Уле-Эйнар Бьёрндален

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Уле-Эйнар Бьёрндален
норв. Ole Einar Bjørndalen
Зат ир-ат
Рәсем
Гражданлыҡ  Норвегия[1][2][3]
Ҡушамат OEB
Тыуған көнө 27 ғинуар 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[4][5][6][…] (50 йәш)
Тыуған урыны Драммен[d], Норвегия
Бер туғандары Даг Бьёрндален[d]
Хәләл ефете Домрачева Дарья Владимировна[7]
Һөнәр төрө биатлонист, саңғы уҙышсыһы, биатлонный тренер
Спорт командаһы ағзаһы Simostranda IL[d]
Масса 65 килограмм
Спорт төрө Биатлон һәм саңғы уҙыштары[d]
Ҡатнашыусы 1994 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары[d], Биатлон на зимних Олимпийских играх 2002 — индивидуальная гонка[d], Биатлон на зимних Олимпийских играх 2006 — индивидуальная гонка (мужчины)[d], Биатлон на зимних Олимпийских играх 2010 — индивидуальная гонка (мужчины)[d], Биатлон на зимних Олимпийских играх 1998 — спринт (мужчины)[d], Биатлон на зимних Олимпийских играх 2002 — спринт (мужчины)[d], Биатлон на зимних Олимпийских играх 2014 — спринт (мужчины)[d], Биатлон на зимних Олимпийских играх 2002 — гонка преследования (мужчины)[d], Биатлон на зимних Олимпийских играх 2006 — гонка преследования (мужчины)[d], Биатлон на зимних Олимпийских играх 2006 — масс-старт (мужчины)[d], Биатлон на зимних Олимпийских играх 1998 — эстафета (мужчины)[d], Биатлон на зимних Олимпийских играх 2002 — эстафета (мужчины)[d], Биатлон 2010 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында — эстафета (ирҙәр)[d], Биатлон на зимних Олимпийских играх 2014 — смешанная эстафета[d], Чемпионат мира по лыжным видам спорта 2005[d], Чемпионат мира по лыжным видам спорта 2007[d], Биатлон на зимних Олимпийских играх 2014 — гонка преследования (мужчины)[d][8], Биатлон на зимних Олимпийских играх 2014 — индивидуальная гонка (мужчины)[d][9], Биатлон на зимних Олимпийских играх 2014 — масс-старт (мужчины)[d][10] һәм Биатлон на зимних Олимпийских играх 2014 — спринт (мужчины)[d][11]
Ойошма ағзаһы Халыҡ-ара олимпия комитеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Бейеклеге/буйы 178 сантиметр
Рәсми сайт oleeinarbjoerndalen.com
 Уле-Эйнар Бьёрндален Викимилектә

У́ле-Эйнар Бьёрнда́лен[12] (норв. Ole Einar Bjørndalen; 27  ғинуар 1974 йыл; Драммен ҡалаһы, Бускеруд фюлькеһы, Норвегия) — норвег биатлонсыһы, Ҡышҡы Олимпия уйындары (13 миҙал, шул иҫәптән 8 алтын), биатлон буйынса донъя чемпионаттары (20 еңеү), биатлон буйынса Донъя кубоктары (дөйөм иҫәптә 6 еңеү) тарихында иң күп наградаларға лайыҡ булған спортсы; 2002 йылғы Солт-Лейк-Ситиҙағы Олимпия уйындарында дүрт ихтималлыҡтан дүрт еңеү яулап, донъяла берҙән-бер абсолют Олимпия чемпионы була. Бьёрндален биатлон буйынса Донъя кубоктарында 95 һәм саңғы буйында донъя беренселектәрендә 1 шәхси еңеү яулай. Йәмғеһе 133 тапҡыр еңеү яулаған. 2014—2016 йылдарҙа Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаһы.

Ҡышҡы Олимпия уйындары тарихында бөтә спорт төрҙәре араһында иң күп һанлы награда (13) яулаусы. Ҡышҡы Олимпия уйындары чемпионы титулына эйә булыу һаны буйынса, саңғысы Бьёрн Дели кеүек үк, рекордсы (икеһе лә 8-әр тапҡыр).

Биатлон буйынса Донъя кубогының иң өлкән еңеүсеһе (41 йәш 10 ай 5 көн) була (Эстерсунд, 2015 йылдың 2 декабре).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уле-Эйнар Бьёрндален Норвегияның Драммен тигән ҡаласығында тыуа, Бускеруд фюлькеһы Модум муниципалитетының Симостранда тигән ҡалаһында фермерҙар ғаиләһендә үҫә. Уҡыу менән аҙ ҡыҙыҡһына, күп ваҡытын спорт секцияларында үткәрә. Футбол уйнай, гандбол менән шөғөлләнә, һөңгө ырғыта, велоспорт һәм еңел атлетикала 3000 метрға йүгереү ярыштарында ҡатнаша[13]. Уле-Эйнарҙың атаһы ла еңел атлетика менән шөғөлләнгән, ләкин ғаиләһен ҡарау өсөн спортты ташлаған булған[14]. Бер ағаһы, бер ҡустыһы һәм ике ҡыҙ ҡәрҙәше бар. Ағаһы Даг ғаиләлә беренсе булып биатлон менән шөғөлләнә башлай[15]. Уға Уле-Эйнар ҙа эйәрә. Ҡустыһының исеме — Ханс Антон.

