Эстәлеккә күсергә

Вәлиев Сәғит Сабит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вәлиев Сәғит Сабит улы
Тыуған көнө 31 октябрь 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (67 йәш)
Һөнәр төрө ғалим

Вәлиев Сәғит Сабит улы (31 октябрь 1957 йыл) — ғалим-инженер‑электромеханик, 1980 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 2009 йылдан — информатика кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (2006), профессор (2007).

Сәғит Сабит улы Вәлиев 1957 йылдың 31 октябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. 1980 йылда Өфө авиация институтын тамамлағандан һуң шунда уҡ эшләй башлай (2009 йылдан алып информатика кафедраһы мөдире).

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вәлиев Сәғит Сабит улының фәнни эшмәкәрлеге идара итеүҙең интеллектуаль системаларын эшләүгә арналған. Сәғит Сабит улы ҡатнашлығында ҡатмарлы техник объекттар менән идара итеү ысулдары һәм алгоритмдары уйлап табылған, улар авиация сәнәғәте предприятиеларында индерелгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы.

  • Проблемы проектирования и развития систем автоматического управления и контроля ГТД. М., 1999 (авторҙаш);
  • Нейрокомпьютеры в авиации (самолёты). М., 2004 (авторҙаш).