Эстәлеккә күсергә

Вәлиуллин Булат Риф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вәлиуллин Булат Риф улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 10 ғинуар 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (37 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө спортсы
Уҡыу йорто ӨДНТУ

Вәлиуллин Булат Риф улы (10 ғинуар 1987 йыл) — спортсы, Рәсәй шорт-трексыһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (20032006). Рәсәй чемпионатының (2005) көмөш (1000 м, 1500 м) һәм бронза (500 м, 3000 м, эстафетала) призеры. Күпалышта Рәсәй кубогының бронза призеры (2005). 2006 йылда Рәсәй кубогын яулай, Донъя чемпионаты һәм кубогы ҡатнашыусыһы.

Вәлиуллин Булат Риф улы 1987 йылдың 10 ғинуарында Өфө ҡалаһында тыуа. Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы 1-се Олимпия резервының махсуслаштырылған балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе[1]. 2003—2006 йылдарҙа Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай. Беренсе тренеры: А. Х. Тимербулатов.Өфө дәүләт нефть техник университетының Углерод энергия йөрөтөүсе һәм тәбиғи материалдарҙы эшкәртеү технологиялары[2] кафедраһын таммалай.

«Башнефть-Новойл» тауар операторы, Өфөлә тәүге ҡышҡы корпоратив уйындарҙа (декабрь 2013), «Башнефть» өсөн сығыш яһай[3][4].

Әлеге ваҡытта "Башнефть — Өфөнефтехим"да технологик ҡоролмалар операторы булып эшләй. Шорт-трек буйынса Роснефттең 2017, 2019 йылғы Ҡышҡы спартакиадаһы еңеүсеһе, 2018 йылда — бронза призер. Триатлон буйынса бик күп марафондар һәм ярыштарҙа ҡатнаша. 2019 йылдың авгусында Ҡазанда үткән full timerman ярыштарында дистанцияны тулыһынса үтә.