Эстәлеккә күсергә

Витославлицы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Витославлицы
Нигеҙләү датаһы 5 июнь 1964
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Бөйөк Новгород
Урын Бөйөк Новгород
Рәсми асылыу датаһы 5 июнь 1964
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Новгородская область/Великий Новгород, часть 2[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Адрес Yur'yevskoye Shosse, 14
Рәсми сайт novgorodmuseum.ru/muzej-…
Указания, как добраться Витославлицы (Юрьево)
Карта
 Витославлицы Викимилектә

«Витославлицы» — халыҡ ағас төҙөлөшөнөң Новгород музейы, Бөйөк Новгородтан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта, Мячино күленең көньяҡ ярында ятҡан Изге-Юрьев ирҙәр монастыры эргәһендә урынлашҡан.

«Витославлицы» атамаһы XII быуаттан алып XVIII быуатҡа тиклем бында булған Витославлицы ауылынан барлыҡҡа килгән. Яҡынса 1187 йылдар тирәһендә ауылды Новгород кенәзе Изяслав Мстиславич үҙенең ҡустыһына тапшыра. 1207 йылда Пантелеймон монастыры янындағы монастырь слободаһы була. XIX быуаттың беренсе яртыһында бында йәшәүсе графиня А.А. Орлова -Чесменская был ерҙәрҙе алпауыт Семевскийҙарҙан һатып ала. Уның архитектор Карл Росси проекты буйынса төҙөлгән йорто һаҡланған[2]. 2014 йылда археологтар торлаҡ эҙҙәрен таба, уларҙы XII быуатта телгә алынған Витославлицы ауылы менән бәйләргә була[3].

Музейҙы ойоштороу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1964 йылдың 31 ғинуарында РСФСР мәҙәниәт министры «Ағас архитектура ҡомартҡыларын һаҡлауҙы яҡшыртыу саралары тураһындағы» бойороҡҡа ҡул ҡуя. Уға ярашлы, Новгородта асыҡ һауала музей ойошторорға ҡарар ителә. 5 июндә Новгород ҡала советы элекке Орел усадьбаһы биләмәһен яңы музей төҙөүгә бирә[4].


Музейына нигеҙ «Витославлицы» музхейының барлыҡҡа килеү датаһы 1964 йылдың 5 июне тип ҡабул ителә [5]. Музейға Леонид Красноречьев нигеҙ һала. Асыҡ һауалағы музей 1967 йылдың 16 майында эш башлай. Ул Рәсәйҙең XVI быуат боронғо ағас архитектура ҡомартҡыларын, XVIII—XIX быуаттарҙың торлаҡ һәм производство биналарын үҙ эсенә ала.

Бында иң беренселәрҙән булып Курицко ауылынан 1595 йылдада төҙөлгән Успения Богоматерь сиркәүе күсерелә. Музейға күсерелгән беренсе өй булып Рышево ауылынан алып киленгән М.Д. Екимова өйө тора[6].

«Витославлицы» музейы шулай уҡ революцияға тиклем Рәсәй традицияларында халыҡтың күңел асыу, халыҡ сәнғәте кәсептәрен хуплау һәм уларға ярҙам итеү, фольклор фестивалдәре майҙансығы булып тора

Бөтә комплекс Новгород дәүләт берләштерелгән музей-ҡурсаулыҡ составына инә

2017 йылда Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы һәм «Рәсәйҙә мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм файҙаланыу» Халыҡ-ара реконструкция һәм үҫеш банкы берлеге проекты сиктәрендә музей объекттарын һәм усадьба паркының тарихи ландшафтын тергеҙеү һәм территорияларҙы төҙөкләндереү буйынса комплекслы эштәр башлана[7].

2019 йылдың июлендә музейҙа яңы «Иконостас церкви Успения с. Никулино Любытинского района» экспозицияһы асыла, уның өҫтөндә эш 2015 йылдан алып барыла[8].

Музей бинаһы галереяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Основные типы деревянных храмов
  • Кижи
  • Малые Корелы
  • Костромская слобода (музей-заповедник)
  • Василёво
  • Тальцы
  • Изба
  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 624 от 04.12.1974
  2. В.В.Гормин.Музей народного деревянного зодчества «Витославлицы»\\Достопримечательности Новгородской области\Сост. Н.М.Иванов.—Л.:Лениздат, 1982.—335 с.
  3. На Ярославовом дворище в Великом Новгороде найдены следы селения эпохи неолита Архивная копия от 4 сентябрь 2014 на Wayback Machine
  4. Новгородский музей Витославлицы
  5. Витославлицы(недоступная ссылка).Дата обращения 26 января 2010. Архивировано 2 апреля 2010 года.
  6. В.В.Гормин.Музей народного деревянного зодчества «Витославлицы»\\Достопримечательности Новгородской области\Сост. Н.М.Иванов.—Л.:Лениздат, 1982.—335 с.
  7. Музей народного деревянного зодчества «Витославлицы» отмечает 55-летний юбилей. Информационное агентство «Великий Новгород» (05.06.2019). Дата обращения: 6 июнь 2019. Архивировано 7 июнь 2019 года. 2019 йыл 7 июнь архивланған.
  8. Четыре года в «Витославлицах» воссоздавали иконостас церкви Успения села Никулино Любытинского района (недоступная ссылка). ИА «Великий Новгород» (10 июля 2019).Дата обращения 10 июля 2019.Архивировано 10 июля 2019 года.