Әле биатлонсы Австрияның Тироль федераль ерендәге Обертиллиах коммунаһында йәшәй. 2006 йылдың 27 майында Уле-Эйнар итальян сығышлы Бельгия биатлонсыһы Натали Сантерға өйләнә. Балалары булмай. 2012 йылдың октябрендә Натали менән Уле-Эйнарҙың айырылыуы тураһында хәбәр ителә.

Бьёрндален тураһындағы ҡыҙыҡ факттарҙан: ул һаулығы һәм таҙалыҡ тураһында шул тиклем ныҡ ҡайғырта, хатта һәр ваҡыт үҙе менән туҙан һурҙырғыс алып йөрөй һәм кеше менән күрешкәндә бик һирәк ҡул бирә. «Минең тормошомда туҙан һурҙырғыстар ҙа айырым урын алып тора, — ти спортсы. — Был әйберҙе мин гел үҙем менән йөрөтәм»[16]. Бьёрндален билдәләүенсә, туҙан һурҙырғыс йөрөтөү ул уйлап сығарған нәмә түгел, был ғәҙәтте ул командаһындағы өлкән иптәштәренән отҡан.

Шәхси белешмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Телдәр — норвег, инглиз, немец, итальян[17], рус.
  • Биатлон менән 1984 йылдан шөғөлләнә.
  • Милли йыйылма команда ағзаһы — 1992 йылдан.
  • Спорт клубы — Simostranda IL.
  • Тренерҙары — Роггер Груббен һәм Йоар Химмле (атыу буйынса тренер).

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2006—2012 йылдарҙа итальян биатлонсыһы Натали Сантер менән никахта була. Балалары булмай.

2016 йылдың 5 апрелендә белорус биатлонсыһы Дарья Домрачеваның унан бала көткәне билдәле була[18]. 2016 йылдың 16 июлендә Бьёрндален менән Домрачева Ослола туй яһай. 2016 йылдың 1 октябрендә Минскиҙа[19] ҡыҙҙары тыуа, уға Ксения тип исем ҡушалар[20].

Биатлон карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1993—2002[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бьёрндален бала саҡтан спорт менән мауыға. Ағаһы Дагтан күреп, биатлон менән шөғөлләнә башлай. Саңғыла яҡшы йөрөгән Уле-Эйнар тренерҙар иғтибарын йәлеп итә һәм 1992/1993 миҙгеле ахырынан Донъя кубогы этаптарында сығыш яһай башлай. Шул уҡ миҙгелдә Рупольдингтағы юниорҙар чемпионатында (1993) өс тапҡыр чемпион булып, бөтәһен шаҡ ҡатыра. 1994 йылда Олимпия командаһы составына индерелә һәм Лиллехаммерҙа (Норвегия) үткән Олимпия уйындарында ҡатнаша. Әммә тәжрибәһеҙлеге юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә ҡамасаулай. Тәүге олимпиадаһында бер миҙал да яуламай. Шәхси уҙышта утыҙ алтынсы була, спринтта — егерме һигеҙенсе, эстафетала — етенсе. 1993—1994 миҙгелендә лә Бьёрндален юғары һөҙөмтәләргә өлгәшмәй.

Тәүге иғтибарға лайыҡ уңыш уға 1994/1995 миҙгелендә килә. Бьёрндален Австрияның Бал-Гастайнында донъя кубогының беренсе этабында спринтта икенсе урынды яулай. Ошо уҡ миҙгелдә тағы ике тапҡыр уңышлы сығыш яһай (Оберхоф, спринт — 3; Лиллехаммер, спринт — 3). Антхольцта Донъя беренселегендә: шәхси уҙышта — 12-се урын, спринтта — 4-се, эстафетала 5-се була. Спринттағы тотороҡло күрһәткестәре арҡаһында Уле-Эйнар спринтта кесе Донъя кубогына лайыҡ була һәм Донъя кубогының дөйөм иҫәбендә дүртенсе урынды ала.

1994/1995 миҙгелендә Донъя кубогында шәхси уҙышта беренселекте һәм спринтта икенсе урынды ала.

1996/1997 миҙгелендә Бьёрндалендың һөҙөмтәләре күтәрелә. Ул өс шәхси еңеүгә өлгәшә, ун тапҡыр призлы урын яулай.

1998 йылда Наганола Бьёрндален спринтта еңеп, олимпия чемпионы була, ә эстафетала көмөш миҙал яулай.

1998/1999 миҙгелендә Уле-Эйнар 11 призлы урын ала.

