Эстәлеккә күсергә

Виргинский Виктор Семёнович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Виргинский Виктор Семёнович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 5 сентябрь 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Мытищи, Мәскәү өйәҙе[d], Мәскәү губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1989
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө тарихсы
Эшмәкәрлек төрө тарих
Эш урыны Мәскәү дәүләт педагогия университеты
Уҡыу йорто Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]

Виргинский Виктор Семенович (псевдонимы, төп фамилияһы — Гуревич; (5 сентябрь 1908 йыл — 1989 йыл) — СССР тарихсыһы, тәбиғәт белеме һәм техника тарихы өлкәһендәге белгес, тарих фәндәре докторы (1951), Мәскәү дәүләт педагогия университеты профессоры (1954)[1].

Виктор Семенович Виргинский 1908 йылдың 5 сентябрендә Мытищи ҡалаһында тыуған. 1924 йылда Сергиево (хәҙер Сергиев Посад) ауылында туғыҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң 1925 йылда Г. В. Плеханов исемендәге Мәскәү халыҡ хужалығы институтына уҡырға инә, уны 1930 йылда тамамлай. Н. Г. Чернышевский исемендәге Мәскәү тарих, философия һәм әҙәбиәт институтында уҡый, уны 1939 йылда тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Виктор Виргинский Новосибирскиҙа эвакуацияла була[1].

Мәскәү тарих, философия һәм әҙәбиәт институтында «Французская металлургия во время Великой Французской революции XVII в.» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын, СССР ФА Тарих институтында «Возникновение русских железных дорог и железнодорожный вопрос в России до начала 40-х гг. XIX в.» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[1].

Виктор Семенович СССР Сит ил эштәре Халыҡ комиссариатының Мәскәү халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтында эшләй, ВКП(б) Үҙәк Комитеты ҡарамағында Юғары партия мәктәбенең ситтән тороп уҡыу бүлегенең Мәскәү консультация пунктында уҡытыусы-консультант булып эшләй[1].

1947 йылдан сәйәси һәм фәнни белемде таратыу буйынса Бөтә Союз йәмғиәтенең ғәмәли ағзаһы булып тора, 1949—1951 йылдарҙа —Ҙур Совет Энциклопедияһы нәшриәтенең «Тәбиғәт белеме һәм техника тарихы»[2] мөхәрририәтендә штаттан тыш мөхәррир һәм мәҡәләләр авторы.

Виктор Семенович Мәскәү ҡалаһының юғары 10 уҡыу йортонда эшләй, 1951 йылдан алып — В. И. Ленин исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия институтында 30 йылдан ашыу уҡыта, лекциялар, спецкурстар, боронғо замандан алып 20 быуат аҙағына тиклем СССР тарихы буйынса практик дәрестәр үткәрә, фәнни эштәр менән шөғөлләнә, диссертация яҡлау буйынса аспиранттар әҙерләй[1]. 1964—1965 йылдарҙа тарих факультетында үҙе әҙерләгән «Фән һәм техника тарихы» лекциялар курсын уҡый, 1989 йылда үҙенең вафатына тиклем ғилми эшмәкәрлек менән шөғөлләнә[1].

Виктор Семенович Виргинский 1989 йылда Мәскәүҙә вафат була.

  • История техники железнодорожного транспорта. Вып. I—IV. М., 1936;
  • Начало парового судоходства в России (из истории русской транспортной техники до 40-х гг. прошлого века). М., 1948;
  • Возникновение железных дорог в России до начала 40-х гг. XIX в. М., 1949;
  • Русские изобретатели Черепановы и их роль в развитии горно-металлургического производства. М., 1952;
  • Владимир Федорович Одоевский. Естественнонаучные взгляды. 1804—1869 гг. М., 1975;
  • Очерки истории науки и техники. 1870—1917 гг. / В. Ф. Хотеенков менән авторҙашлыҡта . М., 1988;
  • «Жизнь замечательных людей» серияһында «Черепановы» китабы сыға(1957)[3].
  • Список книг серии «Жизнь замечательных людей»