Эстәлеккә күсергә

Вәлиев Ғәни Нурмөхәмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вәлиев Ғәни Нурмөхәмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1897
Вафат булған көнө 1989
Һөнәр төрө сәйәсмән
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы

Вәлиев Ғәни Нурмөхәмәт улы (1897—1989) — совет колхозсыһы, III саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты.

1932-се йылдан алып КПСС ағзаһы[1]

Вәлиев Ғәни Нурмөхәмәт улы 1897 йылда крәҫтиән-игенсе ғаиләһендә тыуған. Йәш сағында батраклыҡта йөрөй. 1919 йылда 24-се кавалерия дивизияһы составында Румынияла һуғыша. 1920—1929 йылдарҙа Түреш һәм Ахун ауылдарында тимерсе һәм сүкешсе булып эшләй. 1929—1933 йылдарҙа БАССР-ҙың Бүздәк районы Түреш ауыл Советының Ҡараерек ауылында «Ҡыҙыл Байраҡ» колхозында тимерсе булып эшләй. 1933 йылда ошо колхозды етәкләй һәм 1955 йылға тиклем уның рәйесе булып ҡала[2]. Ғәни Нурмөхәмәт улы етәкселеге аҫтында колхоз районда иң алдынғыларҙың береһенә әйләнә. Колхоз шулай уҡ ауылда мәҙәниәт һәм мәғариф үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә[3].

Ғәни Нурмөхәмәт улы КПСС-тың Бүздәк район комитеты пленумы ағзаһы, Бүздәк район Советы депутаты була. 22-се өлкә партия конференцияһына делегат итеп һайлана. 1950—1954 йылдарҙа III саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты була. 1955—1958 йылдарҙа — Бүздәк районының Түреш ауыл Советы рәйесе. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1980 йылда тамамлағандан һуң Союз әһәмиәтендәге персональ пенсионер була (Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1980 йылдың 13 июнендәге 311-се һанлы «Персональ пенсия булдырыу тураһында» ҡарары менән).

Ҡатыны — Гөлйәүәр Вәлиева менән туғыҙ бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өлкән улдары Мәғсүм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған (1944 йылдың 8 июлендә Белорус ССР-ының Минск өлкәһе Логойск районы Кисино ауылында һәләк була)[4].

  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы

Түреш ауылында 1984—1989 йылдарҙа Вәлиев Ғәни Нурмөхәмәт улы йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.