2001/2002 миҙгеле башынан Бьёрндален Солт-Лейк-Ситиҙа буласаҡ ҡышҡы Олимпия уйындарына бик етди әҙерләнә. Олимпиадала ул дүрт алтын миҙал яулай һәм биатлон буйынса абсолют олимпия чемпионы була. Олимпиаданан һуң «Ун көн — дүрт еңеү» тигән китап сыға, унда Бьёрндалендың еңеүгә барған юлы ентекләп тасуирлана.

2003—2009[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2002/2003 миҙгелендә билдәле биатлонсы икенсе тапҡыр Донъя кубогын яулай. Ханты-Мансийскиҙа үткән донъя беренселегендә 29 йәшлек Бьёрндален спринтта һәм масс-стартта еңә. Миҙгел эсендә бөтәһе 12 еңеү яулай, шуларҙың береһе генә эстафетала.

Әммә 2003/2004 миҙгеле уңышһыҙыраҡ булып сыға. Әсәһенең вафатын Бьёрндален бик ауыр кисерә. Оберхофтағы донъя чемпионатында Уле-Эйнар дүрт миҙаллы була: шәхси уҙыштарҙа өс бронза һәм эстафетала көмөш.

2004—2005 миҙгеле мәшһүр спортсының карьераһында иң уңышлыһы була. Донъя кубогында ул 923 балл йыя, шәхси уҙышта, масс-стартта һәм спринтта өс кесе кубокты яулай. Миҙгелдә рекордлы 15 еңеүгә өлгәшә, 12-һе шәхси еңеү була.

2005—2006 олимпия миҙгелендә Уле-Эйнар бөтә иғтибарын Италияның Турин ҡалаһында үтәсәк олимпия уйындарына әҙерлеккә туплай. Әммә ғинуарҙа һалҡын тейҙерә, сире ҡатмарлашып, гайморит менән ауырый. Формаға кереү өсөн тиҙләтелгән әҙерлек үтә. Әммә Туринда уңышһыҙ сығыш яһай: атыуы тотороҡло булмай. Уле-Эйнар өс миҙал яулай, улар араһында бер алтын да юҡ: шәхси уҙышта ике көмөш һәм масс-стартта бронза. Яратҡан ярыш төрө булған спринтта Бьёрндален 12-се генә була. Норвегияның йыйылма командаһы эстафетала насар сығыш яһай, тик Уле-Эйнарҙың ҡаһарманлығы менән генә 5-се урынға күтәрелә ала. Бьёрндалендың күңеле төшә, шулай ҙа Донъя кубогы барыбер уныҡы була. 814 балл йыйып, ул сираттағы Ҙур Гәлсәр кубокты һәм масс-старт менән эҙәрләү уҙышында кескәй кубоктарҙы яулай. Холменколлендағы һуңғы этапта бөтә өс уҙышта ла еңә.

2006—2007 миҙгелдең Донъя кубогында 33 йәшлек биатлон «короле» подиумдар һәм рәттән еңеүҙәр һаны буйынса фантастик рекордҡа өлгәшә: 10 шәхси подиум һәм рәттән 8 шәхси еңеү. Был ун уҙыштың береһендә генә Уле-Эйнар бронза менән сикләнә, ҡалған 9-ы алтын була. Миҙгел барышында Бьёрндален бөтәһе 11 еңеү яулай һәм «Эстерсунд короле» (бөтә 3 еңеү) менән «Рупольдинг короле» (бөтә 3 еңеү) була, ләкин өс этапты ҡатнашмай ҡалдыра, шәхси уҙыштары 8 генә була, шунлыҡтан Ҙур Гәлсәр кубок немец Михаэль Грайсҡа эләгә. Норвег 736 балл менән икенсе урынға ҡала. Этаптарҙы йыш ҡалдырыуы саңғы ярыштарында ҡатнашыуы менән аңлатыла.

2007/2008 миҙгелендә Эстерсундта (Швеция) үткән Донъя чемпионаты миҙалға бай була: спринтта бронза, эҙәрләү уҙышында алтын, шәхси уҙышта, эстафетала һәм масс-стартта көмөш — бөтәһе 5 миҙал. Алтын миҙалдар һаны буйынса Уле-Эйнарҙы Рәсәйҙән Максим Чудов һәм йәш норвег Эмиль Хегле Свендсен уҙа. Миҙгел барышында бөтәһе 7 еңеү (эстафеталар менән бергә 10) һәм подиум өсөн 18 уҙышта еңеү яулана. 869 балл менән сираттағы Кубок, спринтта, эҙәрләү уҙышында һәм масс-стартта кесе кубок алына.

2008/2009 миҙгеле лә үткәненә оҡшаш була. Тик Пхёнчханда (Корея) үткән Донъя чемпионатында ғына 5 миҙал урынына дүртте яулай, уның ҡарауы бөтәһе лә алтын.

