Гараничев Евгений Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гараничев Евгений Александрович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй[1][2]
Тыуған көнө 13 февраль 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (36 йәш)
Тыуған урыны Новоильинский[d], Нытвенский район[d][3]
Һөнәр төрө биатлонист, саңғы уҙышсыһы
Масса 69 килограмм
Спорт төрө Биатлон
Ҡатнашыусы Биатлон на зимних Олимпийских играх 2014 — индивидуальная гонка (мужчины)[d], Чемпионат мира по биатлону 2019[d], Биатлон на зимних Олимпийских играх 2014 — гонка преследования (мужчины)[d][4], Биатлон на зимних Олимпийских играх 2014 — индивидуальная гонка (мужчины)[d][5], Биатлон на зимних Олимпийских играх 2014 — масс-старт (мужчины)[d][6] һәм Биатлон на зимних Олимпийских играх 2014 — спринт (мужчины)[d][7]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы
Бейеклеге/буйы 169 сантиметр
 Гараничев Евгений Александрович Викимилектә

Гараничев Евгений Александрович (13 февраль 1988 йыл) — Рәсәй биатлонисы, 2014 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында шәхси уҙышта бронза миҙал яулаусы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, өс тапҡыр Рәсәй чемпионы, күп тапҡырҙар Донъя кубогы этаптары призеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Евге́ний Алекса́ндрович Гара́ничев 1988 йылдың 13 февралендә Пермь өлкәһенең Новоильин ҡалаһында тыуған.

Саңғы ярыштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Италияның Мальсе ҡалаһында үткән донъя беренселегендә ул Андрей Феллер, Петр Седов һәм Рауль Шакиръянов менән бергә 4х5 км эстафетаһында беренсе була[8]. Ә Италияның Тарвизио ҡалаһында юниорҙар һәм йәштәр араһында үткәрелгән донъя чемпионатында 4х5 километрлыҡ эстафетала Рәсәй йыйылма командаһының составына Иван Иванов, Дмитрий Васильев, Евгений Гараничев һәм Андрей Парфенов ингән квартеты икенсе урын яулай. Рәсәй спортсылары Швеция саңғысыларынан ни бары 0,3 секундҡа ҡалыша[9].

Биатлонға күсеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2008 йылда Евгений Гараничев яҡташы Владимир Аликиндың кәңәше буйынса биатлонға күсә[10]. Пермь өлкәһендә саңғы спорты менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булмай. Бағыусылар етешмәгәнлектән, спортсыларҙы хатта сборҙарға йөрөтмәйҙәр. Йәш саңғысы В. А. Аликинға мөрәжәғәт итә, яҡташы уны Төмән биатлонсылары тренеры Максим Владимирович Кугаевский менән таныштыра[11].

Биатлондағы карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2011/2012[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илебеҙҙең мылтыҡтан атыусы иң яҡшы саңғысылары йыйылған «Ижевск винтовкаһы» традицион ярыштарында саңғысы тәүге һәм тос ҡына уңышына өлгәшә. Евгений 20 километрлыҡ шәхси ярышта 4-се почетлы урынды биләй, ә спринтта иң көслө ун спортсы исемлегенә инә. Ошо һөҙөмтәләр Е. Гараничевҡа Европа кубогы ярыштарында ҡатнашыу хоҡуғын бирә. 2010 йылда Уват ҡалаһында үткәрелгән Рәсәй Чемпионатында спринт һәм эҙәрлекләүҙә дүртенсе, масс-стартта бронза призеры була.

