Галина Петрова һәйкәле (Новочеркасск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Иҫтәлекле урын
Галина Петрова һәйкәле
280px
Ил style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em;"|Рәсәй
Урыны style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em;"|Новочеркасск
Проект авторы style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em;"|архитектор В. П. Котелевский (постамент)
Төҙөлгән ваҡыты style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em;"|1963 йыл
Бөгөнгө хәле style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em;"| яҡшы

1963

Галина петрова һәйкәлеРостов өлкәһенең Новочеркасск ҡалаһында Советтар Союзы Геройы, Ҡара диңгеҙ флотының Новороссийск хәрби-диңгеҙ базаһындағы 386-сы айырым диңгеҙ пехотаһы батальонының шәфҡәт туташы, главстаршина Петрова Галина Константиновнаға ҡуйылған һәйкәл.

Һәйкәлдең адресы: Рәсәй, Ростов өлкәһе, Новочеркасск ҡалаһы, Мәғариф урамы, 126.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Советтар Союзы Геройы, диңгеҙ пехотаһы батальоны санинструкторы Галина Петроваға һәйкәл 1963 йылда ул 1940 йылда урман хужалығы факультетында уҡыған Көньяҡ Рәсәй дәүләт политехник университетының (ЮРГТУ (НПИ) тҡп корпусы алына ҡуйыла. Һәйкәл ҡала мәктәптәре уҡусылары, урта һәм юғары уҡыу йорттары студенттары һәм уҡытыусылары йыйған аҡсаға төҙөлә. Бюст пьедесталы Новороссийск политехник институты архитекторы В. П. Котелевский проекты буйынса эшләнә.

Ҡара диңгеҙ флотының Новороссийск хәрби-диңгеҙ базаһындағы 386-сы айырым диңгеҙ пехотаһы батальонының шәфҡәт туташы Галина Константиновна Петрова Николаев ҡалаһында 1920 йылдың 9 сентябрендә тыуа. 1940 йылда ҡала мәктәбен отличие менән тамамлап, Новочеркасск инженер-мелиорация институтының (хәҙер ЮРГТУ) урман хужалығы факультетына уҡырға инә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Краснодарҙа шәфҡәт туташтары курсында уҡый.

Уҡыуын тамамлағас, диңгеҙ пехотаһының айырым батальонында (Новороссийск хәрби-диңгеҙ базаһы, Ҡара диңгеҙ флоты) хеҙмәт итә. 1943 йылдың көҙөндә Керчь-Эльтиген десант операцияһында ҡатнашып, шәфҡәт туташы Петрова Г. К. дошман уты аҫтында батальон менән бергә Ҡара диңгеҙҙең Ҡырым ярындағы Эльтиген ҡасабаһына (хәҙер Героевск ҡасабаһы, Ҡырым) килеп төшә. Ултырғандан һуң, сәнскеле сым һәм мина яланын үтеп, үҙе артынан һадаттарҙы һөйрәп, алға ташлана. Бер төн эсендә ул һуғыш яланынан ике тиҫтә самаһы яралыны алып сыға.

СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 1943 йылдың 17 ноябрендә командованиеның хәрби заданиеһын өлгөлө үтәгәне, немец-фашист илбаҫарҙары менән алыштарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн главстаршина Петрова Галина Константиновнаға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Артабан Г. К. Петрова дошман һөжүмен кире ҡағыуҙа ҡатнаша, 1943 йылдың 3 декабренә яраланып, медсанбатҡа эләгә. 1943 йылдың 4 декабрендә медсанбатҡа бомба төшә. Һәләк булыусылар араһында шәфҡәт туташы Г. К. Петрова ла була. Ул Ҡырымда, Героевск ҡасабаһында ерләнә.

Г. К. Петрованың ЮРГТУ бинаһы алдында ҡуйылған һәйкәле бейек постаментҡа урынлаштырылған бюстан ғибәрәт. Постаментҡа: « Галина Петроваға. 19201943. Студенттар» тип яҙыла. 2015 йылда һәйкәл реставрациялана.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Новочеркасск. Энциклопедия. Новочеркасск. Изд. Новопринт. 2005. ISBN 5-94549-006-7.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]