Эстәлеккә күсергә

Ворошилов проспекты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ворошилов проспекты
Дондағы Ростов
Фотография
Оло Баҡса урамы яғына ҡарай проспект күренеше
Дөйөм мәғлүмәт
Ил

Рәсәй

Төбәк

Ростов өлкәһе

Ҡала

Дондағы Ростов

Район

Киров, Октябрь

Элекке исемдәре

Оло проспект, Оло Столыпин проспекты

Оҙонлоғо

2,4 км самаһы

картала

Карта Google-да

Ворошилов проспекты — Дондағы Ростов ҡалаһының үҙәк проспекттарының береһе.

Төньяҡта проспект Гагарин майҙанына терәлә, көньяҡ осо менән Дон аша һалынған Ворошилов күперенә сыға.

Көньяҡтан төньяҡҡа ҡарай йорттарҙың номерҙары арта бара.

Проспект совет хәрби етәксеһе, дәүләт һәм партия эшмәкәре Климент Ефремович Ворошилов хөрмәтенә аталған.

Элек урам Ҙур проспект тип аталған[1], ә 1912 йылда — Оло Столыпин проспекты тип[2], 1958 йылда Карл Маркс проспекты тип үҙгәртелә. Исеме Ворошиловтың шәхесенә йәбер башланғандан һуң үҙгәртелә. Был ваҡытта уның хөрмәтенә аталған күп урамдар һәм тораҡ пункттары исемдәрен алмаштыралар. 1970 йылда исемен яңынан Ворошилов проспекты тип үҙгәртәләр һәм бөгөнгө көнгә тиклем исеме башҡаса үҙгәртелмәне.

19411942 йылдарҙа проспектта Ростов һауа һөжүменә ҡаршы оборона дивизияһы районы штабы урынлаша, 1943 йылда ул Ростов һауа һөжүменә ҡаршы оборона корпусы районы тип үҙгәртелә[3].

Иғтибарға лайыҡ биналар һәм ҡоролмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • № 18/18 — «Рәсәй» страховкалау йәмғиәте йорто (1910-сы йылдар)[4].
  • № 20/17 — М. В. Ширман йорто
  • № 25/107 — В. М. Котляровтың табыш йорто
  • № 28, литер а — А. М. Гордондың килем йорто (XIX быуат аҙаҡтары)
  • № 29/83 — П. Д. Мухиндың табыш йорто, унда йәһүдтәрҙең шәхси уҡыу йорттары урынлашҡан була
  • № 33/93 — С. И. Шендеровтың табыш йорто
  • № 59/18 — ағалы-ҡустылы Ф. М. һәм М. М. Дутиковтарҙың мунса бинаһы
  • № 105 — Н. А. Семашко исемендәге 1-се ҡала дауаханаһы

Ворошиловский проспекты — Дондағы Ростовтың иң төп транспорт артерияһы, уның аша бик күп автобус маршруттары һәм бер троллейбус маршруты үтә.

  1. Переименованные улицы Ростова-на-Дону
  2. Старые и современные названия ростовских улиц.(недоступная ссылка)
  3. Дивизионные районы ПВО 2013 йыл 28 июнь архивланған.
  4. Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения). Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 28 август 2013. Архивировано 14 сентябрь 2013 года.