Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә

Альцгеймер ауырыуы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Альцгеймер ауырыуы
Alzheimer's disease brain comparison.jpg
Оло кешенең баш мейеһе нормала (һулда) һәм Альцгеймер ауырыуы булған патология (уңда)
МКБ-10 G3030., F0000.
МКБ-9 331.0331.0, 290.1290.1
OMIM 104300 104300
DiseasesDB 490 490
MedlinePlus 000760 000760
eMedicine neuro/13  neuro/13 
MeSH D000544 D000544

Альцгеймер ауырыуы (шулай уҡ ҡартлыҡта Альцгеймер тибындағы деменция, йәғни аҡылға еңеләйеү) — деменцияның киң таралған төрө, нейродегенератив ауырыу, тәүләп 1907 йылда[1] немец психиатры Алоис Альцгеймер тарафынан тасуирлана. Ҡағиҙә булараҡ, ул 65 йәштән өлкәнерәктәрҙә табыла[2], әммә иртә башланыусан һирәк осрай торған төрө лә бар. Бөтә донъяла 2006 йылда ауырыусылар һаны 26,6 миллион була, ә 2050 йылға уларҙың һаны дүрт тапҡырға артыуы ихтимал[3].

Ҡағиҙә булараҡ, ауырыу һиҙелер-һиҙелмәҫ билдәләрҙән башлана, ваҡыт үткән һайын көсәйә бара. Башланғыс осоронда ҡыҫҡа хәтер насарлана, мәҫәлән, күптән түгел уҡылған мәғлүмәтте иҫкә төшөрөп булмай. Ауырыу көсәйгән һайын оҙайлы хәтер[4] ҙә юғала, телмәр һәм когнитив функциялар боҙола, пациент тирә-йүнде аңламай, үҙен ҡарай алмай башлай. Яйлап организмдың функциялары юғалыу үлемгә алып бара[5].

Табипҡа мөрәжәғәт иткәндә һәм Альцгеймер ауырыуы барлығына шик төшкәндә, диагнозды аныҡлау өсөн тәртипте анализлайҙар, когнитив һынамыштар үткәрәләр, мөмкин булһа, магнитлы-резонанслы томография (МРТ) үткәрәләр[6]. Ауырыу төрлө кешелә төрлө оҙайлыҡта барғанға күрә, киләсәккә фараз яһау ауырлаша. Диагноз ҡуйылғандан һуң уртаса ғүмер оҙонлоғо ете йыл тәшкил итә[7], сирлеләрҙең 3 проценттан аҙырағы ун дүрт йылдан ашыу йәшәй[8].

Әлегә Альцгеймер ауырыуының сәбәптәре һәм нисек үтеүе тулыһынса асыҡланмаған. Баш мейеһе туҡымаларында амилоид төйөрсөктәре һәм нейрофибрилляр ойоштар йыйылыу ауырыуҙың төп үҙенсәлеге булып тора[9][10]. Дауалауҙың хәҙерге ысулдары билдәләрҙе генә бер аҙ йомшарта, ләкин сирҙе туҡтата ла, кисектерә лә алмай. Дауалауҙың бик күп ысулдары клиник һынау баҫҡысына еткерелгән, 2008 йылға уларҙың һаны биш йөҙҙән ашып киткәйне, ләкин һөҙөмтәлелеге иҫбатланырмы — билдәһеҙ. 2013 йылда магнит менән тәрән транскраниаль ҡуҙғытыу ысулы (Deep TMS) башҡа сирҙәр менән бергә Альцгеймер ауырыуы билдәләрен дә дауалауҙа ҡулланыуҙы хуплаусы СЕ билдәһен (фр. Conformité Européenne’нан яһалған аббревиатура — Европаға ярашлы тигәнде аңлата) алғайны[11][12]. Американың ике компанияһы был юҫыҡтағы эшен көтөлгән һөҙөмтә булмау сәбәпле туҡтатты. Әлеге мәлгә Альцгеймер ауырыуынан дарыу юҡ[13]. Сирҙе иҫкәртеүгә тәғәйенләнгән бик күп дарыуҙар тәҡдим ителә, ләкин уларҙың береһе лә сирҙең барышына тәьҫир итмәй, сирленең хәлен еңеләйтмәй. Ауырыуҙы иҫкәртеү һәм дауалау юлы итеп физик күнекмәләр менән шөғөлләнеү, аҡыл эше менән шөғөлләнеү, дөрөҫ туҡланыу тәҡдим ителә[14].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Августа Детер[en], Алоис Альцгеймерҙың пациенткаһы, 1901 й.

