Вәлиуллин Ҡәҙим Барый улы
Вәлиуллин Ҡәҙим Барый улы |
Вәлиуллин Ҡәҙим Барый улы (24 октябрь 1930 йыл) — тарихсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1995), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡәҙим Барый улы Вәлиуллин 1930 йылдың 24 октябрендә Башҡорт АССР-ының Иҫке Балтас районы[1] Иҫке Тимкә ауылында тыуған.
1960 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1949—1951 йылдарҙа, 1954—1955 йылдарҙа Балтас районы мәктәптәрендә, 1960—1962 йылдарҙа Бәләбәй педагогия училищеһында эшләй. 1965 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында уҡыта.
Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Вәлиуллин Ҡәҙим Барый улының фәнни хеҙмәттәре XX быуаттың 1960—1980‑се йылдарында Уралдың ижтимағи- иҡтисади тарихы проблемаларына арналған. 90‑ға яҡын ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 12 китап, юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр һәм брошюралар авторы.
Фәнни хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Общественно‑политическая активность рабочего класса в условиях развитого социализма. Өфө, 1981
- История города Стерлитамака. Уфа, 1994 (авторҙаш)
- Рабочий класс в общественно‑политической жизни страны в 1959—1975 гг. (на материалах Урала). Өфө, 1995.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вәлиуллин Ҡәҙим Барый улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- http://2.bashedu.ru/ba/node/1741(недоступная ссылка)