Урыҫ өйө

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Владимир өлкәһе Суздалдә урыҫ өйө

Өй (изба) — Рәсәйҙең урманлы ерҙәрендә ағастан буралған ауыл йорто, торлаҡ.

Тәүҙә өй тип дүрт диуарҙан торған айырым торлаҡ, йәки ҙур йорт эсендәге бер бүлем аталып йөрөтөлә. Улар бешеренеү өсөн тәғәйенләнгән мейес менән йылытылған. Мунсаһы менән ҡуша йылытыусы мейесле ҡунаҡ йортонан (горница) өй шуныһы менән айырыла: йортта бер-нисә торлаҡ-өй (мәҫәлән, Заонежьеның ҙур йорт-комплекстарында һигеҙгә тиклем) булыуы мөмкин.

XIXXX быуаттарҙа крәҫтиән хужалығында яңы типтағы торлаҡ йорттар төҙөү һәм уларҙың йәшәү өсөн тәғәйен өлөшөн башҡаса ҡороу сәбәпле, был термин яйлап ҡулланылыштан сыға бара һәм уның тәүге мәғәнәһе онотола.

Хәҙерге заманда өй термины, ғөмүмән алғанда, ағас йортҡа ҡарата хаталы ҡулланыла, сөнки йорт төшөнсәһе, өйҙән тыш, уның соланына, ҡунаҡтар өсөн тәғәйен түрьяғына, ышыҡ ишек алдына һ.б. өлөштәренә ҡарата дөйөм ҡулланыла.

Тверь өлкәһендәге Рамешков районының Кушалино ауылындағы урыҫ өйө
Урыҫ өйөнөң көньяҡ тибы. Воронеж, XIX быуат

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

X быуатҡа тиклем урыҫ өйөнөң өстән бер өлөшө ер аҫтына төшөрөп төҙөлгән. Уның өсөн тәрән генә соҡор ҡаҙыла һәм уның өҫтөнә 34 рәт йыуан бүрәнәнән бура ултыртыла. Яртылаш землянка рәүешендәге өйҙөң ишеге урынына 0,9 метрға 1 метр самаһындағы ҙур булмаған тишек ҡалдырылған. Уныһы иһә өҫтөнән ҡалын шаршау менән көпләнгән һәм үҙ-ара бау менән нығытылған яртышар ике бүрәнә менән ябып ҡуйылған. Өйҙөң ер аҫтындағы өлөшөндә таштан усаҡ һалынған. Йылылыҡты тотоу маҡсатынан, мөрйә ҡалдырылмаған, төтөндөң артығы инеп-сығыу өсөн тәғәйенләнгән тишек аша ғына сығарылған. Таҡта түшәлмәгән ер иҙән, һыу һибеп, һеперелеп торғанға күрә, шымарып, ҡатып китер булған. Ғаиләнең башлығы — атай кеше усаҡ эргәһендә, ҡатыны һәм балалары инеү урынынан уң яҡта йоҡлағандар. Торлаҡҡа ингән урында йорт хайуандары, мәҫәлән, яңы тыуған бәрәстәре менән инә сусҡа, тотолған. Бындай йәшәү рәүеше оҙайлы ваҡыт дауам иткән. Быуаттар үтеү дәүерендә урыҫ өйөнөң төҙөлөшө камиллаша бара: тәүҙә ҡабырға яҡлап, диуарҙа төтөн сығарырлыҡ бәләкәй тәҙрә уйыла; артабан мөрйәһе ҡыйыҡта булған мейестәр уйлап сығарыла.

Мейес һалыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дж. Аткинсон. Урыҫ мейесе. 1803 йыл

Яйлап ябай төҙөлөшлө усаҡ урынына мейестәр төҙөлә башлай. VIII—XIII быуаттарҙа көнсығыш славяндарҙа мейестәрҙең бер-нисә төрө барлыҡҡа килә[1].