2011 йылдың 23 ғинуарында Антерсельвала беренсе тапҡыр Донъя кубогы этабында сығыш яһай. Беренсе спринт ярышында 13-сө урын ала. 2011 йылдың 23 ғинуарында Евгений Рәсәй йыйылма командаһы составында эстафета ярыштарында беренсе тапҡыр сығыш яһай. Ул, Антон Шипулиндан эстафетаны ҡабул итеп, 2-се этапҡа китә. Беренсе ут нөктәһендә, ике тапҡыр яҙа атып, ике өҫтәмә патрон ҡуллана, икенсе ут нөктәһендә 1 өҫтөмө патрон ҡуллана, эстафетаны тапшырыу юлына Бьерндалендан 9,5 секундҡа артта ҡалып сыға, йомғаҡлау түңәрәгендә атаҡлы спортсыға тағы 0,2 секунд оттора һәм эстафетаны Андрей Маковеевҡа тапшыра. Йомғаҡлау протоколында Рәсәй йыйылма командаһы, немец, итальян һәм норвег спортсыларын алға үткәреп, 4-се урын ала. 2011 йылғы Универсиадала Гараничев өс миҙал яулай: спринтта бронза, эҙәрлекләү уҙышында көмөш һәм ҡатнаш эстафетала бронза миҙалдарын алыуға өлгәшә.

2012 йылдың 5 ғинуарында Оберхофта үткән Донъя кубогында, эстафета командаһы менән 2-се урын яулап, беренсе тапҡыр подиумға күтәрелә. Эстафета составына Антон Шипулин , Евгений Гараничев , Евгений Устюгов һәм Алексей Волков инә.

2012 йылдың 20 ғинуарында шәхси карьераһында тәүге еңеүен яулай — Антхольцта спринтта 2-се урын алып, подиумға күтәрелә.

2012 йылдың 2 феврелендә Холменколленда спринтта үҙ карьераһында тәүге алтын миҙалын яулай. Немец Арнд Пайффер 2-се, норвег Эмиль Хегле Свендсен 3-сө булып килә. Гараничев немец спортсыһынан 0,7 секундҡа алда килә.

2012 йылдың 4 февралендә Холменколленда эҙәрлекләү уҙышында Евгений Гараничев өсөнсө урын яулай.

2012 йылдың 5 февралендә Холменколленда Евгений Гараничев, 2 тапҡыр яҙа атып, масс-стартта бронза миҙал яулай.

2012/2013[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2013 йылдың 4 ғинуарында Оберхофта Донъя кубогы этабында составына Алексей Волков , Антон Шипулин һәм Дмитрий Малышко ингән эстафета ярышында  ул еңеү яулай. Был — Гараничевтың эстафета ярыштарында тәүге еңеүе.

2013 йылдың 5 ғинуарында Оберхофта Донъя кубогы этабында спринтта икенсе урын яулай.

2013 йылдың 6 ғинуарында Оберхофта Донъя кубогы этабында эҙәрлекләү уҙышында икенсе урын яулай.

2013 йылдың 16 февралендә биатлон буйынса донъя чемпионатында эстафета уҙышының өсөнсө этабында, сәпкә яҙа атып, уңышһыҙлыҡҡа тарый һәм  ике штраф түңәрәген йүгерергә мәжбүр була. Һөҙөмтәлә командабыҙ 4-се урынды ғына биләй[12].

2013 йылдың 17 февралендә масс-стартта уңышһыҙ сығыш яһай. Ярыш башында ҡолай, һөҙөмтәлә финишҡа 24-се булып килә.

2013/2014[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2013 йылдың 28 ноябрендә спорт миҙгеленең беренсе шәхси уҙышында Гараничев, алты тапҡыр яҙа атып, еңеүсенән 6 минут 42 секундҡа артта ҡала. Һөҙөмтәлә 47-се урынға ҡала.

2013 йылдың 6 декабрендә Хохфильценда Донъя кубогы этабында спринтта, 2 тапҡыр яҙа атып, 23-сө урынға сыға. Ә 2013 йылдың 8 декабрендә үткән эҙәрлекләү уҙышында 34-се урынға ҡала.