Боронғо Греция менән Рим табиптары һәм философтары аҡылға еңеләйеүҙе ҡартлыҡ менән бәйләй[1], тик 1901 йылда ғына немец психиатры Алоис Альцгеймер артабан уның исеме менән аталған ауырыу осрағын теркәй. Илле йәшлек Августа Д.-ның сырхау анализын ул тәүләп 1907 йылда, пациенткаһы мәрхүм булғас, баҫтыра[15]. Бынан һуң биш йыл эсендә медицина әҙәбиәтендә тағы ун бер шуға оҡшаш тасуирлама донъя күрә, ҡайһыларының авторҙары шул саҡта уҡ «Альцгеймер ауырыуы» тигән терминды ҡуллана[1]. Беренсе булып немец психиатры Эмиль Крепелин Альцгеймер ауырыуын үҙ аллы ауырыу тип баһалай[16].

Егерменсе быуатта Альцгеймер ауырыуы тигән диагнозды тәүге билдәләре 45 — 65 йәштә беленгән сағыштырмаса йәш пациенттарға ҡуйыр булалар. Терминология 1977 йылда Альцгеймер ауырыуына арналған конференциянан һуң ғына үҙгәрә, был сарала ҡатнашыусылар, пресениль һәм сениль деменцияның клиник һәм патологик сағылыштары нигеҙҙә бер төрлө, тигән һығымтаға килә[17]. Диагноз ҡуйғанда йәшкә ҡарамай башлайҙар[18], шулай ҙа күпмелер ваҡыт, 65 йәштән өлкәнерәктәргә диагноз яҙғанда, «Альцгеймер тибындағы сениль деменция» (SDAT) тигән терминды ҡулланалар, ә сирҙең «классик» диагнозын йәшерәктәргә ҡалдырыуҙы дауам итәләр. Ниһайәт, «Альцгеймер ауырыуы» тигән термин ауырыуҙың йәшенә ҡарамай билдәле симптомдары булған ауырыуҙың атамаһы булараҡ медицина номенклатураһына индерелә[19].

Эпидемиология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Альцгеймер ауырыуы һәм башҡа деменцияларҙан эшләү һәләтен юғалтыу буйынса 2004 йылда 100,000 кешегә тап килгән ғүмер йылдары һаны
мәғлүмәттәр юҡ ≤ 50 50-70 70-90 90-110 110-130 130-150 150-170 170-190 190-210 210-230 230-250 ≥ 250
65 йәштән өлкән кешеләр араһында ауырыу осраҡтары[20]
Йәше Ауырыусылар һаны

(яңы осраҡтары) —
мең
кеше-йылға

65-69 3
70-74 6
75-79 9
80-84 23
85-89 40
90- 69

Эпидемиологик тикшеренеүҙәрҙә файҙаланыла торған ике төп күрһәткес — ауырый башлау осраҡтары һәм ауырыуҙың таралғанлығы. Ауырый башлау осраҡтары кеше-ваҡыт берәмегенә яңы осраҡтар һанын (ғәҙәттә, мең кеше-йылға яңы осраҡтар һанын), ә ауырыуҙың таралғанлығы аныҡ бер ваҡытҡа популяцияла ауырыусылар һанын күрһәтә.

Когорталағы оҙайлы тикшеренеүҙәр (улар барышында сәләмәт популяция күп йылдар дауамында күҙәтелә) мең кеше-йылға бөтә төр деменцияларҙың 10-15 һәм Альцгеймер ауырыуының 5-8 яңы осрағы булыуы тураһында һөйләй[20][21], был йыл һайын ҡуйылған диагноздар һанының яҡынса яртыһын тәшкил итә. Өлкән йәштә булыу төп хәүеф шарты булып тора, был статистикала ла күренә: 65 йәште үткәндән һуң хәүеф күрһәткесе яҡынса ике тапҡырға арта, артабан мең кеше-йылға иҫәпләгәндә 65 йәшкә 3 осраҡ тура килһә, 95 йәштә 69-ға етә[20][21]. Енси айырма ла бар — ҡатын-ҡыҙҙар Альцгеймер ауырыуы менән йышыраҡ сирләй, бигерәк тә 85 йәштән һуң[21][22].

Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауырыу барышы дүрт стадияға бүленә, уларға когнитив һәм функциональ боҙоҡтарҙың көсәйә барыуы хас. Мейенең юғары когнитив функцияларына хәтер, иғтибар, психомотор координация, телмәр, гнозис, праксис, һанау, фекерләү, ориентация, планлаштырыу һәм юғары психик эшмәкәрлеккә инә.

Тәүдеменция[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе билдәләрен йыш ҡына ҡартлыҡ йә стресс кисереү билдәләре менән бутайҙар. Иң тәүге когнитив ҡыйынлыҡтар ҡайһы бер кешеләрҙә ентекле нейрокогнитив һынамыш үткәргәндә ауырыу диагнозы ҡуйылырҙан һигеҙ йыл элек асыҡлана[23]. Был тәү билдәләр әллә ни ҡатмарлы булмаған көндәлек бурыстарҙы башҡарғанда күренергә мөмкин[24]. Бигерәк тә күптән түгелге мәғлүмәтте иҫкә төшөрә һәм яңыһын үҙләштерә алмау рәүешендәге хәтер боҙолоу күҙгә ныҡ ташлана[25][26]. Шулай уҡ башҡарыу функцияларынан иғтибарҙы туплау, планлаштырыу, когнитив һығылмалылыҡ һәм абстракт фекерләү менән бәйле проблемалар, йә булмаһа семантик хәтер (һүҙҙәрҙең мәғәнәһе, концепцияларҙың бәйләнеше) боҙолоу ҙа Альцгеймер ауырыуының иртә стадиялары билдәләре булыуы ихтимал[27][28]. Был стадияла апатия күҙәтелеүе мөмкин, ул ауырыуҙың бөтә дауамында иң тотороҡло нейропсихиатрик симптом булып ҡала[29][30][31].

Иртә деменция[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтерҙең насарлана барыуы һәм һәм агнозия (күреү, ишетеү, тойоуҙың боҙолоуы) иртәме-һуңмы диагноздың раҫланыуына килтерә. Ҡайһы бер пациенттарҙа хәтер насарланыу түгел, ә телмәр, башҡарыу функциялары, аңлау йә хәрәкәтләнеү һәләте етешһеҙлектәре (апраксия) алғы планға сыға[32]. Сир хәтерҙең төрлө өлкәләрендә төрлөсә сағыла. Үҙ тормошо тураһындағы иҫке хәтирәләр (эпизодик хәтер), әллә ҡасан үҙләштерелгән факттар (семантик хәтер), имплицит хәтер (йәшерен хәтер, йәғни «тән-кәүҙә хәтере», мәҫәлән, ғәмәлдәрҙең эҙмә-эҙлелеген иҫтә тотоу, әйтәйек, ҡалаҡ-сәнске менән нисек ҡулланырға икәне) яңы факттар йә хәтирәләр менән сағыштырғанда бигүк бирешеп бармай[33][34]. Афазия нигеҙҙә һүҙ байлығы кәмеүҙә, телмәр тиҙлеге түбәнәйеүҙә сағыла, бының һөҙөмтәһендә фекерҙе телдән һәм яҙып белдереү һәләте кәмей. Ауырыуҙың был стадияһында кеше, ғәҙәттә, телмәрендә ябай төшөнсәләр менән эш итә ала[35][36][37]. Һүрәт төшөрөү, яҙышыу, кейенеү кеүек моторика һиҙгерлеге талап ителгән эштәрҙе башҡарғанда хәрәкәттәрҙе яраштырыу һәм ғәмәлләштереү ҡатмарлашыуы арҡаһында кеше йәпһеҙ булып күренергә мөмкин[38]. Ауырыу барышында байтаҡ ваҡыт кеше күп нәмәне үҙе эшләргә һәләтле булып ҡала, тик ҡайһы бер ҡатмарлы когнитив ғәмәлдәрҙе башҡарыу ғына ҡулынан килмәүе бар[32].

