Гавала йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Гавала йорто
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Пушкин урамы, 93

Н. А. Гавала йорто — Дондағы Ростовта, Пушкин урамы, 93 адресы буйынса урынлашҡан бина. Торлаҡ йорт XIX быуат аҙағында төҙөлә[1].Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[2].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Торлаҡ йорттоң беренсе хужаһы — сығышы буйынса грек милләтле Рәсәй биржа йәмғиәте ағзаһы Николай Антонович Гавала. Документтар буйынса, 1913 йылда йорт менән Мария Николаевна Гавала идара итә, күрәһең, ул уның ҡатыны була. Гавала ғаиләһе Ростовтан Граждандар һуғышы йылдарында китә. Совет власы килгәндән һуң, йорт дәүләткә тапшырыла һәм ул коммуналь фатирҙарға бүленә. Һуңынан йорт бер нисә тапҡыр төҙөкләндерелә.

Архитектураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ике ҡатлы торлаҡ йорт Пушкин урамында урынлашҡан. XIX быуат аҙағындағы башҡа бик күп йорттар кеүек үк, уның архитектураһында төрлө стиль элементтары ҡушылған. Ҡабырғанан ике арка урынлашҡан: һул яҡтан төп инеү урыны һәм уң яҡтан ихатаға сығыу юлы. Инеү ҡапҡаларының ҡойоп эшләнгән рәшәткәләрендә «Н» һәм «Г» хәрефтәре яҙылған. Төп инеү ишегендә лә тәүҙә ике ҙур булмаған ҡойолған рәшәткәләр була, бөгөнгәсә уның береһе генә һаҡланған. Беренсе ҡаттың диуарҙары руст менән биҙәлгән. Тәҙрә уйымдары төрлө йөҙлөктәр менән матурланған. Ҡабырғаларҙағы ҡапҡалар өҫтөндәге икенсе ҡатта тар тәҙрәләр өсәрләп яҡынайтылған. Үҙәк өлөштә икешәрләп яҡынайтыоған ике пар тәҙрә бар. Фасад ярымколонналы парапеттар һәм декоратив кронштейндар менән тамаланған. Мансарда ҡаты ның үҙгәртелгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Волошинова Л. Ф. Пушкинская улица. — Ростов-на-Дону: «Донской издательский дом», 2000. — С. 29—32. — (Серия "Судьбы улиц, площадей, зодчих"). — ISBN 5-87688-250-X.
  2. Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения). Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 23 сентябрь 2013.