2013 йылдың 13 декабрендә Гараничев ир-егеттәр эстафетаһында ҡатнаша, унда ул өсөнсө этапта Иван Черезов, Александр Логинов һәм Антон Шипулин менән бергә спорт миҙгелендә беренсе тапҡыр еңеүгә өлгәшә. Артабанғы ярыштарҙа Гараничев 23-сө һәм 9-сы урындарҙы биләй.

Оберхофта Донъя кубогы этабында спринтта 53-сө һәм эҙәрлекләү уҙышында 49-сы урындарҙы биләй.

2014 йылдың 11 декабрендә Рупольдингта, Донъя кубогы этабында 3-сө урын алып, спорт миҙгелендә беренсе тапҡыр подиумға күтәрелә.

Антхольцтағы Донъя кубогы этабында ул спринтта һәм эҙәрлекләүҙә ярашлы рәүештә 29 һәм 25-се урындарҙа килә.

Олимпия уйындары 2014[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Евгений Гараничев Сочи ҡалаһында үткәрелгән XXII Ҡышҡы Олимпия уйындарында[13] ҡатнашыу өсөн Рәсәй командаһы составына индерелә.

2014 йылдың 8 февралендә Гараничев үҙенең спорт карьераһындағы тәүге Олимпия уйындары ярыштарында ҡатнаша. Ул спринтта сығыш яһай, бер тапҡыр сәпкә тейҙермәй, һөҙөмтәлә 27-се урынға сыға. Ярышта еңеүсе норвег Уле-Эйнер Бьюрндалендан 1 минут та 9,5 секундҡа артта ҡала.

2014 йылдың 10 февралендә эҙәрлекләү уҙышында сығыш яһай, бер тапҡыр сәпкә тейҙермәйенсә атып, 15-се урынға күтәрелә, еңеүсе Мартен Фуркадтан 59,1 секундҡа артта ҡала.

2014 йылдың 13 февралендә Гараничев шәхси ярышта ҡатнаша һәм бронза миҙал яулай[14]. Шәхси ярышта Гараничев яулаған бронза миҙал илебеҙҙә үткәрелгән Олимпиадала Рәсәйҙең ир-егеттәр биатлон командаһы яулаған берҙән-бер шәхси награда була.

 Булып үткән ярыш һөҙөмтәләре буйынса Евгений масс-стартҡа ҡуйыла, әммә атыуҙағы уңышһыҙлыҡтары миҙал өсөн көрәшеү мөмкинлеген бирмәй, ул 5-се урынға ҡала.

Тренерҙар Гараничевты ҡатнаш эстафетаға индерергә ҡарар итә. Әммә Евгений, бынан алдағы ике донъя чемпионаты ярыштарындағы кеүек, штраф түңәрәгендә йүгерергә мәжбүр була. Һөҙөмтәлә, ҡатнаш эстафетала Рәсәй командаһы бишенсе урынды ала, ә немец командаһын дисквалификациялағандан һуң  финиш протоколында дүртенсе урынды биләй[15].

Гараничев ир-егеттәр эстафетаһында ҡатнашмай.

2014/2015[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Антхольцта Донъя кубогының алтынсы этабында Евгений  спринтта икенсе урын яулай[16].

Донъя кубогының шул уҡ этабында эҙәрлекләү уҙышында, финишта Симон Шемпҡа 1,1 секунд һәм Симон Эдерға 0,1 секунд оттороп, өсөнсө урын яулай. 

2016/2017[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыйылма статистика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҙыштарҙа призлы урындар

Евгения Гараничев иҫәбендә 23+1 Донъя кубогы этаптарында призлы урындар, шул иҫәптән 13+1 — шәхси ярыштарҙа:

Уҙыштарҙа беренсе урындар
# Дата Урын Төр Атыу
1 2 февраль, 2012 Флаг Норвегии Холменколлен Спринт 0+0
2 4 ғинуар, 2013 Германия флагы Оберхоф Эстафета 0+0 0+3
3 13 декабрь, 2013 Франция флагы Анси Эстафета 0+0 0+1
4 8 ғинуар, 2015 Германия флагы Оберхоф Эстафета 0+1 0+1
5 15 февраль, 2015 Флаг Норвегии Холменколлен Эстафета 0+1 0+1
6 13 декабрь, 2015 Австрия Хохфильцен Эстафета 0+0 0+0