Уртаса деменция[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәлдең насарлана барыуы арҡаһында үҙ аллы ғәмәлдәр башҡарыу һәләте кәмей[32]. Телмәр боҙолоу асыҡ беленә, сөнки һүҙ байлығын юғалтҡан һайын кеше онотолғандары урынына башҡа хата һүҙҙәр ҡуллана (парафразия). Шулай уҡ яҙыу һәм уҡыу күнекмәләре лә насарлана[35][39]. Ваҡыт үтеү менән ҡатмарлы эш-хәрәкәттәрҙе башҡарыу эҙмә-эҙлелеге боҙола һәм кеше көндәлек ғәмәлдәрен дә үтәй алмай башлай[40]. Был осорҙа хәтергә бәйле ҡыйынлыҡтар барлыҡҡа килә, ауырыуҙың яҡын туғандарын да танымай башлауы ихтимал[41]. Быға тиклем зарарланмай килгән оҙайлы хәтер ҙә боҙола[42] һәм тәртиптәге тайпылыштар ҙа күҙгә ташланып бара. Берәҙәклек, сирҙең киске көсәйеүе, ҡуҙғыусанлыҡ, шулай уҡ илаҡтыҡта, тоҡаныусанлыҡта, ярҙамға һәм тәрбиәләүгә ҡаршылыҡ күрһәтеүҙә сағылған кисерештәр тотороҡһоҙлоғо һымаҡ нейропсихиатрик билдәләр ғәҙәтигә әйләнә. Пациенттарҙың 30 процентында танымау һәм башҡа һаташыу билдәләре нығая[29][43]. Бәүел тотмау ихтималлығы бар[44].

Ауыр деменция[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Альцгеймер ауырыуының һуңғы стадияһында пациент тулыһынса сит ярҙамға мохтаж була. телмәрҙә бер нисә һүҙ һәм һүҙбәйләнеш кенә ҡала, яйлап улары ла юҡҡа сыға[35]. Шуға ҡарамаҫтан, сирлеләр күп осраҡта башҡаларҙың өндәшкәнен аңлай һәм уларҙың мөнәсәбәтенә ярашлы кисерештәр менән яуап бирә ала[45]. Был осорҙа ла дошмансыл халәт мәлдәре булғылаһа ла, ауырыу күп ваҡыт апатияла, төшөнкөлөктә була, бик ныҡ ябыға[32], тиҙҙән ул иң ябай эш-хәрәкәтте лә башҡара алмай башлай. Ауырыуҙың мускул массалары юғала, ауырлыҡ менән урынынан тора, бер аҙҙан тора алмаҫ була[46], үҙе ашай алмай[47]. Вафаты Альцгеймер ауырыуының үҙенән түгел, ә берәй эйәрсен сәбәптән, мәҫәлән, оҙаҡ ятыуҙан тәне боҙолоу йә үпкә шешеүе арҡаһында була[48][49].

Сәбәптәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауырыу сәбәптәренә ҡағылышлы өс фараз бар: холинергик, амилоид һәм тау-гипотеза.

Иң башта холинергик фараз тәҡдим ителә, уға ярашлы, ауырыу ацетилхолин нейромедиаторы синтезының һүлпәнлеге арҡаһында башлана. Әле был фараз әһәмиәтен юғалта бара, сөнки ацетилхолин ҡытлығын бөтөрөүгә йүнәлтелгән медикаменттар был сирҙән ҡотҡармай.

1991 йылда «амилоид фаразы» тәҡдим ителде, ул ауырыуҙың сәбәбе тип бета-амилоид (Aβ) йыйылыуын ҡарай[50][51]. (APP) аҡһымын кодлай торған ген 21-се хромосомала урынлашҡан. Был фаразды раҫлаған дәлил булып Даун ауырыуы (21-се хромосоманың йә уның бер өлөшөнөң өҫтәмә күсермәһе) менән 40 йәшкә еткән кешеләрҙең бөтәһендә лә Альцгеймер ауырыуына оҡшаш патология табылыуы тора[52][53]. Өҫтәүенә, Альцгеймер ауырыуының төп генетик хәүеф шарты булған APOE4 әле сирҙең билдәләре күренә башлағансы уҡ мейе туҡымаларында амилоидтың тейешленән артыҡ тупланыуына килтерә[54]. Ул ғына ла түгел, организмында АРР кеше генының мутант төрө эшләнә торған трансгенлы сысҡандарҙың мейеһендә, Альцгеймер ауырыуына хас булғанса, фибрилляр амилоид төйөрсөктәр туплана, был сирҙең башҡа билдәләре лә барлыҡҡа килә[55]. Һынау үткәреү вакцинаһы кешеләрҙә башланғыс стадияла уҡ мейене амилоид төйөрсөктәренән таҙартты, ләкин деменцияға бының йоғонтоһо һиҙелмәне[56]. Әлеге ваҡытта амилоид фаразы төп һаналһа ла, Альцгеймер ауырыуын тулыһынса аңлатыу мөмкинлеген бирмәй. Бета-амилоидтар йыйылыу ауырыуҙың төп сәбәбе тип түгел, ә сир башланыуына килтерә торған сәбәптәр араһындғы береһе тип кенә ҡарала.

