В. Г. Тимирясов исемендәге Ҡазан инновацион университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
В. Г. Тимирясов исемендәге Ҡазан инновацион университеты
Нигеҙләү датаһы 1994
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡазан
Рәсми сайт киу.рф
Карта

В. Г. Тимирясов исемендәге Казан инновацион университеты (рус. Казанский инновационный университет имени В. Г. Тимирясова, ИЭУП) – Ҡазан ҡалаһында урынлашҡан юғары уҡыу йорто. 1994 йылдың 22 июлендә нигеҙләнгән.

Исеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Закондар үҙгәрү менән бәйле, юғары уҡыу йорто бер нисә тапкыр рәсми исемен үҙгәртә. Юғары уҡыу йорто хәҙер беренсе ректор һәм нигеҙ һалыусы В.Г. Тимирясов исемен йөрөтә.

1994 - 1996 йылдарҙа Иҡтисад, идара һәм хоҡуҡ университеты тип атала. 1996 - 2016 йылдарҙа Иҡтисад, идара һәм хокҡуҡ институты (Казан ҡалаһы) тип атала. 2016 йылдан В.Г. Тимирясов исемендәге Ҡазан инновацион университеты (ИЭУП) тигән исем бирелә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

В. Г. Тимирясов исемендәге Ҡазан инновацион университеты

Ҡазан инновацион университеты 1994 йылда Иҡтисад, идара һәм хоҡуҡ институты булараҡ ойоштороа. 2016 йылда институт университетҡа нигеҙ һалыусы профессор Виталий Ғайнулла улы Тимирясов исемендәге Ҡазан инновацион университеты тип үҙгәртелде.[1]

Университет эшләгән ваҡытта Рәсәйҙең алдынғы инновацион фәнни-мәғариф комплексына әүерелде. Юғары уҡыу йорто структураһында — колледж, юғары белемдең барлыҡ дәрәжәләре, бакалавриат, магистратура һәм аспирантура бар.

1998 йылда асылған бизнес-мәғариф институты квалификация күтәреү һәм һөнәри әҙерлек буйнса 600-ҙәнн артыҡ программаны ғәмәлгә ашыра, шул иҫәптән МВА программаһы ла бар.

2010 йылда юғары уҡыу йортонда «Таланттар ижады» ижат һәм үҫеш Академияһы асылды, академияла 1 йәшлек балаларға өҫтәмә белем биреү программаһы эшләй..

2011 йылдан ҠИУ сауҙа, ҡунаҡсыллыҡ, сервис һәм хеҙмәттәре өлкәһендә Татарстан Республикаһының фәнни-мәғариф кластерында төп юғары уҡыу йорто булды.

2017 йылда Татарстандың эре предприятиеларе менән инновацион программаларҙы тормошҡа ашырыу маҡсатларында университетта тармаҡ-ара проект институты асылды.

Ретингы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вуз «Рәсәй бөгөн» мәғлүмәт агентлығы үткәргән 2015 йылда Рәсәй Федерацияһында юғары уҡыу йорттарына ихтияж рейтингында (иҡтисад, финанстар, юриспруденция)» номинацияһындә 9-сы урынды алды.

Донъя рейтингын билдәләгән Webometrics Ranking of World Universities иң яҡшы университеттар рейтингында, 2016 йылға торошло, вуз донъяның 11999 юғары уҡыу йорттары араһында 7724 урында тора, БРИКСта 7172 вуз араһында 1666-сы урында, Европаның 1536 вузы араһында 6050-сы урында һәм Рәсәйҙә 261-се урында.[2][3]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ЧОУ ВО "Казанский инновационный университет имени В.Г. Тимирясова (ИЭУП)" Создание и развитие преемственной системы инклюзивного образования в Республике Татарстан. Федеральные инновационные площадки. Дата обращения: 6 март 2018. Архивировано из оригинала 7 март 2018 года.
  2. Institute of Economics Management and Law Kazan / Институт экономики, управления и права г Казань (ингл.). Ranking Web of Universities. Дата обращения: 6 март 2018.
  3. Brics (ингл.). Ranking Web of Universities. www.webometrics.info. Дата обращения: 6 март 2018.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]