Уҙыштарҙа икенсе урындар

# Дата Урын Төр Атыу Сек. Еңеүсе 1 5 ғинуар, 2012 Германия флагы Оберхоф Эстафета 0+2 0+3 +6.1 Италия флагы Италия
2 20 ғинуар, 2012 Италия флагы Антерсельва Спринт 0+0 +18.2 Швеция флагы Фредрик Линдстрём
3 5 ғинуар, 2013 Германия флагы Оберхоф Спринт 1+0 +12.6 Рәсәй флагы Дмитрий Малышко
4 6 ғинуар, 2013 Германия флагы Оберхоф Преслед. 0+0+0+1 +42.1 Рәсәй флагы Дмитрий Малышко
5 20 ғинуар, 2013 Италия флагы Антерсельва Эстафета 0+0 0+1 +10.1 Франция флагы Франция
6 20 март, 2014 Флаг Норвегии Холменколлен Спринт 0+0 +13.9 Флаг Словении Яков Фак
7 22 ғинуар, 2015 Италия флагы Антерсельва Спринт 0+0 +14.0 Германия флагы Симон Шемпп
8 12 февраль, 2015 Флаг Норвегии Холменколлен Шәхси 0+0+0+0 +14.2 Франция флагы Мартен Фуркад
9 15 ғинуар, 2016 Германия флагы Рупольдинг Эстафета 0+0 0+2 +14.6 Флаг Норвегии Норвегия
Уҙыштарҙа өсөнсө урындар
# Дата Урын Төр Атыу Сек Еңеүсе
1 4 февраль, 2012 Флаг Норвегии Холменколлен Эҙәрлек. 0+0+1+1 +36.3 Германия флагы Арнд Пайффер
2 5 февраль, 2012 Флаг Норвегии Холменколлен Масс-старт 0+0+1+1 +17.8 Флаг Норвегии Эмиль Хегле Свендсен
3 12 ғинуар, 2014 Германия флагы Рупольдинг Эҙәрлек. 1+0+0+0 +21.4 Флаг Норвегии Эмиль Хегле Свендсен
4 13 февраль, 2014 Рәсәй флагы Сочи Шәхси 0+1+0+0 +34.5 Франция флагы Мартен Фуркад
5 15 ғинуар, 2015 Германия флагы Рупольдинг Эстафета 0+1 0+0 +8,4 Флаг Норвегии Норвегия
6 15 ғинуар, 2015 Италия флагы Антерсельва Эҙәрлек. 0+0+1+0 +1.1 Германия флагы Симон Шемпп
7 17 декабрь, 2015 Флаг Словении Поклюка Спринт 0+0 +25.1 Германия флагы Симон Шемпп
8 16 ғинуар, 2016 Германия флагы Рупольдинг Масс-старт 0+0+0+1 +13.1 Германия флагы Эрик Лессер
9 21 ғинуар, 2017 Италия флагы Антерсельва Эстафета 0+3 0+0 +33.6 Германия флагы Германия

Донъя кубогындағы сығыштар статистикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һөҙөмтә Инд Спр Пр. МС Барыһы Эст См-ға Барыһы
1 урын 0 1 0 0 1 4 0 4
2 урын 1 4 1 0 6 2 0 2
3 урын 0 0 3 1 4 1 0 1
Финишҡа 10-ке 2 10 12 6 30 12 1 13
Финишҡа мәрәй. 8 31 25 16 80 12 0 12
Ситтә мәрәй 1 5 2 0 8 0 0 0
Старт 9 36 27 16 88 12 1 13
2014/2015 йылдар миҙгеленән һуң(*)