Амилоид фаразы менән бергә тау-фараз да өйрәнелә. Уға ярашлы, боҙоҡтар теҙмәһе тау-аҡһым төҙөлөшөндәге тайпылыштарҙан башлана[51].

Патофизиология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Баш мейеһенең сениль төйөрсөктәр булған өлөшөнөң гистопатологик үрнәге.

Невропатология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауырыуға нейрондарҙы һәм баш мейеһе ҡабығындағы синаптик (синапс — нейрондар араһындағы бәйләнеш ғәмәлләшә торған урын) бәйләнештәрҙе юғалтыу хас. Күҙәнәктәрҙең үлеүе зыянланған өлөштәрҙең ҡороуына, шул иҫәптән сикә һәм түбә өлөштәренең, фронталь ҡабыҡ өлөштәренең һәм билбау һырының зәғифләнеүенә килтерә[57].

Мәрхүм булған ауырыуҙарҙың мейеһе өлгөләрен микроскоптан ҡарағанда, амилоид төйөрсөктәре лә, нейрофибрилляр ойоштар ҙа күренә[10]. Төйөрсөктәрҙе нейрондарҙың эсендә һәм тышында йыйылған, бета-амилоидтан һәм күҙәнәк материалынан торған иремәүсе тығыҙ ултырмалар тәшкил итә. Нервы күҙәнәктәре эсендә улар иремәй торған ойоштар барлыҡҡа килтерә. Өлкән йәштәгеләрҙең күбеһенең мейеһендә ошондай төйөрсөктәр һәм ойоштар яһала, ләкин Альцгеймер ауырыуы осрағында улар мейенең сикә һәм башҡа билдәле бер өлөштәрендә була[58].

Биохимия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ферменттар бета-амилоидтың элгәрен өлөштәргә бүлә, шуларҙың береһе Альцгеймер ауырыуы ваҡытында сениль төйөрсөктәр яһалыуға этәргес бирә.

Альцгеймер ауырыуына һәр ваҡыт протеинопатия — мейе туҡымаларында ғәҙәти булмағанса ойоған аҡһым, йәғни бета-амилоид һәм тау-аҡһым, тупланыуы хас[59]. Төйөрсөктәр 39-43 аминокислота оҙонлоғондағы бәләкәй пептидтарҙан яһала, улар бета-амилоид (т. A-beta, Aβ) тип йөрөтөлә. Бета-амилоид унан эрерәк аҡһым элгәре булған АРР-ның бер киҫәге булып тора. Был трансмембрана аҡһымы нейрондың үҫеүендә, йәшәүендә һәм зарарланғандан һуң аяҡҡа баҫыуында мөһим роль уйнай[60][61]. Альцгеймер ауырыуы барышында билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында APP протеолизға —ферменттар йоғонтоһо аҫтында пептидтарға бүленеүгә дусар була[62]. Пептидтарҙың береһе тарафынан яһалған бета-амилоид епселдәре, бер-береһе менән йәбешешеп, күҙәнәк-ара киңлектә сениль төйөрсөктәр барлыҡҡа килтерә[10][63].

Альцгеймер ауырыуы ваҡытында тау-аҡһым төҙөлөшөндәге үҙгәрештәр мейе күҙәнәктәрендә микрокөпшәләрҙең боҙолоуына килтерә.

Альцгеймер ауырыуын таупатияларға — тау-аҡһымдың нормаль булмаған берләшеүенә бәйле сирҙәргә — индерәләр. Һәр нейрондың цитоһөлдәһе була, ул өлөшләтә микрокөпшәләрҙән тора. Был бәләкәс көпшәләр туҡлыҡлы матдәләрҙе һәм башҡа молекулаларҙы йөрөтөүсе рельс хеҙмәтен үтәй. Тау-аҡһым, башҡа төр аҡһымдар менән бер рәттән, микрокөпшәләр менән бәйләнештә тора, атап әйткәндә, уларға фосфор кислотаһын килтерә һәм тотороҡлаштыра. Альцгеймер ауырыуы барышында иһә тау-аҡһымға фосфор кислотаһы кәрәгенән артыҡ килтерелә, шул сәбәпле аҡһымдың епселдәре сыбала, йәбешә башлай һәм, нейрофибрилляр ойоштар хасил итеп, нейрондың транспорт селтәрен ҡаҡшата[64].

