ГУЛАГ-тың Салауат ҡалаһындағы лагерҙары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
ГУЛАГ-тың Салауат ҡалаһындағы лагерҙары
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй

Салауат ҡалаһындағы холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерҙары, хеҙмәт һөргөнө һәм тотҡон урындарының баш идаралығы лагерҙары (ГУЛаг) (18-се һанлы төҙөлөшө) —Салауаттағы 1948—1953 йылдарҙа холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерҙар системаһы (ИТЛ) менән етәкселек иткән НКВД-ның, эске эштәр министрлығының, СССР-ҙың юстиция министрлығы подразделениеһы. ГУЛаг-тың Салауат лагерҙары 08.01.1949 — 14.05.1953 йылдарҙа ғәмәлдә булғандар[1].

Тарихы[2][үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1948 йылдың 30 мартындағы 1001-346-се һанлы СССР-ҙың Министрҙар Советы ҡарарына ярашлы[3] СССР-ҙың Эске эштәр министрлығы тотҡондар өсөн лагерҙарҙы Ишембай тирәһендә ойошторорға тейеш була. 12 мең тотҡондар алып килеүе планлаштырыла, улар 18-се һанлы комбинатты төҙөүгә йәлеп ителәләр.

Салауат ҡалаһының лагерҙар идаралығы түбәнге адрес буйынса урынлашҡан: Башҡорт АССР-ы, Ишембай ҡалаһы, Садовая урамы, 5-се йорт. Лагерҙар ГУЛПС-ҡа — 07.02.1949 йылдан, ГСНС-ҡа — 06.10.1951 йылдан, ГУЛАГ МЮ-ға — 02.04.1953 йылдан буйһона. Лагерҙарҙың литеры — ВН, телеграф коды — «Кама». «ВН» литер билдәһе Хакассия холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерына (ИТЛ) ҡарамағында була, әммә Главнефтегазстрой үтенесе буйынса уның базаһында 18-се һанлы ИТЛ төҙөлөшө ойошторола.

Немец әсирҙәре барактарҙа Торатау итәгендә йәшәгән.
Элекке каторга режимлы лагерь урыны. Барак ҡалдыҡтары.

1948 йылдан алып Салауатта ГУЛаг системаһының 5 лагеры урынлаша. Ҡала лагерҙары дөйөм режимлы була. Каторга режимлы лагерҙар Стәрлетамаҡ шихандары аҫтында була (Торатау янында)[4]. Унда тотҡондар таш сығарыуҙа эшләйҙәр, кирбес ҡоролоштарында йәшәйҙәр. Эшкә бығауҙа сығалар һәм уларҙы бер ҡасан да сисмәйҙәр. Ялан иҙәндә йоҡлайҙар, көнөнә 400 грамм икмәк һәм тәүлегенә ике мәртәбә ҡайнаған һыу алалар. Вафаттарҙы ошонда уҡ ерләгәндәр, эзбисташты сығарған урындар алыҫ түгел. Зонала ашхана, икмәкхана (пекарня) һәм магазин була. Дөйөм ашханала өс тапҡыр ашатҡандар, бынан тыш түләүле ашхана булған. Лагерҙа киноны даими күрһәтеп торғандар, радио, китапхана эшләгән.

1951 йылда барлығы Салауатта алты лагерь була, тора-бара уларҙың һаны унға етә. Икенсе лагерь янында, хәҙерге һөт заводы яғында, сым кәртә аша 3-сө һанлы ҡатын-ҡыҙҙар лагеры урынлашҡан.

Салауатта дөйөм режимлы лагерҙар Северная, Первомайская, Строителей урамдары районында урынлашҡан. Лагерҙағы тотҡондар өсөн барактар сәнскеле тимер сымлы ҡоймалар менән уратылған була, сымдары юғары көсөргәнешле токка тоташтырылған. Тотҡондар йәшәгән барактар әсирҙәр һәм граждандар, ирҙәр һәм ҡатындар өсөн айырым булған. Кистәрен барактар араһында иҫ китерлек шау-шыу торған — тотҡондар шулай үҙ-ара аралашҡан.

