Эстәлеккә күсергә

Хәйретдинов Ғәлей Ғәләүетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Галей Хайритдинов битенән йүнәлтелде)
Хәйретдинов Ғәлей Ғәләүетдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 4 ғинуар 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (66 йәш)
Тыуған урыны Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Юлбаш, Ялсы ауыл Советы (Күгәрсен районы), Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре

Хәйретдинов Ғәлей Ғәләүетдин улы (4 ғинуар 1958 йыл) — комсомол, партия, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәкәре. 2009—2017 йылдарҙа Салауат районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2005).

Ғәлей Ғәләүетдин улы Хәйретдинов 1958 йылдың 4 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Юлбаш ауылында тыуған.

19761978 йылдар — Совет Армияһында хеҙмәт итә.

1983 йылда Мәскәү технология институтының еңел сәнәғәт машиналары һәм аппараттары факультетын тамамлаған.

19831984 йылдар — Мәләүез районы «Арыҫлан» совхозының спорт буйынса методисы.

19841985 йылдар — «Арыҫлан» совхозының комсомол ойошмаһы комитеты секретары.

19851986 йылдар— Мәләүез районы «Ленинское знамя» колхозының саңғы базаһы директоры.

1986 йыл — Первомайский урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы, «Арыҫлан» совхозының ВЛКСМ комитеты секретары.

1986—1988 йылдарҙа — «Арыҫлан» совхозының хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженеры.

19881990 йылдар КПСС-тың Мәләүез ҡала комитеты инструкторы.

19901992 йылдар — Мәләүез ҡалаһының Халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү һөнәри училищеһының баш инженеры.

19921998 йылдар — Мәләүез ҡалаһының «Весна» ПТОП директоры.

19982001 йылдар — Мәләүез ҡала Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары.

20012003 йылдар — «Весна» ЯСЙ-е директоры.

20032009 йылдар — Мәләүез ҡалаһы һәм районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары.

20092017 йылдар Башҡортостан Республикаһының Салауат муниципаль районы хакимиәте башлығы.

2018 йылдан Башҡортостан Республикаһының Милли архивы Дәүләт ҡаҙна учреждениеһы директоры.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Башҡортостан Республикаһының хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре» (2005).
  • Башҡортостан Республикаһы Президентының Почёт грамотаһы