Вярска
Вярска | |
эст. Värska | |
Рәсми атамаһы | Värska |
---|---|
Дәүләт | Эстония |
Административ үҙәге | Сетомаа[d] |
Административ-территориаль берәмек | Сетомаа[d][1] |
Халыҡ һаны | 446 кеше (1 ғинуар 2019)[2] |
Майҙан | 4,62 км² (1 ноябрь 2020)[3] |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1585 |
Вярска Викимилектә |
Вярска (эст. Värska, выруск. Verska; элек — Верхоустье) — Эстонияла Вырумаа өйәҙендә ҡасаба. Сетомаа улусының административ үҙәге булып тора. Тсятски нулкаһына ҡарай.
Эстония ерле үҙ идаралаҡтарының административ реформаһына тиклем 2017 йылда Пылвамаа өйәҙе составына инә һәм Вярска улусының административ үҙәге була.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вярска Эстония һәм Рәсәй Федерацияһының Псков өлкәһе Печора районы сигендә, Мустоя йылғаһы дельтаһының уң яҡ ярында урынлашҡан.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эстонияның Сетумаа өлөшөндә иң ҙур тораҡ пункт.
2011 йылдың халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ҡасабала 443 кеше йәшәй, шуларҙың 424 (95,7%) — эстондар[4] (Сету милләттәр исемлегендә теркәлмәгән[5][6]).
Вярска ҡасабаһы халҡы һаны[7][8]:
Йыл | 2000 | 2011 | 2017 | 2018 | 2019 | 2020 |
---|---|---|---|---|---|---|
Кеше | 580 | ↘ 443 | ↗ 485 | ↘ 454 | ↘ 446 | ↘ 415 |
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Элек Верхоустьинское[9] йәки Верхоустье[10] ауылы булараҡ билдәле. 1914 йылға ҡарата Псков губернаһы Псков өйәҙендә Слобода өйәҙе булған (Верхоустье ауылында үҙәге менән)[11] , ул хәҙерге Эстонияның Вярска һәм Пылвамма өйәҙенең Микитамяэ улустары, шулай уҡ РФ Псков өлкәһе Печора районы Кулейская һәм Крупская улустары территорияһында урынлашҡан булған.
1563 йылғы яҙма сығанаҡтарҙа Верхъустье (ауыл) һәм Верхустьела йылғала, 1585 йылда — Верхоустинский, 1585–1587 йылдарҙа — Верхулинский губернаһы, 1652 йылда — Верхуско, Верхутско, ~1790 йыл — Верхулинскои погосы, 1882 йылда — Верхнее Устье, Верхоустье, Гвоздница (погост), 1901 йылда — Verska külä, 1903 йылда — Werska, Верхутский, 1904 йылда — Verska, Верхоу́стинскій пого́стъ телгә алына[12].
1920 йылдың 2 февралендә Тарту тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйғандан һуң Вярска ауылы РФ Псков губернаһы Псков өйәҙенең Слобода улусы составына инә[13].
1922 йылда Вярска Печора өйәҙенең Ярвесуу улусы үҙәге була (эст. Järvesuu vald)[14]. 1937 йылда Вярска ҡасаба статусында телгә алына.
Совет осоронда Вярска ауыл Советының үҙәге булып тора, ул үҙ эсенә «Вярска» совхозының үҙәк усадьбаһы менән 23 ауыл торама пунктын үҙ эсенә ала, 1978 йылда хеҙмәткәрҙәр һаны 421 кеше тәшкил итә[15].
Инфраструктураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вярска курорт үҙәге булып тора. Ҡасабала ләм менән дауалау урыны менән «Вярска» шифаханаһы, һыу үҙәге эшләй. Ҡасаба эргәһендә минераль һыу сығарыла. Вярскала гимназия (2002/2003 уҡыу йылында 213 уҡыусы, 2009/2010 уҡыу йылында — 162 уҡыусы), музыкаль мәктәп, мәҙәни үҙәктәр, йәштәр үҙәге, китапхана, почта бүлексәһе һәм дарыухана бар[16].
