Влахерн Ғайса пәйғәмбәр әсәһе иконаһы соборы
Влахерн Ғайса пәйғәмбәр әсәһе иконаһы соборы | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Зугдиди[d] |
Епархия | Зугдидская и Цаишская епархия[d] |
Влахерн Ғайса пәйғәмбәр әсәһе иконаһы соборы Викимилектә |
Влахерн Ғайса пәйғәмбәр әсәһе иконаһы соборы[1] (груз. ზუგდიდის ვლაქერნის ყოვლადწმიდა ღმრთისმშობლის ხატის სახელობის საკათედრო ტაძარი) — Зугдидиҙағы Грузин православ сиркәүе кафедраль ҡорамы. Зугдиди һәм Цаиш епархияһы үҙәге.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эквтиме Такаишвили «Яңы Зугдиди сиркәүе Леван V Дадиани хакимлығы осоронда, 1825 йылдан алып 1830 йылға саҡлы таштан, грузин стилендә, төҙөлгән» тип билдәләй.
Төҙөлөшкә рәсәй императоры Александр I аҡса бүлгән, ул, риүәйәт буйынса, Константинополде дошман һөжүменән ҡотҡарған тигән исемлектәге Ғайса пәйғәмбәр әсәһе иконаһын кире ҡайтарған.
XVIII быуаттың 10-сы йылдарында Георгий IV Гуриели имеретин батшаһы Александр IV ҡаршы поход башлай. Гурияға алып киткән хазиналар араһында Влахерн иконаһы ла телгә алына. 1805 йылда мегрель кенәз ҡатыны (Григол Дадианиҙың тол ҡатыны) Нино мегрель кенәздәре депутацияһы менән бергә император Александр I батшаға иконаны бүләк иткән. Ул иконаны бик бай итеп биҙәй һәм мегрель халҡына кире ҡайтара.
Заманында Влахерн иконаһы Мегрелияға Константинополдән килеп эләккән булған һәм Дадиани кенәздәренең төп ҡиммәттәренең береһе булған.
Ғибәҙәтханала киләһе дөйөм христиан ҡиммәттәре — риза һәм Изге Ғайса пәйғәмбәр әсәһе билбауының бер өлөшө, Изге георгий һәм Изге Иоанн һөйәктәре, Изге Марина бумалаһы, Ғайса Мәсих һеркә һалып эскән губка өлөшө һаҡлана. Улар 1453 йылда төрөктәр Византияны баҫып алғандан һуң Грузияға килтерелгән булған.
15 июлдә ғибәҙәтхана байрамы — Влакернобаойошторола.
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Дадиани һарайы һәм ҡорам
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эквтиме Такаишвили, Археологические розыски и замечания, книга II, Тифлис 1915
- ექვთიმე თაყაიშვილი, არქეოლოგიური მოგზაურობანი და შენიშვნანი, წ. II, ტფ. 1915
- Описание местности: Зугдиди