ГУЛаг-тың Салауат лагерҙарында үлем осраҡтары илдәге уртаса үлеүсәнлек күрһәткестәренән юғары булған. Кешеләр төҙөлөштә бәхетһеҙ осраҡтар, үпкә шешеү, гриптан һуң өҙлөгөү арҡаһында үлгәндәр, сөнки уларға эшкә алама кейемдә йөрөгә, насар йылытылған барактарҙа йәшәргә, төҙөлөштәрҙә асыҡ һауала эшләргә тура килгән.

Ҡала халҡы тотҡондарға хәленән килгәнсе ярҙам иткән — эш ваҡытында ашатҡандар, төрмә срогын кәметеү өсөн план үтәлешен өҫтәп яҙғандар.

НКВД-ның хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ күп кенә ирекле граждандарға органдар менән хеҙмәттәшлек тәҡдим итәләр. Уларҙы даими һөйләшеүгә саҡырғандар, кем нимә тураһында һөйләй, Совет власы менән ризаһыҙлыҡ белдергәндәр юҡ микән, тип ҡыҙыҡһынғандар. Пленда булғандар, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда оккупацияланған ерҙәрҙә йәшәгән йәки уңайһыҙ милләт вәкиле булған — улар даими рәүештә органдарға килеп билдәләнергә мәжбүр булалар. Хеҙмәтсегә отпуск алыу өсөн НКВД органдарынан рөхсәт алыу мотлаҡ булған.

Әсирлеккә эләккән немецтар 1952 йылда ғына сығарыла. 1953 йылда, Сталиндың вафатынан һуң, Салауаттағы лагерҙар ябыла. Тотҡон енәйәтселәр холоҡ төҙәтеү заведениеларына күсерелә. Барактарҙа Салауат ҡалаһы халҡы йәшәй башлай. Иреккә сыҡҡандан һуң ҡайһы бер тотҡондар Салауатта йәшәргә ҡала.

Тотҡондар һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ГУЛаг-тың Салауат лагерҙарында тотҡондар һаны даими үҙгәреп торған:

  • 01.05.1949 — 3620 кеше
  • 01.01.1950 — 14 858 кеше
  • 01.01.1951 — 17 968 кеше
  • 01.01.1952 — 25 840 кеше
  • 01.03.1952 — 27 540 кеше, шул иҫәптән 2968 ҡатын-ҡыҙ, 3324 — к/рев. енәйәт өсөн хөкөм ителгән
  • 01.01.1953 — 29 422 кеше
  • 01.04.1953 — 29 873 кеше

ГУЛАГ етәкселеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Идаралыҡ начальниктары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Наседкин В. Г. (1947 йылдың 2 сентябренә тиклем)
  • Добрынин Г. П (1951 йылдың 31 ғинуарына тиклем)
  • Долгих И. И. (1954 йылдың 5 октябренә тиклем)
  • Егоров С. Е. (1956 йылдың 4 апреленә тиклем)
  • Бакин П. Н. (1958 йылдың 6 майына тиклем)
  • Холодков М. Н. (1960 йылдың 13 июненә тиклем)

Салауат ҡалаһындағы лагерҙар начальниктары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Меркурьев В. Д. — инженер-майор, 07.02.1949 −09.12.1950 (үлгәндән һуң сығарыла)
  • Пономарев С. А.[5] — инженер-капитан, 06.04.1951 — 31.10.1950
  • Василенко Г. В. — инженер-полковник, 22.02.1951 — 17.03.1953
  • Сайко П. И. — в/с, 01.04.1953 — 14.05.1953
  • Цивьян Г. Я. — полковник, 07.02.1949 — 30.08.1949
  • Камаев К. П. — капитан 1949 — 28.03.50
  • Шубин Н. С. — майор, 28.03.1950 — 1951
  • Сайко П. И. в/с — (телгә алына 19.03.53).
  • Гончаров Х . Х. — ҡатын-ҡыҙҙар лагеры начальнигы.

