Хәйруллин Вәғиз Нурулла улы
Хәйруллин Вәғиз Нурулла улы (14 декабрь 1929 йыл — 10 июль 1999 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. 1959—1990 йылдарҙа Дүртөйлө районы «Шишмә» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981). Ленин (1986), Октябрь Революцияһы (1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вәғиз Нурулла улы Хәйруллин 1929 йылдың 14 декабрендә БАССР-ҙың Бөрө кантоны (хәҙерге БР-ның Дүртөйлө районы) Һикәлекүл ауылында тыуған — 10.7.1999 йылдың 10 июлендә Дүртөйлө районы Шишмә ауылында вафат булған, тыуған ерендә ерләнгән. Ауыл хужалығының билдәле хеҙмәткәре.
1945 йылдан башлап Дүртөйлө районындағы «Трактор» колхозында,
1953 йылдан — «Шишмә» колхозында эшләй: 1956 йылдан умартасылыҡ бригадаһы бригадиры,
1959—1990 йылдарҙа - «Шишмә» колхозы рәйесе. Хәйруллин Вәғиз Нурулла улы етәкселегендә «Шишмә» колхозы үҫемлекселек һәм малсылыҡта ҙур күрһәткестәргә өлгәште: 1984—86 йылдарҙа бөртөклө орлоҡ культуралары уңышы гектарынан 35,3 центнер бирҙе, бер һыйырҙан уртаса йыллыҡ һөт һауыу — 3496 кг тәшкил итте.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981)
- Ленин ордены (1986)
- Октябрь Революцияһы ордены (1976)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1966)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәйруллин Вәғиз Нурулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 15 декабрь 2020)