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2021 йылдың 31 мартына ҡарата ҡасабаның эре эш биреүселәре[17][18]:
Предприятие/ойошма | Эшмәкәрлек төрҙәре | Хеҙмәткәрҙәр һаны |
---|---|---|
Värska Sanatoorium AS | Шифахана, ҡунаҡхана | 99 |
Сетомаа
улус идаралығы |
Дәүләт идара итеү органдары | 86 |
Värska Vesi AS | Минераль һыуҙар һәм алкоголһеҙ эсемлектәр етештереү |
79 |
Värska gümnaasium | Гимназия | 37 |
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Изге Георгий православие сиркәүе, мәҙәни ҡомартҡы. Төҙөлөш 1904–1907 йылдарҙа бара[19].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хаваокс, Пауль (1924—1983) — совет эстон шағиры һәм прозаигы[20].
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Вярска портында, 1930 йыл
-
Вярска портында, 1972 йыл
-
Вярскала Изге Георгий сиркәүе
-
Һыу үҙәге
-
Вярскала банк бүлексәһе һәм почта
-
Вярскала автобус туҡталҡаһы
-
Вярскала сету музей-усадьбаһы
-
Вярскала боронғо йорт
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://metaweb.stat.ee/get_classificator_file.htm?id=4412334&siteLanguage=et
- ↑ Департамент статистики Эстонии — 1991.
- ↑ https://geoportaal.maaamet.ee/est/Ruumiandmed/Haldus-ja-asustusjaotus-p119.html — 1990.
- ↑ Statistics Estonia.NUMBER AND SHARE OF ESTONIANS BY PLACE OF RESIDENCE (SETTLEMENT), 31 DECEMBER 2011.
- ↑ Setu keel (seto kiil').Setu -ERVL - Eesti Regionaal- ja Vähemuskeelte Liit.
- ↑ Rahvus. Emakeel ja keelteoskus. Murded.Statistika andmebaas.Statistikaamet.
- ↑ Statistikaamet.RL102: FAKTILINE JA ALALINE RAHVASTIK VALDADE ASULATES NING EESTLASTE ARV JA OSATÄHTSUS ALALISE RAHVASTIKU HULGAS(эст.).Eesti Statistika(31.03.2000).
- ↑ Statistikaamet.Asulate rahvaarv - Mehed ja naised, Vanuserühmad kokku(эст.).VKR.
- ↑ Военная топографическая карта западной части Российской империи (трехверстная) 2012 йыл 7 август архивланған. Ряд VI Лист 6
- ↑ Памятная книжка Псковской губернии 1913—1914 гг. (1914psk.pdf)
- ↑ Памятная книжка Псковской губернии 1913—1914 гг. (1914psk.pdf)
- ↑ Värska . Eesti Keele Instituut.
- ↑ Редактор-составитель Т. В. Вересова.Шестые Псковские региональные краеведческие чтения. Книга I. 9-11 октября 2015 года.Союз краеведов России. Псковское региональное отделение (2016).
- ↑ Värska (эст.).Eesti Entsüklopeedia(2011).
- ↑ Советская Эстония. Энциклопедический справочник / Гл. ред. Г. Наан. — Таллин: Валгус, 1979. — С. 385-386. — 440 с.
- ↑ Värska (эст.). Eesti Entsüklopeedia (2011).
- ↑ Värska sanatoorium AS (эст.). E-Krediidiinfo. Creditinfo Eesti AS.
- ↑ Värska Vesi AS (эст.). E-Krediidiinfo. Creditinfo Eesti AS.
- ↑ 23875 Värska õigeusu kirik(эст.).Kultuurimälestiste register.
- ↑ Värska (эст.). Eesti Entsüklopeedia (2011).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вярск улусы рәсми сайты 2021 йыл 18 май архивланған. (эст.)
- Сетомаа улусы рәсми сайты (эст.)