Эстәлеккә күсергә

Самородов Владимир Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Владимир Самородов битенән йүнәлтелде)
Самородов Владимир Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 9 ғинуар 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Казадаевка, Казадаевка ауыл советы, Стәрлетамаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө тренер
Уҡыу йорто П. Ф. Лесгафт исемендәге Физик культура, спорт һәм сәләмәтлек милли дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Салауат Юлаев ордены Почёт ордены Дуҫлыҡ ордены заслуженный работник физической культуры Российской Федерации заслуженный тренер РСФСР

Самородов Владимир Николаевич (9 ғинуар 1947 йыл) — дәүләт хеҙмәте һәм спорт ветераны, йәмәғәтсе. 1991—2002 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Физик культура, спорт һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе, Башҡортостан Республикаһының физик культура, спорт һәм туризм буйынса министры, Рәсәйҙең Олимпия һәм Паралимпия башҡарма комитеты ағзаһы[1]. 1998 йылдан Башҡортостан урыҫтары соборы башҡарма комитеты рәйесе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1983), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1997), Спорт мастерлығына кандидат (ауыр атлетика, 1972). Почёт (2007), Дуҫлыҡ (1999), Салауат Юлаев (2007) ордендары кавалеры.

Владимир Николаевич Самородов 1947 йылдың 9 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ районы Казадаевка ауылында тыуа. 1974 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Спартак» ДСО‑һында ауыр атлетика буйынса тренер була. 1975 йылда — БАССР Юғары спорт оҫталығы мәктәбенең өлкән тренеры. 1980 йылда П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлай. 1987 йылда — Башҡортостан Республикаһының физик культура, спорт һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары, 1991 йылдан үҙе рәйес вазифаһын биләй. 2002 йылдан — БР‑ҙың физик культура, спорт һәм туризм министры, 2009 йылдан — Башҡортостанда спорт сараларын ойоштороу һәм үткәреү идаралығы директоры.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан урыҫтары соборы башҡарма комитеты рәйесе (1998 йылдан)
  • Башҡортостан Халыҡтары ассамблеяһы һәм Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары.

РСФСР һәм СССР чемпионы П. С. Горулевты һәм шулай уҡ бихисап Рәсәй беренселеге һәм кубогы чемпиондарын, 12 СССР спорт мастерын тәрбиәләй.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 10 ғилми хеҙмәт баҫтырған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Дуҫлыҡ ордены
  • Почет ордены
  • Салауат Юлаев ордены
  • «Физик культура һәм спортты үҫтереүҙә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» почёт билдәһе
  • «Рәсәйҙә олимпия хәрәкәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» почёт билдәһе
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
  1. Ванкувер 2010. Дата обращения: 14 май 2012. Архивировано 1 апрель 2010 года. 2010 йыл 1 апрель архивланған.