Волос археология музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Волос археология музейы
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1909
Хөрмәтенә аталған Alexios Athanasakis[d]
Дәүләт Flag of Greece.svg Греция
Административ-территориаль берәмек Волос[d]
Урынлашыу Волос[d]
Рәсми асылған ваҡыты 1909
URL-да тасуирланған odysseus.culture.gr/h/1/…
Карта
Commons-logo.svg Волос археология музейы Викимилектә

Волос археология музейы (грек. Αρχαιολογικό Μουσείο Βόλου) ― Греция, Фессалия периферияһы, Волос ҡалаһы музейы.1909 йылда Алексиос Афанасакис иғәнәһенә ойошторола. Грецияның иң боронғо археология музейҙарының береһе[1].

Экспозиция[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Экспозиция

Музейҙа бик күп археологик табылдыҡтар бар, улар төрлө тикшеренеүселәр тарафынан Фессалия территорияһында XX быуат буйына табылған. Экспонаттар араһында ― неолит ваҡытына ҡараған кеше тораҡтарында табылған биҙәнеү әйберҙәре, ауыл хужалығы хеҙмәт ҡоралдары, йорт кәрәк-ярағы. Уларҙың барыһы ла тиерлек хәҙерге Димини һәм Сескло ауылдары тирәһендә табылған; балсыҡ статуэткалар һәм предметтар, төрлө геометрик стилдә яҙылған грек вазалары, шундай легендар булған аргонавтар экспедицияһы һәм Троян һуғышы тураһындағы грек мифологиялары дәүеренең артефакттары. Бында шулай уҡ үҙенсәлекле төҫтәре һаҡланып ҡалған классик осорҙоң ғәҙәти булмаған ҡушма статуэтка һындары, эллин дәүеренең рельефлы һирәк стелалары, шулай уҡ Грецияның иртә христиан һәм византия осоро рельефтары бар.

Ҡыҙыҡлы экспонаттар араһында археологик ҡаҙыуҙар урынында табылған мәйет һөлдәһе һәм уның янындағы зыянһыҙ күсерелгән предметтар, ҡәбер таштары һаҡлана. Археология музейынан алыҫ түгел урында, Димини һәм Сескло ауылдарында, шулай уҡ неолит осоронда йәшәгән кешеләрҙең тораҡтарының реконструкциялары ҡуйылған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Список музеев Греции

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]