Эстәлеккә күсергә

Волоколамск кремле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Волоколамск кремле
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Волоколамск[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Список памятников культурного наследия Волоколамского района[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться улица Горвал
Карта
 Волоколамск кремле Викимилектә

Һулдан уңға: Никольск соборы, сиркәү манараһы һәм Воскресенск соборы
Волоколамск кремле ҡоштар бейеклегенән

Волоколамск кремле — Волоколамскиҙағы архитектура ансамбле. Мәҙәниәт, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы.

Кремль Воскресенский соборын (XV быуат), Никольск соборын (XIX быуат), биш ҡатлы сиркәү манараһын (XVIII быуат) үҙ эсенә алған, XIX быуат һуңы — XX быуат башындағы ҡойма менән уратып алынған ҡала урындағы Волоколамск ҡаласығы территорияһын үҙ эсенә ала[2][3].

Объект культурного наследия народов РФ федераль әһәмиәтендәгеРәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты федераль әһәмиәтендәге
рег. № 501421228920006 (ЕГРОКН)
объект № 5010014000 (БД Викигида)
Волоколамск кремле

Воскресенск соборы — XV быуат аҙағында аҡ таштан һалынған, дүрт терәкле бер көмбәҙле ҡорам. XVII быуаттан соборҙың өҫкө өлөшө бер нисә тапҡыр ҡабаттан ҡорола. Һуңғы һиҙелерлек үҙгәрештәр 1899 йылда була — көньяҡ фасад үҙгәртелә һәм придел төкәтелә[4]. Собор 1930 йылда ябыла. 1960 йылдарҙа тергеҙелә, әммә, ғибәҙәттәр 1990 йылдар башында ғына ҡабаттан ҡылына башлай.

Никольск соборы 18531862 йылдарҙа төҙөлә һәм Ҡырым һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә арнала[5]. Бөгөн ҡорамда Волоколамск тарихи-архитектура музейы фонды урынлашҡан[6].

Биш ҡатлы манара XVIII быуатта төҙөлә, әммә ике тапҡыр һиҙелерлек үҙгәрештәр кисерә, һуңғы тапҡыр XIX быуатта.

1880-сы йылдарҙа декоратив мөйөш башнялы собор комплексы семәрле ҡойма менән уратып алына. XX быуат башында кәртә саҡ ҡына үҙгәртелә.

19881990 йылдарҙа урҙың көнсығыш яғында МДУ-ның археологик экспедицияһы кремлдең ағас ҡоймаһы эҙҙәрен таба[2].

  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 624 от 04.12.1974
  2. 2,0 2,1 Музейно-выставочный комплекс Волоколамский Кремль
  3. Подмосковье. Волоколамский кремль // podmoskove.ru.
  4. Справочник. Машков Иван Павлович // snor.ru.
  5. О. Пэнэжко. Город Волоколамск, храмы Волоколамского, Лотошинского и Шаховского районов. — Владимир, 2003.
  6. Волоколамский кремль. Фото и описание // votpusk.ru.