2009—2013[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010/2011 олимпия миҙгеленә лә Уле-Эйнар ныҡлы әҙерләнә. Әммә Ванкуверҙағы Олимпия уйындары ла, Туриндағыһы кеүек үк, уның өмөтөн аҡламай. Ул насар ата һәм спринт менән масс-стартта 17-се һәм 27-се урындарҙы ала. Эҙәрләү уҙышында һуңғы ут рубежында яҙлығыуҙары арҡаһында ихтимал булған еңеүҙән ҡолаҡ ҡаға һәм 7-се урында була. 20 километрға шәхси уҙышта Бьёрндален көмөш миҙал яулай. Ә эстафетала иҫ киткес шәп сығыш яһап, командаһына алтын миҙал килтерә. Шулай итеп, ул 6 тапҡыр олимпия чемпионы була.

2009/2010 Олимпия миҙгеле менән «биатлон короленең» көслө сығыштар теҙмәһе тамамлана. Бьёрндаленға 36 йәш тула, йәштәр менән ярышыу торған һайын ауырлаша. Был миҙгелдә ул дөйөм иҫәптә ни бары 10-сы була. Әммә ул үҙенә 2014 йылда буласаҡ Сочиҙағы Олимпия уйындарында ҡатнашыу маҡсатын ҡуя һәм киләһе 2010/2011 миҙгелендә элекке ҡөҙрәтен ҡайтарыу теләге менән яна.

Ул 2010/2011 миҙгеленең Донъя кубогында дөйөм иҫәптә һәм Ханты-Мансийскиҙағы донъя беренселегендә еңеүгә ынтыла. Эстерсундта миҙгел яҡшы башлана, Эмиль-Хегле Свендсен менән улар икеһе өс уҙышта тәүге ике урындан түбән төшмәй. Әммә Уле-Эйнар береһендә генә еңә. Шәхси уҙышта уға һуңғы ут рубежында ике тапҡыр яҙа атыу ҡамасаулай. Ә спринтта финишҡа бер нисә генә метр ҡалғанда Бьёрндален текә битләүҙән төшкәндә йығыла һәм, өҫтөнлөгөн юғалтып, икенсе урынға ҡала. Эҙәрләү уҙышында еңә. Был ярыштан һуң ике норвег бик ныҡ әрләшә һәм оҙаҡ ҡына бер-береһе менән һөйләшмәй йөрөй. Ниһайәт, Свендсен ғәфү үтенә, мөнәсәбәттәре көйләнә. Раштыуанан һуң Уле-Эйнар формаһын юғалта, һөҙөмтәләре түбән була, оҙаҡ ҡына эштең ниҙә икәнен аңлай алмай йөрөй. Баҡһаң, эш вируслы инфекцияла һәм үтә ҡатмарлы күнекмәләрҙә икән. Һөҙөмтәлә, миҙгел юҡҡа сыға, өмөттәр ҡыйрала. Уле 15 йыллыҡ карьераһы дауамында беренсе тапҡыр донъя чемпионаттарында шәхси наградаһыҙ ҡала. Ҡатнаш һәм ирҙәр эстафетаһында ғына ике алтын миҙал ала һәм планетаның 16 тапҡыр чемпионы була. Апрелдә Уле арҡаһын имгәтә һәм көскә һауыға.

2011 йылдың мартында Уле-Эйнарға Холменколлен миҙалы тапшырыла. Спортсы уны Норвегияла 2010/2011 миҙгеле Донъя кубогының һуңғы этабында ала.

Шул уҡ 2011 йылда Бьёрндален Камчаткаға килә, унда йыл һайын Виталий Фатьянов иҫтәлеге призына ярыштар үткәрелә. ләкин спринт стартына Уле-Эйнар сыҡмай, быны һуңғы ике көндә хәле шәптән булмауы менән аңлата.

2011/2012 миҙгеле алдынан, арҡаһы имгәнеү сәбәпле, Уле-Эйнар еңел әҙерлек планы буйынса күнегә. Ғинуарға формаға инеү һәм февралдә лидерҙар араһына эләгеү маҡсатын ҡуя. Донъя кубогының өсөнсө этабында эҙәрләү уҙышында Уле-Эйнар икенсе була. Ә февралдә, Донъя кубогының Финляндияның Контиолахти төбәгендә үткән этабында, спринтта дүртенсе урын алғандан һуң, Уле-Эйнар эҙәрләү уҙышында еңеүгә өлгәшә. Ләкин Рупольдингтағы Донъя чемпионатында йәнә шәхси наградаларһыҙ ҡала. Шулай ҙа ике эстафетала еңеп 18 тапҡыр донъя чемпионы булып китә. Физик формаһы ҡәнәғәтләнерлек була, ләкин атыуҙа ныҡ бирешә.

2012 йылда Чемпиондар уҙышында ҡатнаша. Масс-стартта Бьёрндален — 8-се, ҡатнаш эстафетала Ольга Зайцева менән бергә 6-сы һөҙөмтә күрһәтә.

