Эстәлеккә күсергә

Гарольд Ллойд

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гарольд Ллойд
Harold Lloyd
1936}} йыл)
«Ҡош юлы» ({{|1936}} йыл)
Тыуған көнө

20 апрель 1893({{padleft:1893|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Тыуған урыны

Бурчард, Небраска, АҠШ

Вафат көнө

8 март 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (77 йәш)

Вафат урыны

Беверли-Хиллз, АҠШ

Гражданлығы

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Һөнәре

актёр, кинорежиссёр

Карьераһы

1913—1947

IMDb

ID 0516001

haroldlloyd.com

 Гарольд Ллойд Викимилектә

Гарольд Клейтон Ллойд (ингл. Harold Clayton Lloyd; 20 апрель 1893 йыл — 8 март 1971 йыл) — Америка актёры һәм кинорежиссёры, тауышһыҙ комедиялары менән билдәле. Чарли Чаплин һәм Бастер Китон менән бер рәттән тауышһыҙ кино дәүеренең иң билдәле һәм абруйлы киноактёрҙарының береһе. 1913 һәм 1947 йылдар арауығында Ллойд 200 тирәһе тауышлы һәм тауышһыҙ юмористик фильмдарҙа төшкән. 20-се йылдарҙа ун ике тулы метражлы фильмда төшөп, 15,7 млн. АҠШ доллары самаһы килем алған.

Гарольд Ллойд Shriners фәсендә

Ллойд Небраска штатының Бурчард ҡалаһында тыуған, ата-әсәләре — Джеймс Дарси Ллойд һәм Сара Элизабет Фрейзер. Атаһы яғынан ата-бабалары Уэльстан булғандар. Атаһы уңышһыҙлыҡҡа тарығас, Ллойд ғаиләһе менән АҠШ-тың көнбайышына күсенеп килә.

Ул бала сағынан театрҙа уйнай, 1912 йылдан Калифорнияның Сан-Диего ҡалаһына күскәс, 10—12 минутлыҡ комедияларҙа ҡатнаша башлай. Тиҙҙән Ллойд Томас Эдисондың кинокомпанияһы менән, һуңынан 1913 йылда үҙ студияһын ойошторған актёр һәм режиссёр Хэл Роуч менән хеҙмәттәшлек итә. Эшһөйәр Ллойд 1915 һәм 1919 йылдар арауығында Роучтың комедия актерҙарының иң уңышлыһы була.

Ул Биби Даниелсты 1914 йылда эшкә ала; улар араһында романтик мөнәсәбәттәр урынлаша, улар тамашасыға «Егет» һәм «Ҡыҙ» («The Boy», «The Girl») булып таныла. 1919 йылда Биби, драма ролдәргә өҫтөнлөк биреү сәбәпле, Ллойдты ташлап китә. Дэниэлстың урынына Ллойд 1919 йылда Милдред Дэвисты ала. Тәү күргәндә, Ллойд: «Ул ҙур француз ҡурсағы кеүек!» — тип әйткән.

Ллойдтың беренсе персонаждарының береһе — «Яңғыҙ Люк», үҙе әйтеүенсә, Чаплиндан күреп алынған. Ллойд 1919 йылда прокатҡа сығарыу алдынан фильмдарҙы «test audience» алдында күрһәтеү идеяһының авторы.

1921 йылдан Ллойд һәм Роуч тулы метражлы фильмдарҙы төшөрөүгә күсә, тик 1923 йылда ғына «Our Gang» балалары менән ҡыҫҡа «Why Worry?» фильмы төшөрөлә. Ллойдтың беренсе тулы метражлы «Тыумыштан диңгеҙсе» (1921)фильмы осраҡлы килеп сыға, сөнки кино лентаһы тәү уйлағандан оҙонораҡ килеп сыға, әммә «test audience» кешеләренә фильм оҡшап ҡала, һәм уны ҡырҡмаҫҡа ҡарар ителә.

Ллойд хәүефле трюктарҙы күбеһенсә үҙе башҡара. Гарольд Ллойд 1971 йылдың 8 мартында 77 йәшендә рак ауырыуынан үлеп ҡала. Актёр Форест-Лаун, Глендейл, зыяратында ерләнә.

  • «Алйот һәм унан алйотораҡ» фильмының геройҙары актёрға бағышлап Ллойд һәм Гарри тип исемләнә.
  • «Хәүефһеҙлек бөтәһенән дә түбән!» фильмындағы сәғәт телендә эленеп торған трюкты Кристофер Ллойд тигән аҙашы «Кире киләсәккә» трилогияһының беренсе фильмында ҡабатлай, һәм был осраҡлы түгелдер.
  • «Футурама» мультсериалының «That’s Lobstertainment!» серияһында Гарольд Ллойдты эләкләп Гарольд Ззойд исемле персонаж бар.