Эстәлеккә күсергә

Галицкий Виктор Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Галицкий Виктор Михайлович (8 сентябрь 1924 йыл7 ғинуар 1981 йыл ) — ғалим-физик-теоретик. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Физика-математика фәндәре докторы (1962), профессор, СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1976).

Виктор Михайлович Галицкий 1924 йылдың 8 сентябрендә Мәскәүҙә ғалим-географ Михаил Иосифович Галицкий ғаиләһендә тыуған (1896—1970).

Мәктәпте тамамлағас, Бөйөк Ватан һуғышына китә, артиллерия взводы командиры вазифаһында Курск дуғаһындағы һуғыштарҙа ҡатнаша. Ауыр яраланыу арҡаһында ул 1943 йылда демобилизациялана һәм Мәскәү авиация институтына уҡырға инә. 1946 йылда Мәскәү механика институтының инженер һәм физика факультетына күсә (1953 йылдан — Мәскәү инженер-физика институты), уны 1949 йылда тамамлай.

1949 йылдан СССР Фәндәр академияһының 2-се лабораторияһында эшләй (1956 йылдан — Атом энергияһы институты, 1960 йылдан — И. В. Курчатов исемендәге институт). Бер уҡ ваҡытта 1948 йылдан Мәскәү инженер-физика институтында эшләй, 1960 йылда унда даими эшкә күсә; 1965—1971 йылдарҙа ул профессор, Мәскәү инженер-физика институтында теоретик атом физикаһы кафедраһы мөдире. 1971 йылдан ғүмеренең аҙағына ҡәҙәр — ул ҡабат И. В. Курчатов исемендәге институтта эшләй, 1974 йылдан дөйөм һәм атом физикаһы бүлеге директоры.

Профессиональ эшмәкәрлегенә өҫтәп, В. М. Галицкий фәнде популярлаштырыу менән шөғөлләнә, 10 йылдан артыҡ ул «Природа» журналының баш мөхәррире урынбаҫары.

Ул Мәскәүҙә 3-сө Щукинский тыҡрығы, 3 (хәҙерге — Маршал Васильевский урамы, 1, 2 йорт) һәм Маршал Бирюзов урамы, 38 адресы буйынса йәшәй. 1981 йылдың 7 ғинуарында Мәскәүҙә вафат була.

В. М. Галицкийҙ ейәне һәм аҙашы — танылған теоретик физик Victor Galitski (en (англ.) )), АҠШ-тағы Мэриленд штаты Университетының Квант институтында профессор булып эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. А. П. Александров, Н. Г. Басов, С. Т. Беляев, И. И. Гуревич, Ю. М. Каган, Б. Б. Кадомцев, В. Г. Кириллов-Угрюмов, В. И. Коган, А. Б. Мигдал, Н. А. Черноплеков Памяти Виктора Михайловича Галицкого // Успехи физических наук, 134, 173–174 (1981)