Эстәлеккә күсергә

Воздвиженка (Архангел районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Воздвиженка
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Краснокуртовка ауыл советы
Карта

Воздвиженка — Башҡортостандың бөтөрөлгән тораҡ пункты. Архангел районының Краснокуртовка ауыл Советы биләмәһендә урынлашҡан. Ҡорт йылғаһының һул ярында, Шәкир һәм Успенка ауылдары араһында урынлашҡан булған.

1920-се йылдарҙа Воздвиженка ауылы Өфө кантоны Архангельск волосы составына инә. 1920 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауылда 27 хужалыҡ була һәм 180 кеше (97 ир-ат һәм 83 ҡатын-ҡыҙ) йәшәй; күпселекте урыҫтар тәшкил итә[1].

1950-се йылдарҙа Воздвиженка ауылы Архангель районы Краснокуртовка ауыл Советының үҙәге булып тора[2]. Краснокуртовский ауыл советы составына инде 1969 йылдағы белешмәлә Воздвиженка Краснокуртовка ауыл Советының ауылы булып иҫәпләнә (ауыл Советы үҙәге Шакир ауылына күскән булған)[3].

Воздвиженка ауылы, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1981 йылдың 23 июлендәге «Ҡайһы бер тораҡ пункттарҙы, йәшәгән кешеләренең күсенеүе һәм ысынбарлыҡта ауылдың йәшәүҙән туҡтауы менән бәйле, Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше буйынса иҫәп мәғлүмәттәренән төшөрөү тураһында» 6-2/229 номерлы указы менән, юҡҡа сығарыла[4]. Воздвиженка ауылы менән бергә шул уҡ Краснокуртовка ауыл Советының Рождественский ҡасабаһы бөтөрөлә.

Воздвиженка ауылы СССР Дәүләт премияһы лауреаты Матвеев Николай Васильевичтың (1929—1985) тыуған ауылы.

  1. Список населенных пунктов Башреспублики. Уфа, 1926.: с. 178 2012 йыл 24 декабрь архивланған.
  2. Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 июня 1952 года : [справочник] / Президиум Верхов. Совета БАССР ; [сост. Н. Ильин, Ш. Файзуллин, М. Курамшин и др. ; отв. ред. А. Денисов]. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1953. С. 376
  3. Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 января 1969 года : [справочник / ред. А. И. Захаров]. — Изд. 5-е. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1969. С. 33
  4. Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 23.07.1981 N 6-2/229 «Об исключении некоторых населенных пунктов из учетных данных по административно-территориальному делению Башкирской АССР» 2017 йыл 7 февраль архивланған.