Салауат ҡалаһын төҙөүҙә роле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

18-се һанлы комбинаттың административ бинаһы

Салауатта тотҡондар төҙөгән объекттар:

  • МНП-ның 18-се һанлы комбинаты
  • Мазут өсөн 1,5 млн м³ күләмендәге соҡор һыйышлығын (ямная емкость) төҙөү
  • Салауат ТЭЦ-ты һәм ЛЭП3-ны төҙөү
  • Ағиҙел йылғаһындағы һыу йыйыу ҡоролмаларын төҙөү
  • Ремонт-механик заводын төҙөү
  • Кирбес заводын төҙөү
  • Асфальт — бетон заводын төҙөү һәм эксплуатациялау
  • Бетон, эзбиз, шлакоблок заводтарын һәм ДОК-тың төҙөү
  • Һыу үткәргесте һәм канализацияны төҙөү
  • Соцкультбыт объекттарын төҙөү
  • Торлаҡ төҙөлөшө — Салауат ҡалаһының иҫке районындағы ике ҡатлы барактар һәм ике ҡатлы тораҡ йорттары .

Тотҡондар төҙөлөш объекттарына эшкә сафтар менән барғандар. Эш өсөн уларға эш хаҡы түләнгән. Планды арттырып үтәгән өсөн тотҡонлоҡ срогы кәметелгән.

Тотҡондарҙың эш көнө 10-12 сәғәткә тиклем тәшкил икән. Ҡышҡы ҡаты бурандарҙа эштәр туҡтатылып торған.

Тәртип боҙоуҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Салауат лагеҙарынан ҡасыу осраҡтары ла булған. Йыл һайын ике — өс ҡасыу теркәлгән, шул иҫәптән ҡораллы. Бер ҡасҡынды Ташкентта тоталар.

Дүрт тотҡон самосвалды баҫып алып лагерҙан ҡаса. Икеһен тере рәүештә тоталар.

Ҡасҡындарға ҙур ғына өҫтәмә срок биргәндәр. Үҙенә күрә традиция булған — тотолған ҡасҡынды ишек янында, барыһы ла күрһен өсөн, йөҙ түбән лагерға ингән ергә һалғандар[6].

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тотҡондарҙың ҡалалағы төҙөлөштәрҙә өлөшө ҙур булыуға ҡарамаҫтан, Салауатта сәйәси ҡорбандарға Мемориал юҡ.

Башҡортостанда Рәсәй Ассоциацияһы законһыҙ сәйәси репрессиялар ҡорбандарының төбәк ойошмаһы булдырылған[7]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • История сталинского Гулага. Конец 1920-х — первая половина 1950-х годов: Собрание документов в 7-ми томах. Т. 1. Массовые репрессии в СССР. Отв. рел. Н. Верт, С. В. Мироненко. Отв. сост. И. А. Зюзина. М.: РОССПЭН, 2004. ISBN 5-8243-0605-2
  • История сталинского Гулага, Конец 1920-х — первая половина 1950-х годов: Собрание документов в 7-ми томах. Т. 2. Карательная система: структура и кадры. Отв. ред. и сост. Н. В. Петров. Отв. сост. Н. И. Владимирцев. М.: РОССПЭН, 2004. ISBN 5-8243-0606-0
  • История сталинского Гулага. Конец 1920-х — первая половина 1950-х годов: Собрание документов в 7-ми томах. Т. 3. Экономика Гулага. Отв. ред. и сост. О. В. Хлевнюк. М.: РОССПЭН, 2004. ISBN 5-8243-0607-9
  • Газета «Выбор» 13.08.1998 г.
  • Книга памяти жертв политических репрессий Республики Башкортостан/Редкол.: Х. Х. Ишмуратов (гл. ред.), К. А. Аралбаев и др. — Уфа: Китап.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]