Гедвига Елизавета Шарлотта Гольштейн-Готторпская

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Гедвига Елизавета Шарлотта Гольштейн-Готторпская
нем. Hedwig Elisabeth von Schleswig-Holstein-Gottorf
Герб
Armoiries de la Reine Hedwige-Élisabeth de Suède et Norvège.svg
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Sweden.svg Швеция
Тыуған ваҡыттағы исеме нем. Hedwig Elisabeth Charlotta von Schleswig-Holstein-Gottorf
Титул королева-консорт[d]
Тыуған көнө 22 март 1759({{padleft:1759|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1][2][…]
Тыуған урыны Германия, Шлезвиг-Гольштейн[d], Ойтин[d]
Вафат булған көнө 20 июнь 1818({{padleft:1818|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[1][2][…] (59 йәш)
Вафат булған урыны Швеция-Норвегия унияһы[d], Стокгольм
Ерләнгән урыны церковь Риддархольмена[d][4]
Атаһы Фридрих Август I Ольденбургский[d]
Әсәһе Ульрика Фридерика Вильгельмина Гессен-Кассельская[d]
Бер туғандары Петер Фридрих Вильгельм Ольденбургский[d]
Хәләл ефете Карл XIII[d]
Балалары Карл Адольф Шведский[d]
Нәҫеле Гольштейн-Готторпы[d]
Һөнәр төрө яҙыусы
Ҡултамға
Описан на сайте nordicwomensliterature.net/…
Собрание работ Национальный музей изобразительных искусств[d]
Commons-logo.svg Гедвига Елизавета Шарлотта Гольштейн-Готторпская Викимилектә

Елизавета Гедвига Шарлотта Шлезвиг-Гольштейн-Готторпская (нем. Hedwig Elisabeth Charlotta von Schleswig-Holstein-Gottorf; 22 март 1759 йыл, Ойтин — 20 июнь 1818 йыл, Стокгольм) — немец принцессаһы, Ольденбург йорто ағзаһы, кейәүҙә Норвегия һәм Швеция королеваһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гедвига — кенәз-епископ Любекскийҙың һәм герцог Гольштейн-Готторпскийҙың, Ольденбургскийҙың, Фридрих Август Ольденбургскийҙың ҡыҙы. Гедвиганың әсәһе ландграфиня Ульрика Фридерика Вильгельмина Гессен-Кассельская. Гедвига Швеция короле Адольф Фредерикка ҡыҙ туған, ә император ҡатын Екатерина II ике туған һеңлеһе була.

Гедвига Елизавета Шарлотта Эйтинда үҫә. 1774 йылда 15 йәшендә Гедвига үҙенең ике туған ағаһы Карлға, герцог Седерманландский һәм буласаҡ король Карл XIII кейәүгә сыға. Гедвига күңелле холҡо арҡаһында швед һарайында абруй ҡаҙана. Иренең даими рәүештә хыянат итеүен Гедвига Елизавета Шарлотта тыныс ҡабул итә. Оҙаҡ ваҡыт никахтары балаһыҙ була, сабый Карл Адольф 1798 йылда тыуып, бер нисә көн үткәс, вафат була.

Гедвига Елизавета Шарлотта сәйәси эштәргә ҡыҫылмай, тик король Густав IV Адольф урынына бушатылғас, уның улына ярҙам итә башлай. Ошо ваҡыттан алып ул «густавсылар» араһында төп фигура була һәм Густав IV Адольфты тәхеттән баш тартырға мәжбүр иткән даирәләр менән көсөргәнешле мөнәсәбәттә була.

Гедвига диҡҡәтлелеге менән айырылып тора һәм ижады емешле яҙыусы булараҡ таныла. Билдәлелекте уға 1775 йылдан алып 1817 тиклемге дәүерҙе һүрәтләгән 7000 биттән торған «Көндәлеге» килтерә. Көндәлектә 1800 йылға тиклемге яҙыуҙар яҡын әхирәте, буласаҡ графиня Пипер, Аксель фон Кесе Ферҙендың һеңлеһе София фон Ферзенға адресланған хаттарҙа бирелгән. 1800 йылдан һуң ҡыҫҡа һәм айына бер тапҡыр яҙыуҙар хат формаһында булмай. Ошоноң менән бәйле «Көндәлектең» исеме яңылыштыра. Гедвига Елизавета Шарлоттаның архивы густав дәүере тураһында мөһим сығанаҡ булып тора.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]