Төньяҡ Рустә таш мейестәр һалыу киң тарала. Был осраҡта йәбештереүсе иҙмәһеҙ, ҡоро таштан һалынған мейестәр ҡулланылышҡа инә. Төньяҡ Ладогала таш мейестәрҙең нигеҙенең арҡырыһы 1,5 метрғаса етә[2]. Төньяҡ Рустә (Изборск) 1х1 метр самаһы майҙандағы нигеҙгә ултыртылған һәм бейеклеге 1 метрлыҡ эсе ҡыуыш көмбәҙ рәүешендәге балсыҡ мейестәр тарала[3].

Таш һәм балсыҡтан һалынған мейестәр билдәлелек яулай. Улар, бигерәк тә, Дон йылғаһының үрге өлөшөндә, Днепрҙың урта тәңгәлендә киң тарала. Бындай мейестәрҙең нигеҙе 1,5х2 метр ҙурлығында була. Урта һәм Үрге Днепр буйында балсыҡ мейестәр йыш ҡулланыла. Улар арҡырыға 1,5 метр, бейеклектә 1,2 метрға тиклем етә[4].

Усаҡ көнсығыш-славян донъяһында мейес ҡарағанда күпкә әҙерәк таралған була. Урта Днепр, Припять урманлығында йәшәүсе ырыуҙарҙа (поляндар, древляндар, волыньдар) һәм Новгородчинала (словендар) усаҡтар бөтөнләй юҡ. Поочье һәм Дон буйында (вятичтар), Днепрҙың һул яғында (северяндар) һәм Псковщинала (псков кривичтары)[5] һирәкләп осрай.

Урта быуаттарҙа бөтә торлаҡтар ҙа мөрйәһеҙ мейес менән йылытыла.

XVII быуатҡа тиклем торбаһыҙ мейестәр ҡулланыу дауам итһә лә, төтөндө ишек аша түгел, ә түбәнән сығарыу өсөн ҡоролмалар уйлап табыу күренеше йышая бара. Өйҙөң түбәһендә тишек уйылып, шуның аша ағастан горизонталь торошло төтөн юллығы (боров) уйлап табыла. XVII быуаттан алып XIX быуатҡаса ҡалаларҙа йәшәүсе хәлле кешеләрҙең генә мөрйәле мейес сығартырлыҡ мөмкинселеге була. XIX йөҙйыллыҡтың аҙағынаса ябай халыҡтың өйө ҡара мунса хәлендә яғыла килә.

Ҡара өй[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1619 йылғы гравюрала ҡара өй

Мөрйәһеҙ мейес менән йылытылыусы өйҙәр ҡара өй (курная изба) тип атала. Төтөн юллығы булмаған мейес менән файҙаланғанда, ишек асыҡ тотола. Ләкин ҡоромло ҡара төтөн түбәгә тиклем күтәрелеп, өйҙөң эсен ҡаплап ала һәм бүрәнәләргә ҡап-ҡара һөрөм булып ултыра. Ҡалын ҡатлам булып йыйылған һөрөм, иҙәнгә ҡойолоп, бысрандырмаһын өсөн, өйҙөң дүрт яғы буйлап өҫтән кәштәләр элеп сыҡҡандар. XIII быуатта өйҙөң бер яғында төнлөк өсөн тишек уя башлайҙар. Һуңғараҡ келә (задвижка, волок) менән асыла һәм ябыла торған шыуҙырмалы япҡыслы итеп эшләнгән төнлөк («дымоволок», «волоковое окно») өйҙөң түшәменә күсерелә.

Рәсәйҙең ауылдарында бындай ҡара өйҙәр һалыу XIX быуатҡаса дауам итә, хатта XX быуат башында ла осрай. Ҡара өйҙәге ер иҙән даими рәүештә һыулап һеперелә һәм тапала торғас, тығыҙланып ҡатып китә. Ул замандарҙа бүрәнә ярҙырыу эше бик ҡатмарлы булғанға күрә, иҙәнгә таҡта түшәтеү үтә лә ҡыйбатҡа төшкән. Ишеклек таҡтаны, урталай ярылған бүрәнәне тигеҙләнгәнсе йышып, эшләгәндәр.