2012/2013 миҙгеле ярайһы уҡ тыныс үтә, Уле-Эйнарҙың һаулығы яҡшыра, хәле һәйбәт була. Әммә был юлы уны ғаилә мәшәҡәттәре тигеҙлектән сығара. Йөрәк өйәнәгенән атаһы вафат була, бер аҙҙан алты йыл йәшәгән ҡатыны Натали Сантер менән айырылышалар. Уле-Эйнар ярыштарҙа әллә ни шәп урындар ала алмай. Донъя чемпионатының ирҙәр эстафетаһында алтын миҙал яулап, 19 тапҡыр донъя чемпионы була.

2013 йылдың йәйендә Бьёрндален Сочиҙағы Олимпия уйындарынан һуң спорт карьераһын тамамларға ҡарар итә. Шулай итеп, 2013/14 миҙгеле уның өсөн һуңғыһы булырға тейеш була.

Был миҙгелдә 39 йәшлек норвег арыу формала була. Миҙгелгә яҡшы әҙерләнә. Бьёрндален карьераһын лайыҡлы тамамлау ниәте менән йәшәй. Апрелдә күнекмәләр һәм форма һаҡлау буйынса уңайлыҡтарҙы арттырыу өсөн «тәгәрмәсле йорт» — ике миллион крона самаһы торған автофургон һатып ала[21].

2014 йылдан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сочиҙағы Олимпия уйындарына Бьёрндален бөтә миҙгел дауамында шәхси план буйынса әҙерләнә. Беренсе стартта уҡ (спринт), бер тапҡыр яҙа атыуына ҡарамаҫтан, етенсе олимпия алтынына эйә була. Тағы бер алтынды ул ҡатнаш эстафетала ала һәм һигеҙ тапҡыр Олимпия чемпионы була. Был күрһәткес буйынса ул саңғысы Бьёрн Дели менән тиңләшә, йәғни икеһе лә рекордсы була. Йәнә Уле-Эйнар 13 миҙал менән ҡышҡы Олимпия уйындары тарихында иң титуллы спортсыға әүерелә һәм был күрһәткестә Делиҙы ла уҙып китә.

Олимпиаданы ябыу тантанаһында Бьёрндален иленең флагын тотоп үтә һәм Халыҡ-ара олимпия комитетының комиссияһына рәсми һайлана. Бьёрндален һәм белорус биатлонсыһы Дарья Домрачева үткән Олимпиаданың иң яҡшы спортсылары тип таныла.

Миҙгел ахырында Бьёрндален Донъя кубогының дөйөм иҫәбендә үҙе өсөн бик юғары 6-сы урынды ала. Тиҙлек буйынса миҙгелдең иң яҡшы 5 спортсыһы иҫәбенә инә.

Олимпиаданан һуң Бьёрндален һаман ярышып туймағанын, еңергә көсө барлығы һиҙеүен һәм шуға күрә ике йылдан, 2016 йылда, тыуған иленең баш ҡалаһы Ослола үтәсәк донъя чемпионатына тиклем ярыштарҙа ҡатнашыуын дауам итәсәген белдерә[22].

Миҙгел алдынан Бьёрндален ҡәҙимге саңғы таяғын тиҙлекте арттырырға ярҙам итеүсән кәкре таяҡҡа алмаштырып тәжрибә үткәрергә була[23]. Эстерсундтағы беренсе этап һөҙөмтәһе буйынса ул һәр уҙышта тиҙлек буйынса икенсе булып, сенсациялы сығыш яһай[24], ләкин утлы рубежда яңылыша. Һөҙөмтәлә, ул беренсе этаптағы уҙыштарҙа 6, 8 һәм 10-сы урындарҙы ала. Әммә артабан йәнә даланы юғала: Хохфильценда спринтта артта ҡала һәм ауырып китә, шул арҡала Раштыуаға тиклем бер ярышта ла ҡатнашмай[25]. 2015 йылға Бьёрндален яҡшы әҙерләнә һәм чемпионаттың немец этаптарына һәйбәт форма менән килә. Оберхофта эстафетала икенсе урынды ала. Рупольдингта һәм Антхольцта ла Бьёрндален ике эстафетала ғына һәйбәт сығыш яһай[26]. Нове-Местола ни уҙышта, ни атыуҙа йүнле һөҙөмтә күрһәтә алмай, шуға ярыштарҙа ҡатнашмай торорға ҡарар итә[27].

