Эстәлеккә күсергә

Вәлиев Камил Абдрахман улы (физик)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Вәлиев Камил Абдрахман улы (йырсы) менән бутамаҫҡа.

Камил Абдрахман улы Вәлиев
Файл:ValeevK.jpg
Тыуған көнө

23 февраль 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Белорет районы Хоҙайбирҙе ауылы

Вафат көнө

26 март 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (66 йәш)

Вафат урыны

Рәсәй Федерацияһы Өфө ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

Ҡаты есем һәм магнетизм физикаһы

Эшләгән урыны

БДУ

Альма-матер

К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты

Ғилми дәрәжәһе

физика-математика фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Вәлиев Камил Абдрахман улы (23 февраль 1934 йыл26 март 2000 йыл) — ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1986), профессор (1987). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989).

Камил Абдрахман улы Вәлиев 1934 йылдың 23 февралендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Хоҙайбирҙе ауылында[1] ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе менән ауыл уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуған.

Әсәһе Сара ханым Башҡортостандың беренсе совет хөкүмәте башлығы Әхмәтзәки Вәлидиҙең бер туған һеңлеһе була. 1937 йылда ғаилә, репрессиянан ҡасып, Сара Әхмәтша ҡыҙының тыуған яғына — Маҡар районына (хәҙерге Ишембай районы) күсә. Вәлиевтар ғаиләһе Маҡар ауылына төпләнә. Камил ошо ауылдың мәктәбендә уҡый. Ғаилә башлығы Абдрахман урындағы леспромхозға бухгалтер булып эшкә керә. Шунан ул Ҡыҙыл Армия сафына алына, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, әсирлектә була, азат ителгәндән һуң «халыҡ дошманы» тип иғлан ителә һәм 1956 йылға тиклем лагерҙа тотола. Өйөнән сығып киткәнгә йәмғеһе ун дүрт йыл тулғас, тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайта. Ғаиләләге биш баланы (Мәрйәм, Шамил, Камил, Рәмил, Нурия) әсәйҙең яңғыҙына күтәрергә тура килә. 1951 йылда Камил Абдрахман улы Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә.

Институтты тамамлағандан һуң Бөрйән районында мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. 1966 йылда Мәскәүҙә Шмидт исемендәге академияла уҡып сыға. 1967 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Мәскәүҙәге Ер физикаһы институтының аспирантураһын тамамлай. 1985 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Өфөгә ҡайтҡас, тау тоҡомдарының магнит үҙенсәлектәренең баҫымға һәм температураға бәйлелеге проблемалары менән шөғөлләнә. 1987—2000 йылдарҙа БДУ-ның дөйөм физика кафедраһы мөдире була. Физика-математика фәндәре докторы, профессор.

«Ҡаты есемдәр һәм магнетизм физикаһы» тигән махсуслашыу аса. Уның уҡыусылары араһында — физика-математика фәндәре докторҙары Валерий Иванович Максимочкин, Салауат Мөхәмәтйән улы Әбсәләмов һ.б.

К. А. Вәлиев 100-ләгән ғилми хеҙмәт һәм бер монография нәшер итә. Шул иҫәптән:

  • К. А. Валеев, В. И. Максимочкин. Магнитные свойства ГП при давлениях до 1250 Мпа и комнатной температуре // Физика Земли. -№ &8. −1984. -С. 91-96.
  • К. А. Валеев, В. И. Максимочкин. Магнитные свойства ГП в интервал давлений (0,1-1250) Мпа и температур (298—1000) К: -Тезисы докл. / XI Межд. конф. МАРИВД, Киев. -ИСМ АН УССР, 1987.
  • К. А. Валеев, Д. М. Печерский. Магнитные свойства подушечных лав Карамалыташской свиты (Юж. Урал) // Физика Земли. −1981. - № 4. -С. 91-103.
  • К. А. Валеев, В. И. Максимочкин, С. Г. Мигранова. Магнитные свойства монокристалов магнетита и их связь с дислокационной структурой // Физика Земли, −1990. - № 6. - С. 77-82.
  • К. А. Валеев, С. С. Абсалямов. Магнитные свойства горных пород при высоких термодинамических параметрах: Монография, Саратов: -с. {0}[13]{/0}} (1936)

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СССР халыҡ хужалығын үҫтереүҙәге уңыштары өсөн Бронза миҙал (1975 йыл)
  • СССР Юғары һәм урта махсус белем министрлығының «Эштәге өлгөлө уңыштары өсөн» күкрәккә таҡмалы билдәһе (1985 год)
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1985 йыл)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре.

2009 йылда Өфөлә БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, физика-математика фәндәре докторы, профессор Камил Абдрахман улы Вәлиев иҫтәлегенә төбәк-ара фәнни-техник конференция үтә[2].

  1. Башҡорт энциклопендияһындағы мәҡәләлә уның БАССР‑ҙың Маҡар районы Маҡар ауылында тыуыуы тураһында хата мәғлүмәт бирелә
  2. Ватандаш / Соотечественник / Compatriot 2016 йыл 4 март архивланған.