Шәхси дисциплина иҫәбендә йомғаҡлау урыны.[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дисциплина 2010/2011 2011/2012 2012/2013 2013/2014 2014/2015
Шәхси уҙыш 19 (49) 42 (27) 28 (30) 9 (86)
Спринт 67 (28) 12 (224) 12 (214) 26 (116) 6 (258)
Эҙәрлекләү 13 (176) 7 (217) 18 (184) 9 (179)
Масс-старт 52 (17) 10 (136) 18 (101) (0) 13 (117)
Дөйөм иҫәп 72 (45) 12 (585) 14 (559) 26 (330) 7 (635)

Атыу статистикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миҙгел 2008/2009 2009/2010 2010/2011 2011/2012
Ятып 66.25 % 70.29 % 82 %u
Тороп 64.94 % 73.19 % 79 %
Дөйөм аныҡлыҡ 65.61 % 71.74 % 80,5 %

Донъя кубогы ярыштарының һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Результаты выступлений на Кубке мира
2017/2018

Итоги

Швеция флагы

Эстерсунд

Австрия

Хохфильцен

Франция флагы

Анси

Германия флагы

Оберхоф

Германия флагы

Рупольдинг

Италия флагы

Антхольц

Корея Республикаһы флагы

ОИ Пхёнчхан


Контиолахти

Флаг Норвегии

Холменколлен

Рәсәй флагы

Тюмень

Очков Место Сусм См Инд Спр Пр Спр Пр Эст Спр Пр МС Спр Пр Эст Инд Эст МС Спр Пр МС Спр Пр Инд МС См Эст Спр Сусм См МС Спр Пр Эст Спр Пр МС
88 30 43 55 29 57 26 19 24 19
2016/2017

Итоги

Швеция флагы

Эстерсунд

Флаг Словении

Поклюка

Чехия

Нове-Место

Германия флагы

Оберхоф

Германия флагы

Рупольдинг

Италия флагы

Антхольц

Австрия

ЧМ Хохфильцен

Корея Республикаһы флагы

Пхёнчхан


Контиолахти

Флаг Норвегии

Холменколлен

Очков Место Сусм См Инд Спр Пр Спр Пр Эст Спр Пр МС Спр Пр МС Эст Спр Пр Инд Эст МС См Спр Пр Инд Эст МС Спр Пр Эст Спр Пр Сусм См Спр Пр МС
495 18 23 49 30 35 26 41 11 19 25 12 3 15 10 20 20 11 9 5 4 23 12 4 8 9 8
2015/2016

Итоги

Швеция флагы

Эстерсунд

Австрия

Хохфильцен

Флаг Словении

Поклюка

Германия флагы

Рупольдинг

Германия флагы

Рупольдинг

Италия флагы

Антхольц

Канада флагы

Канмор

АҠШ флагы

Преск-Айл

Флаг Норвегии

ЧМ Холменколлен

Рәсәй флагы

Ханты-Мансийск

Очков Место Сусм См Инд Спр Пр Спр Пр Эст Спр Пр МС Спр Пр МС Инд Эст МС Спр Пр Эст Спр МС Сусм См Спр Пр Эст См Спр Пр Инд Эст МС Спр Пр МС
659 7 31 27 8 6 14 1 3 6 14 40 9 7 6 2 3 18 10 1 10 15 7 6 11 8 6 23 29 14 отм
2014/2015

Итоги

Швеция флагы

Эстерсунд

Австрия

Хохфильцен

Флаг Словении

Поклюка

Германия флагы

Оберхоф

Германия флагы

Рупольдинг

Италия флагы

Антхольц

Чехия

Нове Место

Флаг Норвегии

Холменколлен


ЧМ Контиолахти

Рәсәй флагы

Ханты-Мансийск

Очков Место См Инд Спр Пр Спр Эст Пр Спр Пр МС Эст Спр МС Эст Спр МС Спр Пр Эст Сусм См Спр Пр Инд Спр Эст См Спр Пр Инд Эст МС Спр Пр МС
640 7 12 15 5 11 34 27 5 16 25 1 61 23 3 23 11 2 3 5 19 6 2 10 1 6 22 35 4 11 33 36 12
2013/2014

