Эстәлеккә күсергә

Вәлиәхмәтов Рим Марс улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вәлиәхмәтов Рим Марс улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 июнь 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (64 йәш)
Тыуған урыны Сатый, Миәкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө социолог
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Вәлиәхмәтов Рим Марс улы (11 июнь 1960 йыл) — социолог, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Социология фәндәре кандидаты (1993). Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология факультеты деканы (2020).

Рим Марс улы Вәлиәхмәтов 1960 йылдың 11 июнендә Башҡорт АССР-ы Миәкә районының Сатый-Бөрйән ауылында тыуа. Урта мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында юғары белем ала, уҡыу йортон 1986 йылда тамамлай. Ошонда уҡ социология кафедраһы аспирантураһында уҡый (1992), социология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай (1993).
1992—2005 йылдарҙа — тыуған кафедраһында ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент булып эшләй[1];
2004—2009 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Социаль-сәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге директоры; 2009 йылдан — БР-ҙың Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты директоры, кеше потенциалын өйрәнеү үҙәге етәксеһе;
2012 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһы Социология институтының Башҡортостан филиалының директор-ойоштороусыһы[1]. 2020 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология факультеты деканы[2]

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рим Марс улының фәнни тикшеренүҙәр өлкәһе халыҡтың социаль, социаль-иҡтисади, социаль-демографик проблемаларын үҙ эсенә ала, шулай уҡ ул төбәктең этносоциологияһын һәм социологияһын, кеше үҫешенең концепцияһын өйрәнә. йөҙгә яҡын фәнни хеҙмәт авторы[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

БДУ-ла социологик фәндәр буйынса диссертация советы ағзаһы (2003—2007)
Башҡортостан Республикаһының мәжбүри тотолған урындарҙа кеше хоҡуҡтарын тәьмин итеү һәм уларға ярҙам күрһәтеүҙе контролләүҙе тормошҡа ашырыу буйынса йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы ағзаһы (2008—2010)
Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт средстволарын һөҙөмтәле файҙаланыуҙы йәмәғәт контроле буйына совет ағзаһы (2010—2012)
1-3-сө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты советы ағзаһы
ВЦИОМ-дың Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе (1993—2002)
"Юрий Леваданың аналитик үҙәге"нең Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе (2003 йылдан)
Рәсәй социологтары йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе (2006 йылдан)[1][3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чернобыль АЭС-ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусы күкрәк билдәһе (1986)
Башҡортостан Республикаһының Маҡтау ҡағыҙы (2010)
«2010 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (2012).