Ширман йорто
Иҫтәлекле урын | |||
М. В. Ширман йорто
| |||
Ил | Рәсәй | ||
Ҡала | Дондағы Ростов, Ворошилов проспекты, 20 | ||
Архитектура стиле | модерн | ||
Проект авторы | Зәкиев Арутюн Христофорович | ||
Төҙөлгән ваҡыты | 1911 йыл | ||
Статус |
| ||
М. В. Ширман йорто Викимилектә |
М. В. Ширмандың табыш йорто — Дондағы Ростовта 1911 йылда архитектор Зәкиев Арутюн Христофорович проекты буйынса төҙөлгән йорт. Ворошилов проспекты һәм Суворов урамы[1] мөйөшөндә урынлашҡан. Бина төбәк әһәмиәтендәге[2] мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]М. В. Ширмандың табыш йорто Ростов архитекторы Зәкиев Арутюн Христофорович проекты буйынса 1911 йылда төҙөлгән. Совет власы урынлашҡандан һуң, 1920-се йылдарҙа бина «Матбуғат Йорто» була. Унда пролетар яҙыусыларҙың Ростов ассоциацияһы һәм «Молот»[3] гәзитенең эшсе хәбәрселәре клубы урынлаша. 1922 йылда был бинала Ростовтағы беренсе пионер отряды «Спартак» төҙөлә. 1926 йылдың 28 ноябрендә «Матбуғат Йортонда» шағир Владимир Маяковский сығыш яһай. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан бина эске эштәр халыҡ комиссариатына (НКВД-ға) тапшырыла. Һуғыш тамамланғандан һуң бинала «Южная» ҡунаҡханаһы асыла, ә беренсе ҡатында ҡурсаҡ театры урынлаша. Әлеге ваҡытта бинаны «Газпром межрегионгаз Ростов-на-Дону» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт биләй. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 2018 йылда, футбол буйынса донъя чемпионаты асылыуға ҡарай, бинала дүрт йондоҙло ҡунаҡхана[4] асылыуы мөмкин.
Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Биш ҡатлы кирбес бина модерн стилендә төҙөлгән. Фасады штукатуркаланған. Фасадының биҙәлешендә гөл һауыты, үҫемлек орнаменты, венок ҡулланылған. Беренсе һәм икенсе ҡаттары алғы йөҙө эшкәртелмәгән дүртмөйөшлө таштар менән көпләнгән. Фасадтың горизонталь бүленеше тәҙрә аҫтындағы кәрниз тибындағы горизонталь сығынтылар һәм дүртенсе һәм бишенсе ҡаттар араһындағы ҙур кәрниздәр менән башҡарыла. Ә фасадтың вертикаль бүленеше эркерҙар (бүлмәнең стенанан сығып торған өлөшө) һәм аттиклы балкондар менән башҡарыла.
Ширман йорто планда тура мөйөшлө, эске ихатаһы бар. Бинаның планировкаһы коридор системалы. Төп инеү урыны Ворошилов проспекты һәм Суворов урамы мөйөшөндә урынлашҡан.
Мемориаль таҡтаташтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1983 йылда йорт фасадында мемориаль таҡта ҡуйыла, унда былай тип яҙып ҡуйылған:
В этом здании выступал 28 ноября 1926 г. лучший талантливейший поэт нашей советской эпохи Владимир Владимирович Маяковский (1893—1930) |
Икенсе мемориаль таҡтала яҙыу:
В этом здании в 1922 г. был создан первый пионерский отряд "Спартак" и в 1923 г. центральный Клуб юных пионеров г. Ростова-на-Дону |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Шулепова Э. А. Материалы свода памятников истории и культуры РСФСР. Ростовская область.. — М.: Изд-во НИИ культуры, 1990. — С. 34.
- ↑ Памятники регионального значения, находящиеся на учёте в Администрации Ростовской области на 1 января 2009г. voopiik-don.ru. Дата обращения: 4 сентябрь 2013.
- ↑ Юлия Банишевская. Неутраченный Ростов. Ворошиловский проспект . Комсомольская правда (17 декабрь 2004). Дата обращения: 4 сентябрь 2013.
- ↑ 8 отелей Ростова-на-Дону, которые построят к Чемпионату мира 2018 . cityreporter.ru. Дата обращения: 4 сентябрь 2013.