Итоги

Швеция флагы

Эстерсунд

Австрия

Хохфильцен

Франция флагы

Анси

Германия флагы

Оберхоф

Германия флагы

Рупольдинг

Италия флагы

Антхольц

Рәсәй флагы

Зимние Олимпийские Игры (*)

Флаг Словении

Поклюка


Контиолахти

Флаг Норвегии

Холменколлен

Очков Место См Инд Спр Пр Спр Эст Пр Эст Спр Пр Спр Пр МС Эст Инд Пр Спр Пр Эст Спр Пр Инд МС См Эст Спр Пр МС Спр Спр Пр Спр Пр МС
330 26 47 23 34 1 23 9 53 49 11 3 29 25 27 15 3 5 4 57 47 36 32 30 2 9 6
2012/2013

Итоги

Швеция флагы

Эстерсунд

Австрия

Хохфильцен

Флаг Словении

Поклюка

Германия флагы

Оберхоф

Германия флагы

Рупольдинг

Италия флагы

Антхольц

Чехия

ЧМ Нове-Место

Флаг Норвегии

Холменколлен

Рәсәй флагы

Сочи

Рәсәй флагы

Ханты-Мансийск

Очков Место См Инд Спр Пр Спр Пр Эст Спр Пр МС Эст Спр Пр Эст Спр МС Спр Пр Эст См Спр Пр Инд Эст МС Спр Пр МС Инд Спр Эст Спр Пр МС
559 14 19 19 9 45 13 14 4 8 1 2 2 5 21 22 5 6 2 19 28 4 25 36 29 24 32 9
2011/2012

Итоги

Швеция флагы

Эстерсунд

Австрия

Хохфильцен

Австрия

Хохфильцен

Германия флагы

Оберхоф

Чехия

Нове-Место

Италия флагы

Антхольц

Флаг Норвегии

Холменколлен


Контиолахти

Германия флагы

ЧМ Рупольдинг

Рәсәй флагы

Ханты-Мансийск

Очков Место Инд Спр Пр Спр Пр Эст Спр Пр См Эст Спр МС Инд Спр Пр Спр МС Эст Спр Пр МС Спр Пр См См Спр Пр Инд Эст МС Спр Пр МС
585 12 10 63 30 32 2 23 19 7 2 16 4 1 3 3 19 5 14 12 6 9 15 25 10
2010/2011

Итоги

Швеция флагы

Эстерсунд

Австрия

Хохфильцен

Флаг Словении

Поклюка

Германия флагы

Оберхоф

Германия флагы

Рупольдинг

Италия флагы

Антхольц

АҠШ флагы

Преск-Айл

АҠШ флагы

Форт-Кент

Рәсәй флагы

ЧМ Ханты-Мансийск

Флаг Норвегии

Холменколлен

Очков Место Инд Спр Пр Спр Пр Эст Инд Спр См Эст Спр МС Инд Спр Пр Спр МС Эст Спр См Пр Спр Пр МС См Спр Пр Инд Эст МС Спр Пр МС
45 72 13 24 4

Инд — индивидуальная гонка
Пр — гонка преследования
Спр — спринт
МС — масс-старт
Эст — эстафета
См — смешанная эстафета
Сусм — одиночная смешанная эстафета
DNS — спортсмен был заявлен, но не стартовал
DNF — спортсмен стартовал, но не финишировал
DSQ — спортсмен финишировал, но дисквалифицирован
LAP — спортсмен по ходу гонки (для гонок преследования и масс-стартов) отстал от лидера более чем на круг и был снят с трассы
 — спортсмен не участвовал в этой гонке

