нефть продукттары өсөн резервуарҙар проектлау менән бәйле. Ғәлиев эшләгән күтәреү һәләте түбән һәм баҫылған тупраҡтарҙа резервуарҙар төҙөү өсөн нигеҙ проекттары Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәре нефть сәнәғәте предприятиеларында индерелгән.

210-дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 29 уйлап табыу авторы. И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1982).

  • Эксплуатация стальных вертикальных резервуаров в сложных условиях. М., 1981;
  • Магистральные нефтепродуктопроводы. 2-е изд., перераб. и доп. М., 1988 (авторҙаш);
  • Аварии резервуаров и способы их предупреждения. Уфа, 2004 (авторҙ.).