Контиолахтиҙағы донъя беренселегенә 41 йәшлек Бьёрндален тауҙарҙа әҙерләнә. Эксперимент сифатында ул ике мең метрҙан ашыу бейеклектәге тауҙы һайлай һәм Нортуг методикаһы буйынса әҙерлек үтә. Старт алдынан ул үҙен иҫ киткес шәп формала тоя[28]. Ул спринтта еңеүгә өмөтләнә, әммә һәйбәт кенә тиҙлекле булһа ла, атҡанда яңылыша — 3 яҙлығыу арҡаһында 19-сы ғына була. Эҙәрләү уҙышында 5-се урынға күтәрелә. Шәхси уҙыш 6-сы урын менән тамамлана. Эстафетала норвегтар немец йыйылма командаһынан ҡала икенсе була. Бьёрндален донъя чемпионаттының 40-сы миҙалын ала[29]. Масс-стартта Бьёрндален атҡанда бер тапҡыр ҙа яңылышмай, әммә 4-се генә була[30]. Чемпионатта 5, 6 һәм 4-се урындар яулаған Бьёрндалендың дәрт-дарманы арта, кәйефе күтәрелә[31].

Донъя кубогының һуңғы этабында норвегтар саңғы табаны майы арҡаһында отола[32], Бьёрндален спринтта мәргән атһа ла, 9-сы урынды ғына ала. Эҙәрләү уҙышында яҙа атыуҙар менән артта ҡала. Шунан һуң Уле-Эйнар ауырып китә һәм масс-стартҡа сыҡмай — Донъя кубогының дөйөм иҫәбендә 14-се урын менән миҙгелде тамамлай[33].

Ауырыу арҡаһында Уле-Эйнар 2015/2016 миҙгеленә йәйге әҙерлекте насар үтә[34]. Ай ярым ваҡытын юғалта, аяҡҡа баҫҡас, ғәжәпкә ҡаршы, тиҙ генә формаға инә ала[35][36]. 20 тонналы трейлеры ла әҙерлек үтеү өсөн бик уңайлы булып сыға[37]. Саңғыла коньки йөрөшө менән шыуыу буйынса ентекле күнегә, шунлыҡтан кәкре таяҡтан баш тарта, был яңылыҡтың файҙаһын күрмәй, уның ҡарауы шул уҡ фирманың супереңел тура таяғын ала[38]. Миҙгелдең маҡсаты — Холменколлендағы Донъя чемпионаты. Миҙгел башындағы ярыштарҙа иҫ киткес һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтә[39]. Раштыуаны Бьёрндален 1990-сы йылдарҙан бирле тәүләп Норвегияла өйөндә үткәрә, был уның өсөн ҙур хата була, сөнки һалҡын тейҙереп ауырып китә, Рупольдингтағы уҙыштарҙа ҡатнаша алмай, формаһын юғалта[40]. Шуға ҡарамаҫтан ул эстафеталарҙа ике тапҡыр пьедесталға күтәрелә[41].

2016 йылғы Донъя чемпионаты. Бьёрндален Төньяҡ Америкалағы ике этапта ҡатнашмай. Холменколлендағы ярышҡа һәйбәт әҙерлек менән килә. Чемпионатта бик яҡшы сығыш яһай: спринтта көмөш (яҙлығыуһыҙ), эҙәрләү уҙышында көмөш (2 яҙлығыу), эстафетала алтын (20-се тапҡыр донъя чемпионы титулы), масс-стартта бронза (яҙлығыуһыҙ) яулай. 42 йәштә 5 уҙышта 4 миҙал — фантастик уңыш, һөҙөмтәлә, Бьёрндаленды 2018 йылға тиклем спортты ташламаҫҡа күндерәләр[42]. Миҙгелде тоталда 13-сө урын менән ослаған Бьёрндален Төмәнгә килә, карьераһында беренсе тапҡыр чемпиондар уҙышында итальян ҡыҙы Оберхофер менән парҙа еңеүсе була.

25-се миҙгелгә ул тағы ла һәйбәтерәк әҙерләнә. Уле-Эйнар ауырымай, яҙ көнө ҡулын һындырһа ла, ғаилә мәшәҡәттәре арҡаһында бейек тауҙарҙа шөғөлләнә алмаһа ла, Минскиҙа яҡшы күнегә[43][44]. Бьорндален Донъя кубогының тәүге этаптарында һәйбәт күрһәткестәргә өлгәшә. Яңы йыл алдынан Уле Донъя кубогының дөйөм иҫәбендә 4-се була[45]. Миҙгел уңышлы башлаһа ла, артабан уңышһыҙлыҡтар китә — ни тиҙлек юҡ, ни атҡанда яҙлығыуҙар йонсота. Шулай ҙа арыу ғына сығыштар ҙа була. Хохфильцендағы донъя чемпионаты алдынан Уле-Эйнар Домрачева менән бергә бейектә, таулыҡта күнегә. Донъя беренселегендәге спринтта 1 яҙлығыу менән 8-се була, ә эҙәрләү уҙышында, 20 атыуҙың 19-ын тейҙереп, бронза миҙал яулай. 43 йәшлек Бьорндален донъяны таң ҡалдыруын дауам итә, етмәһә, ҡатыны Домрачева ла шул уҡ көндө миҙаллы була[46]!

Саңғы ярыштарында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уле Эйнар саңғыла шәп йөрөй, шуға саңғы ярыштарында ла ҡатнаша. 2002 йылғы Солт-Лейк-Ситиҙағы Олимпия уйындарында, биатлондан тыш, ул 30 километрға ирекле стиль менән саңғы уҙышында ла көс һынай һәм алтынсы урынды ала.