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Евгений Гараничев һәм Рәсәй президенты Владимир Путин 2014 йылдың 24 февралендә XXII Ҡышҡы Олимпия уйындары чемпиондарына һәм призерҙарына дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһында
  • «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының II дәрәжә миҙалы (24 февраль, 2014 йыл) — физик культура һәм спорт үҫешенә тос өлөш индергәне, 2014 йылда Сочи ҡалаһында үткән XXII Ҡышҡы Олимпия уйындарында өлгәшкән юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн[17][18].
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (14 февраль, 2014 йыл)[19].
  • Кама буйы спорт элитаһы край конкурсының «2007 йылдың иң яҡшы спортсыһы» номинацияһында еңеүсе 

Шәхси тормош[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2013 йылдың авгусында һөйгәне Людмилаға өйләнә. Туйҙары Төмән ҡалаһында үтә. 2016 йылдың 1 ғинуарында Евгений исемле улы [20],  2018 йылдың 2 ғинуарында Андрей исемле улы тыуа[21].

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. http://sports.yahoo.com/olympics/sochi-2014/biathlon/mens-125-km-pursuit-BTM512/
  2. http://sports.yahoo.com/news/olympics-biathlon-birthday-boy-garanichev-happy-despite-missed-192301507--spt.html
  3. Спортивная Россия (урыҫ) — 1998.
  4. https://www.biathlonworld.com/results/BT1314SWRLOG__SMPU
  5. https://www.biathlonworld.com/results/BT1314SWRLOG__SMIN
  6. https://www.biathlonworld.com/results/BT1314SWRLOG__SMMS
  7. https://www.biathlonworld.com/results/BT1314SWRLOG__SMSP
  8. Юниорская сборная России по лыжным гонкам — победитель первенства мира в эстафете 4х5 км!
  9. Лыжник из Пермского края Евгений Гараничев стал серебряным призером чемпионата мира
  10. Гараничев: в биатлон меня позвал Аликин(недоступная ссылка)
  11. Евгений ГАРАНИЧЕВ: «Понимаю, что нельзя сразу научиться стрелять» 2010 йыл 21 апрель архивланған.
  12. Николай Лопухов: «Гараничеву нужен психолог»
  13. Состав сборной России на Игры утверждён без изменений / Спорт-Экспресс, 23 января 2014.
  14. Шестакова, Индира. Гараничев подарил себе бронзу // Metro Москва. — 2014. — № 17 за 14 февраля. — С. 23.  (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2016)(Тикшерелгән 9 февраль 2016)
  15. Результаты смешанной эстафеты 2014 йыл 19 февраль архивланған. на официальном сайте Олимпийских Игр 2014.
  16. Темп задан: серебро Гараничева в спринте на этапе КМ по биатлону в Антерсельве / Р-Спорт, 22 января 2015.
  17. Указ о награждении государственными наградами чемпионов и призёров XXII Олимпийских зимних игр 2014 года. Официальный сайт Президента России (24 февраль 2014). Дата обращения: 25 февраль 2014.(рус.). Официальный сайт Президента России (2014-02-24). 25 февраль 2014 тикшерелгән.
  18. Чемпионы и призёры XXII Олимпийских зимних игр 2014 года в Сочи, удостоенные государственных наград Российской Федерации / Kremlin.ru, 24 февраля 2014.
  19. Приказ «О присвоении почетного спортивного звания „Заслуженный мастер спорта России“». Официальный сайт Министерства спорта Российской Федерации (14 февраль 2014). Дата обращения: 14 февраль 2014. 2017 йыл 2 ноябрь архивланған.(рус.). Официальный сайт Министерства спорта Российской Федерации (2014-02-14). 14 февраль 2014 тикшерелгән.
  20. У Гараничева родился сын
  21. Призер Олимпийских игр Евгений Гараничев стал отцом во второй раз 2018 йыл 6 ғинуар архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]