Ҡара ысул менән йылытылыусы өйҙәр менән бер үк ваҡытта түшәмендә ағастан эшләнгән төтөн юлағы (дымоход, «боров») булған өйҙәр ҙә барлыҡҡа килә. Ҡараңғы ваҡытта өйҙөң эсе сыра менән яҡтыртыла. Ул замандарҙа кешеләр ҡараңғы төшөү менән йоҡларға ятырға тырышҡан.

Аҡ өй[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нигеҙһеҙ төҙөлгән өй. Бурятияның Мухоршибир районындағы Шаралдай ауылында И. Т . Калашниковтың йорт-музейы

XV быуатта торбалы аҡ мейес сығара башлайҙар. Әммә тик XVIII быуатта ғына Санкт-Петербургта батша Петр I ҡара ысул менән ут яғылған өйҙәр төҙөүҙе тыя. Торба менән йылытыу ҡала ерендә генә, кенәз, баяр, сауҙагәрҙәр тарафынан ҡулланыла. Башҡа тораҡ пункттарында ундай мейестәрҙе төҙөтөү XIX быуатҡа тиклем дауам итә.

Бары тик алты диуарлы аҡ өй генә урыҫ өйөнөң «классик» төрө тип һанала.

Төньяҡ урыҫтары өйө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә крәҫтиән хужалығының бер ҡыйыҡ аҫтына тупланыуы Мәскәүҙән төньяҡтараҡ төҙөлгән урыҫ өйөнөң төп үҙенсәлеге булып тора. Йорттоң өстән берҙән алып яртыһына тиклем биләгән торлаҡ өлөшө урыҫ мейесе менән йылытыла һәм ер өҫтөнән 1-1,5 метр бейеклектә була. Торлаҡтың иҙәне аҫтындағы өлөшө (подполье) картуф һәм башҡа йәшелсәләр запасын һаҡлау өсөн файҙаланылған. Баҙға төшөү урыны өйҙөң эсендә генә булған. Уның өсөн иҙәндә яҡынса 1х1 метр ҙурлығында ҡапҡаслы уйым уйыла. Баҙ үҙе ер иҙәнле була. Бәләкәй генә уйымлы тәҙрәләр аша яҡтылыҡ төшкән.

Өйҙөң икенсе яртыһы ике-өс ҡаттан тора. Мал ҡыуыр өсөн ҡапҡаһы булған аҫҡы ҡат бәләкәй-бәләкәй генә тәҙрәле бер-нисә бүлемгә бүленә. Улар быҙауы менән һыйыр һәм һарыҡ-кәзәләр өсөн тәғәйенләнгән. Бер мөйөштә тауыҡтар өсөн төнәк тә ҡорола.

Үрге ҡатта ҡунаҡ өйө, төкәтмәнән эшләнгән бесәнлек (сеновал) һәм ут яғып йылытыла торған аҙбар урынлаша. Бесәнлектә шулай уҡ бәҙрәф ҡуйыла, утын да шунда һаҡлана. Унан урамға ерҙән 2,5-3 метр бейеклегендә, иңе 2-3 метр киңлегендәге ҙур ҡапҡа асыла.

Өйҙөң бөтә бүлемдәре торлаҡ өлөшө менән бер кимәлдәге коридор менән тоташа, шуға күрә ҡунаҡ өйөнә ишегенә баҫҡыс буйлап күтәреләләр. Бесәнлектең ишегенән аҫтағы аҙбарға һикәлтәнән төшәләр.

Саврасов Алексей Кондратиевич Кәңәшмә өйө

Өйҙөң ишеге яғынан ҙур тәҙрәле солан төкәтеп эшләәҙәр. Шулай итеп, өйгә инер өсөн тәүҙә күтәрмәгә менеп, соланға инер кәрәк, артабан һикәлтә аша коридорға, шунан ғына өйҙөң торлаҡ өлөшөнә инәһең. Өйҙөң арт яғына төкөтөп һарай (ғәҙәттә, бесән һаҡлау өсөн) төҙөлә. Ауыл өйөн ошондай рәүештә төҙөү һыуыҡ ҡыштарҙа тышҡа артыҡ сыҡмай ғына хужалыҡ итеү өсөн уңайлылыҡ тыуҙыра.