Уле Эйнар саңғы буйынса донъя чемпионаттарында ике тапҡыр ҡатнаша. 2005 йылда 15 километрға ирекле стиль менән уҙышта — 11-се, 2007 йылда шундай уҡ уҙышта 13-сө була.

Уле Эйнар, саңғы уҙыштары буйынса Донъя беренселегенең ун ете этабында ҡатнашып, өс тапҡыр почёт пьедесталына күтәрелә:

  • 25.11.2001 Куопиола (Финляндия) — 10 километрға ирекле стиль менән ярышта 2-се урын
  • 22.12.2001 Рамзауҙа (Австрия) — 30 километрға күмәк стартта ирекле стилдә 2-се урын
  • 18.11.2006 Елливарела (Швеция) — 15 километрға ирекле стиль менән уҙышта — 1-се урын.

Бынан тыш, ул ике тапҡыр Норвегия йыйылма командаһы составында призлы урындар ала.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пуаре һәм Бьёрндален масс-стартта (Антхольц, 2006)
Пуаре һәм Бьёрндален масс-стартта (Антхольц, 2006)  
Антхольц, 2006
Антхольц, 2006  
Уле-Эйнар Бьёрндален, 2007
Уле-Эйнар Бьёрндален, 2007  
Уле-Эйнар Бьёрндален, 2007
Уле-Эйнар Бьёрндален, 2007  
Уле-Эйнар Бьёрндален, 2009
Уле-Эйнар Бьёрндален, 2009  
Ванкуверҙағы Олимпия уйындарында. Масс-старт, 2010
Ванкуверҙағы Олимпия уйындарында. Масс-старт, 2010  
Бьорндален Контиолахтиҙа еңә, 2012
Бьорндален Контиолахтиҙа еңә, 2012  
Эҙәрләү уҙышында, Оберхоф (04-01-2014)
Эҙәрләү уҙышында, Оберхоф (04-01-2014)  
Эҙәрләү уҙышында, Оберхоф (04-01-2014)
Эҙәрләү уҙышында, Оберхоф (04-01-2014)  
XXII Ҡышҡы олимпия уйындары. (Сочи, 2014). Ирҙәр спринты призерҙары
XXII Ҡышҡы олимпия уйындары. (Сочи, 2014). Ирҙәр спринты призерҙары  
XXII Ҡышҡы олимпия уйындары. (Сочи, 2014). Ҡатнаш эстафета призерҙары
XXII Ҡышҡы олимпия уйындары. (Сочи, 2014). Ҡатнаш эстафета призерҙары  
Эҙәрләү уҙышында, Поклюка, 2014
Эҙәрләү уҙышында, Поклюка, 2014  
Донъя кубогы призерҙары, Поклюка, 2014
Донъя кубогы призерҙары, Поклюка, 2014  
Донъя кубогы генераль классификацияһында 41 йәшлек лидер, 2015
Донъя кубогы генераль классификацияһында 41 йәшлек лидер, 2015  
42 йәшлек Донъя чемпионаты ҡаһарманы, Осло, 2016
42 йәшлек Донъя чемпионаты ҡаһарманы, Осло, 2016  

Подиумдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шәхси уҙыштарҙағы еңеүҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Биатлонда Бьёрндалена 95 шәхси еңеүгә өлгәшә, был абсолют рекорд булып тора:

Команда дисциплиналарындағы еңеүҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бьёрндален команда дисциплиналарында (команда уҙыштары, эстафеталар, ҡатнаш эстафеталар) рекордлы 35 еңеүгә өлгәшә:

