Висенс йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Висенс йорто
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1883
Дәүләт Flag of Spain (1785–1873, 1875–1931).svg Испания[1]
Административ-территориаль берәмек Gràcia[d][1]
Ойошма йәки клуб ағзаһы Iconic Houses Network[d][2]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән Кирбес һәм глазурь[d]
Архитектор Антони Гауди[2]
Архитектура стиле неомавританский стиль[d], каталонский модернизм[d] һәм модерн[d]
Количество этажей 3
Число подземных этажей 1
Мираҫ статусы культурное достояние Каталонии национального уровня[d][3] һәм часть объекта всемирного наследия[d]
Майҙан 1850 квадратный метр[4],
0,12 гектар,
4,23 гектар
Адрес (DEPRECATED) Carrer de les Carolines, 18-24
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of Casa Vicens[d]
Commons-logo.svg Висенс йорто Викимилектә

Висенс йорто (кат.Casa Vicens) — шәхси торлаҡ йорт, Барселонала 18831885 йылда архитектор Антони Гауди Мануэль Висенс ғаиләһе өсөн төҙөгән, каталон баш ҡалаһының иҫтәлекле урындарының береһе. Йорт Каролинас урамы (кат.Carrer Carolines de les), 22-24 буйынса урынлашҡан, Барселона районында Грасия ла Гаудиның беренсе ҙур закаы булып тора.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йорт проектын 1878 йылда Гауди архитектор дипломын алыу менән бер үк ваҡытта эшләй. Йортҡа йәйге резиденция булараҡ кирбес һәм плитка фабриканты М. Висенс заказ бирә, йорт үҫемлек орнаменттары менән шахмат тәртибендә эшкәртелмәгән таштарҙан һәм төҫлө керамик плиткаларҙан төҙөлә. Керамик плитка хужаның эшмәкәрлегенең тейешле баһаһы булып тора.

1925 йылға тиклем йорт хужалары йортҡа реконструкция үткәргәс, Каролинас урамын киңәйтәләр, йортто баҡса менән уратып алалар. Был үҙгәртеүҙәр барышында, шулай уҡ 1946 һәм 1962 йылдарҙа ер участкаһының өлөшө һатылғандан һуң баҡсаның ҙур өлөшө юҡҡа сыға, уның менән бергә ҡойма өлөшө, ротонда һәм каскад менән фонтан да юҡҡа сыға.

2005 йылда Висенс йорто Антони Гаудиның башҡа ижади емештәре менән ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә.

2017 йылда йортта музей асыла[5]

Билет хаҡы 16 евро тора, 14 йәшкә тиклемге балаларға инеү бушлай[6].

Архитектураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йорт төҙөгәндә Гауди эркер, балкон, фасадының сығып торғпн өлөштәре кеүек төрлө декоратив элементтар ҡуллана. Төп төҙөлөш материалы булып эшкәртелмәгән таш була, уларҙы йәш архитектор шахмат йәки сәскә биҙәктәре барлыҡҡа килтергән кирбес һәм кафель менән бергә ҡуллана.

Конструктив биҙәлеше лә, декоратив биҙәлеше лә испан-ғәрәп стиле мудехар йоғонтоһо аҫтында башҡарылған, ул бигерәк тә бинаның өҫкө өлөшөндә һиҙелә, әммә биҙәлештә һуңғы Гаудиға хас булған яңы формалар һәм декоратив элементтар эҙләүендә ынтылыш бар.

Гаудиның был эше, асылда, модернизм стилендә беренсе архитектура эше булып тора, ул шул ваҡытта өҫтөнлөк алған тарихилыҡ менән ҡапма-ҡаршы килеп тора. Тәүге эштәрендә үк Гаудиның архитектура ансамблен төҙөүгә ынтылышы күренеп тора. Шуға күрә ҡапҡаларҙың үҙенсәлекле рәшәткәләрен, тәҙрәләрҙе, балкондарҙы ул үҙе проектлай, аш бүлмәһе, тартыу бүлмәһе интерьерҙарының эскизын башҡара.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 archINFORM — 1994.
  2. 2,0 2,1 https://www.iconichouses.org/houses
  3. Inventari del Patrimoni Arquitectònic de Catalunya
  4. https://casavicens.org/wp-content/uploads/2017/11/Pla-Impact-Turist-Casa-Vicens.pdf?dl=1
  5. Codrea-Rado, Anna. Gaudí’s First Completed House Opens to the Public (en-US), The New York Times (16 ноябрь 2017). 4 ғинуар 2019 тикшерелгән.
  6. Prepare your visit to the museum house (en-US). Casa Vicens. 4 ғинуар 2019 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Весь Гауди. Издательство Editorial Escudo de Oro, S.A. Barcelona. ISBN 84-378-2269-6

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • casavicens.org — Висенс йорто рәсми сайты  (инг.)