Иҙән[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өйҙә ер иҙән була. Рәсәй ҡалаларында һәм алпауыттарҙың хужалығында таҡта ярҙырыу цехтары барлыҡҡа килеү менән,өй иҙәнен ағастан түшәтә башланыла. Тәүҙә уртаға ярҙырылған бүрәнә ҡулланыла. XVIII быуатҡа тиклем таҡта етештереү кәрәкле кимәлгәсә үҫешмәгән була. Бары тик Петр I күрһәткән тырышлыҡ менән һәм уның «О приучении дровосеков к распиловке дров» тигән указы нигеҙендә был эш киң йәйелдерелә башлай. 1748 йылда батшанан: «Бөтә алпауыттарға һәм етештереүселәргә ҡул бысҡыларын табыу сараһын күрергә һәм хәстәрләргә» тигән күрһәтмә төшә. Шуға ҡарамаҫтан, 1756 йылда: «Һыу һәм ел тирмәндәре ярҙамында эшләгән бысҡы түгел, хатта ҡул бысҡылары ла һаман ҡулланылышта юҡ,»- тип таныла. Шулай итеп, ХХ быуатҡа тиклем, крәҫтиән өйөндә ер иҙәндәр ҡулланылышта булыуын дауам итә. Тапалыуҙан шымарған ер иҙән сатнап ярылмаһын өсөн, ҡайһы саҡта тиреҫ ҡатыш балсыҡ менән һылағандар.

Тәҙрәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урыҫ өйөндә, ғәҙәттә, тәҙрә булмай. Тәҙрәләрҙең хәҙерге замандағыларға оҡшаштарын XV быуатта бай кешеләр генә эшләтә алған. Яңаҡлы («красные», «косячные окна») тәҙрәһе, иҙәне, торбалы мейесе булған өйҙәр XVIII быуатта һирәкләп күренә башлай, күпләп XIX быуатта ғына төҙөлә. Тәҙрә уйымдары, йыл миҙгелдәренә бәйле, слюда, йә булмаһа үгеҙ ҡыуығы менән ҡапланған.

Ҡыйыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Старообрядсылар йортоноң эске күренеше. Байкал аръяғы халыҡтарының этнографик музейы.
Стеналар буйында буялған эскәмйәләр, таҫтамал эленгән көҙгө, ҡыҙыл мөйөш, ҙур шаҡмаҡ өҫтәл, сәңгелдәк, шаллы иҙән.
Павлов посад ҡалаһындағы ағас өйҙәргә хас үҙенсәлекле ҡыйыҡ.
Ҡыйыҡтың урам яғына ҡараған өлөшө алға сығара биреп төҙөлә, тағы бер ҡат ҡыйыҡ менән ябыла.

Нигеҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урыҫ өйө ергә, йәки бағаналарға ултыртыла. Мөйөш аҫтарына имән бүкәндәр ҡуйыла, улар урынына ҙур таштар, түмәрҙәр ҙә булыуы мөмкин. Ҡышҡылыҡҡа өйҙөң йылыһын тотоу маҡсатынан, уның тирә-яғын уратып, тупраҡ менән күмгәндәр. Яҙын күмелгән урындар, һауа алмаштырыу заруратынан, кире таратыла, йәки бер-нисә урындан тишкеләп ҡуйыла.

Эске биҙәлеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Түшәме урталай ярылған бүрәнән йәки дүрт ҡырлы итеп яһалған ағастан түшәлә. Улар арҡырыһына һалынған ауыр урҙаға, йәки өрлөк бүрәнәгә (матица) теҙеп һалына. Түшәмдең ярыҡтары балсыҡ менән һылана. Өҫтөнә тупраҡ түшәлә. Урҙаға сәңгелдәк элеү өсөн махсус ҡулса бороп ҡуйыла.