Айырым этаптарҙағы подиумдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҙур һәм кесе Донъя кубоктарының дөйөм иҫәптәрендәге һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атыу статистикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрлө ярыштарҙағы сығыштар статистикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Донъя кубогындағы сығыштар статитстикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1998 год — золотая медаль газеты Aftenposten[59].
  • 2002 год — лауреат премии Egebergs.
  • 2009 год — лауреат премии Fair play[60].
  • 2011 год — медаль Холменколлена (высшая лыжная награда Норвегии за вклад в спорт и высокие результаты)[61].
  • 2014 год — лауреат премии Ассоциации национальных олимпийских комитетов[62].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. http://www.foxsports.com/olympics/story/russia-wins-gold-mens-4x7-5-km-biathlon-relay-sochi-games-022214
  2. http://www.bbc.co.uk/sport/0/winter-olympics/26069041
  3. http://espn.go.com/olympics/story/_/id/11835620/800-meter-champ-david-rudisha-wins-inaugural-olympic-award
  4. http://espn.go.com/olympics/winter/2014/athletes/_/athlete/1/ole-einar-bjoerndalen
  5. Ole Einar Bjorndalen // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  6. Ole Einar Bjørndalen // Энциклопедия Брокгауз (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
  7. http://www.laola1.at/de/red/wintersport/biathlon/news/bjoerndalen-hochzeit/
  8. https://www.biathlonworld.com/results/BT1314SWRLOG__SMPU
  9. https://www.biathlonworld.com/results/BT1314SWRLOG__SMIN
  10. https://www.biathlonworld.com/results/BT1314SWRLOG__SMMS
  11. https://www.biathlonworld.com/results/BT1314SWRLOG__SMSP
  12. Башҡа төрлө яҙылыштары ла осрай: Уле Айнар Бьёрндален, Уле-Эйнар Бьорндален, Оле-Эйнар Бьёрндален, Уле Эйнар Бьорндален һ.б.
  13. Бьорндален — бьющий в «золото»(недоступная ссылка)
  14. Уле-Эйнар Бьёрндален: «Главная цель — Олимпиада-2010»
  15. Горячий норвежский парень Оле Эйнар Бьорндален // сайт информационного агентства «Спорт Украины»
  16. Чистоплотный Бьёрндален 2013 йыл 28 сентябрь архивланған.
  17. По некоторым данным Уле-Эйнар владеет также итальянским языком
  18. ТАСС: Общество — Биатлонисты Уле-Эйнар Бьорндален и Дарья Домрачева ждут ребёнка
  19. Дарья Домрачева и Уле-Эйнар Бьорндален стали родителями
  20. Домрачева и Бьорндален назвали дочь Ксюшей
  21. «Уле и фургон. Чем удивит Бьорндален на Играх в Сочи?»
  22. «Верю, что смогу выступать до 2016-го». Почему Бьорндален остался в биатлоне?
  23. Уле Эйнар Бьорндален: «Есть желание ещё пару раз добиться успеха»
  24. Уле Эйнар Бьорндален: «Никогда бы не подумал, что буду так быстро бежать в начале сезона».
  25. Бьорндален пропустит этап Кубка мира в Поклюке 2018 йыл 3 апрель архивланған.
  26. Норвежские биатлонисты выиграли эстафету в Антхольце 2016 йыл 5 апрель архивланған.
  27. Бьорндален пропустит Холменколлен ради подготовки к ЧМ
  28. Бьорндален в восторге от своей физической формы(недоступная ссылка)
  29. Уле Эйнар Бьорндален завоевал 40-ю медаль чемпионатов мира(недоступная ссылка)
  30. Бьорндален намерен улучшить результаты в следующем сезоне(недоступная ссылка)
  31. Неутомимый Бьорндален 2016 йыл 8 апрель архивланған.
  32. скандал с лыжами 2018 йыл 13 ғинуар архивланған.
  33. Бьорндален пропустил масс-старт в Ханты-Мансийске из-за болезни
  34. Бьёрндален пропустил несколько недель тренировок из-за бактериальной инфекции 2016 йыл 9 апрель архивланған.
  35. Бьёрндален полностью восстановился после перенесенной болезни
  36. Бьёрндален: это было моё лучшее восстановление за многие годы(недоступная ссылка)
  37. Бьёрндален создал машину будущего
  38. У Бьёрндалена будут легчайшие в мире палки(недоступная ссылка)
  39. Что творит в нынешнем сезоне без малого 42-летний Уле-Айнар Бьёрндален(недоступная ссылка)
  40. Уле Эйнар Бьёрндален: «Обнаружили неисправность в винтовке»
  41. Норвегия выиграла(недоступная ссылка)
  42. Уле-Эйнар Бьёрндален принял решение продолжить карьеру(недоступная ссылка)
  43. Уле-Эйнар Бьорндален тренируется в Минске
  44. Уле-Эйнар Бьорндален поставил цель на сезон
  45. Бьорндален испытывает проблемы с лыжным инвентарем
  46. Бьорндален и Домрачева взяли медали в один день(недоступная ссылка)
  47. Состязания, учитываемые в статистике по стрельбе на Олимпийских играх и Чемпионатах мира
  48. Рейтинг по стрельбе среди спортсменов национальной команды в Кубке мира
  49. Рейтинг по стрельбе среди всех спортсменов в Кубке мира
  50. Biathlon Norge 2009 йыл 30 октябрь архивланған.
  51. Start- og resultatlister NM 2010(недоступная ссылка)
  52. История летнего биатлона
  53. Рәсми атамаһы — Veltins Biathlon World Team Challenge
  54. Күмәк старттан ирекле стиль менән уҙыш
  55. Интерваллы старттан ирекле стиль менән уҙыш
  56. Гонка шла в зачёт чемпионатов мира
  57. Норвег биатлонсылары фиништар һуң дисквалификациялана
  58. Донъя беренселегенең күсерелгән этабы
  59. Биография Уле Эйнара Бьёрндалена
  60. Бьорндален получит премию Fair play
  61. Бьорндален, Грайс и Хенкель награждены медалью Холменколлена
  62. Бьорндален получил главный приз в своей карьере 2015 йыл 14 май архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]