Герцогиня Лилиан Халландская

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Герцогиня Лилиан Халландская
Герб
Royal Monogram of Princess Lilian of Sweden.svg
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Sweden.svg Швеция
Flag of the United Kingdom.svg Бөйөк Британия
Flag of the United Kingdom.svg Бөйөк Британияның һәм Ирландияның берләшкән короллеге[d]
Титул шаһбикә[d] һәм герцогиня[d]
Тыуған көнө 30 август 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[1][2]
Тыуған урыны Бөйөк Британияның һәм Ирландияның берләшкән короллеге[d], Уэльс, Суонси
Вафат булыу көнө 10 март 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[3][1][2] (97 йәш)
Вафат булған урыны Юргорден[d]
Ерләнгән урыны Кунглига бегравнингсплатсен[d]
Хәләл ефете Бертиль, герцог Халландский[d] һәм Иван Крэйг[d]
Нәҫеле Бернадоты[d]
Һөнәр төрө модель
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
орден Святого Олафа орден Серафимов орден Креста земли Марии почётный знак «За заслуги перед Австрийской Республикой» орден Трёх звёзд Большой крест ордена «За заслуги перед Федеративной Республикой Германия» орден Христа орден Изабеллы Католической кавалер Большого креста ордена Исландского сокола кавалер Большого креста ордена «За заслуги перед Итальянской Республикой»
Commons-logo.svg Герцогиня Лилиан Халландская Викимилектә

Принцесса Лилиан Халландская(30 август 191510 март 2013) — швед король йортоноң  ағзаһы,  принц  Бертиль, герцог Халландскийҙың ҡатыны (1912-1997), король Карл XVI Густавтың инәйе, элекке инглиз моделе.

Тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лилиан  Суонсила — ҙурлығы буйынса Уэльстың икенсе ҙур ҡалаһында тыуа һәм Уильям Девис менән Гледис Мери Курендың ҡыҙы була. Йәш сағында модель булып эш башлай  һәм  «Vogue» журналы тышлығында  тора. Уға биш йәш булғанда ата-әсәһе айырылыша. Рәсми рәүештә никах 1939 йылда тарҡала.

19401945 йылдарҙа ул инглиз актеры Иван Крейг менән йәшәй. Икенсе бөтә Донъя һуғышы ваҡытында Король флоты өсөн радио әҙерләгән заводта эшләй, шулай уҡ яраланған һалдаттар госпиталендә шәфҡәт туташы булып йөрөй.

1943 йылда ул Лондонда беренсе тапҡыр принц Бертиль Шведскийҙы  — король Густав VI Адольф һәм Маргарита Коннаутскаяның улын осрата. Лилиан Иванда кейәүҙә булһа ла,  тиҙҙән улар һөйәркәләр булып китә. 1945 йылда ир менән ҡатын айырылыша.  Принц Бертильдың өлкән ағаһы Адольф Густав 1947 йылда бер йәшлек малайын ҡалдырып  һәләк булғандан һуң,  уның швед короллегендә регент булып ҡалыу мөмкинлеге тыуа.  Ошо сәбәпле  ул Лилианға өйләнә алмай, сөнки ул тәхеттән мәхрүм булыр ине. Бер нисә йыл улар бәйләнештәрен йәшереп, бергә йәшәйҙәр. Францияның көньяғында Сент-Максимда йәшәйҙәр. Принцтың атаһы, король Густав VI оҙон ғүмер кисерә, ошо ваҡытта Бертилдың туғаны бәлиғ була. 

Принцесса Лилиандың король монограммаһы

Король  Густав VI Адольф үлгәндән һуң( 1973 йыл), Лилиан һәм Бертиль никах килешеүе төҙөй. Никахлашыу 1976 йылдың 7 декабрендә үтә. Король юҡ саҡта ла Бертиль уның урынбаҫары сифатында сығыш яһай. Ҡатыны принцесса Лилиан, герцогиня Халландская тип атала башлай. Парҙар  үҙҙәренең  Сульбаккен виллаһында йәшәй.

Сульбаккен виллаһы

Бертиль 1997 йылдың 30 авгусында үлә.  Ул ҡатынының  82 йәшлек тыуған көнөндә вафат була. 19972010 йылдарҙа Лилиан  Швецияны күрһәтеп, рәсми сараларҙа һәм байрамдарҙа ҡатнашыуын дауам итә. 2000 йылда ул  король һарайы янындағы тормошо, шулай уҡ Бертиль менән ғаилә тормошо тураһында автобиографик китабын сығара. 2008 йылдың авгусында принцесса үҙ йортонда йығылып, ҡабырғаһын һындыра. Ошондай осраҡ 2009 йылдың  февраль айында ҡабатлана. 2010 йылда принцесса Лилиан  Альцгеймер ауырыуы[4] менән ауырый һәм  башҡаса йәмәғәт бурыстарын үтәй алмай тип иғлан ителә. 

Принцесса Лилиан Стокгольмда 2013 йылдың 10 мартында вафат була. Үлгән мәленә ул швед король йортоноң һәм Европаның башҡа теләһә ҡайһы король ғаиләләренең  иң оло йәштәге ағзаһы булып иҫәпләнә[5].

Принцесса Лилиан хөрмәтенә принцесса Мадлендың 2014 йылдың 20 февралендә тыуған ҡыҙына  Леонор Лилиан  Мария тип уның тулы исемен ҡушалар[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]