Өйҙөң стеналарын эстән ағарталар, йә булмаһа, йоҡа таҡта менән ҡаплана. Стеналар буйына эскәмйә (лавка) һәм һандыҡтар теҙеп ҡуйыла. Шул эскәмйәләрҙә, йәки иҙәндә төнөн йоҡлағандар. Әле XIX быуатта ла бик бай булмаған өйҙәрҙә карауат матурлыҡ өсөн генә тотола, өй хужалары үҙҙәре иҙәндә йоҡлауҙы дауам итә.

Стеналарға кәштәләр элгәндәр. Өй стенаһы менән мейес араһында һәндерә ҡуйыла.

Өйҙөң ҡунаҡ яғынан тыш, мейес ауыҙы ҡаршыһында «бисәләр яғы» («бабий угол», «кут») була. Ирҙәр яғы («коник») — ишек эргәһендә.

Урыҫ өйҙәренең төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

6- диуарлы өй. Байкал аръяғы халыҡтарының этнографик музейы.
5 диуарлы, 4 ҡыйыҡлы өй. Бутаков ауылы, Омск өлкәһе.

Дүрт стеналы өй[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дүрт стеналы торлаҡ йорт (четырехстенка) — төҙөлөшө буйынса иң ябайы. Күбеһенсә ваҡытлыса ҡулланыу өсөн төҙөлгән.

Биш стеналы өй[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бындай өй пятистенка тип атала — тура мөйөшлө ағас бинаның эсен арҡырыға тигеҙ итеп икегә бүленә: уның кеше йәшәр өсөн, мейес менән йылытылыусы торлаҡ өлөшө (горница) һәм ярҙамсы бүлмә — ут яғылмай торған соланы (сени) була.

Алты стеналы өй[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алты диуарлы өй (шестистенка) — ике арҡыры стена менән бүленгән йорт.

Милли мәҙәниәттә урыҫ өйө төшөнсәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урыҫ өйө фольклорҙа, атап әйткәндә мәҡәл һәм әйтемдәрҙә («Не красна изба углами, красна пирогами»), рус халыҡ әкиәттәрендә («Избушка на курьих ножках») иҫкә алына һәм рус милли мәҙәниәтенең мөһим өлөшө булып тора.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Смиленко А. Т. К изучению локальных особенностей культуры союзов восточнославянских племен VIII – X вв. // Древние славяне и Киевская Русь. Киев. 1989. С. 106.
  2. Седов В. В. Жилища словенско-кривичского региона VIII – X вв. // КСИА. 1986. Вып. 183. С. 11
  3. Седов В. В. Изборск в раннем средневековье. М. 2007. С. 62
  4. Раппопорт П. А. Древнерусское жилище. М. 1975
  5. Смиленко А. Т. К изучению локальных особенностей культуры союзов восточнославянских племен VIII – X вв. // Древние славяне и Киевская Русь. Киев. 1989. С. 107

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Изба // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Иван Забелин. «Домашний быт русских царей в XVI и XVII столетиях». — М.: Издательство Транзиткнига, 2005 ISBN 5-9578-2773-8
  • Иван Забелин. «Домашний быт русского народа в XVI и XVII столетии: В 2 т.» М., 1862—1869.
  • Д. А. Баранов, И. И. Шангина «Русская изба. Иллюстрированная энциклопедия: внутреннее пространство избы, мебель и убранство избы, домашняя и хозяйственная утварь». СПб.: Искусство, 1999 ISBN 5-210-01589-0
  • Л. В. Тудман «Изба, дом, дворец: жилой интерьер России с 1700 по 1840-е годы». Из-во Прогресс-Традиция. ISBN 5-89826-061-7
  • Л. В. Беловинский «Изба и хоромы: из истории русской повседневности». Профиздат, 2002 ISBN 5-88283-030-3
  • О. Н. Шелегина, Лидия Михайловна Русакова «Очерки материальной культуры русских крестьян Западной Сибири: XVIII — первая половина XIX в». ВО «Наука», 1992

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]