Патология механизмы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бета-амилоид пептидтарының синтезы боҙолоп, уларҙың ойошоуы Альцгеймер ауырыуына нисек килтереүе билдәле түгел[65]. Амилоид фаразы бета-амилоид йыйылыуын нейрональ дегенерацияны ҡабыҙыусы төп ваҡиға итеп ҡарай. Ятылмалар күҙәнәктә кальций иондары гомеостазын (тигеҙлеген) боҙа һәм апоптозды (күҙәнәктең һәләк булыуын) башлап ебәрә, тип иҫәпләнә[66]. Билдәле булыуынса, митохондриялар пациенттарҙың нейрондарында Aβ тупланыу урыны булып тора, был пептид шулай уҡ ҡайһы бер ферменттарҙың эшмәкәрлеген көйләүҙә ҡатнаша һәм глюкозаның ҡулланылыуына йоғонто яһай[67].

Генетика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мутацияһы Альцгеймер ауырыуының иртә төрөн аңлатырға мөмкинлек биргән өс ген билдәле, ләкин был сирҙең таралған төрө генетик модель сиктәренә һыймай. Әлеге көнгә генетик хәүеф сығанағы тип APOE (ҡан плазмаһының аполипопротеины) һанала, ләкин ул бөтә осраҡтарҙы ла аңлатмай[68].

60 йәшкә тиклемгеләр араһындағы ауырыу осраҡтарының 10 проценттан кәмерәге аутосомалағы доминантлыҡ (ғаилә) мутацияларына бәйле, был бөтә күләмдең 0,01 процентынан әҙерәген тәшкил итә[68][69][70]. Мутациялар АРР, пресенилин 1 һәм пресенилин 2 гендарында табылған[68], уларҙың күбеһе сениль төйөрсөктәрҙең төп өлөшө булған Abeta42 аҡһымы синтезын көсәйтә[71].

Күпселек ауырыуҙарҙың нәҫелендә сиргә бирешеүсәнлек күренмәй, ләкин гендар өлөшләтә хәүеф йөрөтә ала. Иң танылған генетик хәүеф сығанағы — АРОЕ генының нәҫелдән килеүсе E4 аллеле. Һуң спорадик Альцгеймер ауырыуы осраҡтарының яртыһы уға бәйле булыуы ихтимал[72]. Генетиктар башҡа күп гендарҙың һуң башланыусы Альцгеймер ауырыуына булышлыҡ итеүен йә уны тотҡарлауын билдәләй[68]. Ауырыуҙың был таралған төрөнә ҡағылышлы булыу йәһәтенән бөтәһе 400-ҙән ашыу ген тикшерелгән[68]. Мәҫәлән, күптән түгел ҡатын-ҡыҙҙарҙың сирләүенә бәйлелектә RELN генының вариацияһы өйрәнелгән[73].

Диагностика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Альцгеймер ауырыуы ваҡытында мейегә PET-сканлау үткәреү сикә өлөштәрендә әүҙемлек һүнә барыуын күрһәтә.

Альцгеймер ауырыуына клиник диагноз ҡуйыу ғәҙәттә пациенттың тарихына (тормош анамнезына), уның туған-тыумасаһының тарихына һәм клиник күҙәтеүҙәргә нигеҙләнә, шуның менән бергә хас булған неврологик һәм нейропсихологик билдәләр ҙә иҫәпкә алына[74][75]. Ауырыуҙы деменцияның башҡа патологияларынан һәм төрҙәренән айырыу өсөн төрлө ысулдар — компьютер томографияһы, магнитлы-резонанслы томография, бер фотонлы эмиссиялы компьютер томографияһы йәки позитрон эмиссиялы томография ҡулланыла[76]. Теүәлерәк баһалау маҡсатында интеллектуаль функцияларға, шул иҫәптән хәтергә һынау үткәрелә. Медицина ойошмалары табиптарға ярҙамға диагностикалау критерийҙарын эшләй. Ҡайһы бер осраҡтарҙа диагноз ауырыу мәрхүм булғандан һуң мейе туҡымаларына гистологик анализ үткәреп ҡуйыла йә раҫлана[77].

Диагноз ҡуйыу критерийҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Америка Неврологик һәм коммуникатив ҡаҡшауҙар һәм инсульт милли институты (NINDS) менән Альцгеймер ауырыуы ассоциацияһы Альцгеймер ауырыуы диагнозын ҡуйыу өсөн кәрәкле критерийҙар тупланмаһын эшләгән[78]. Уларға ярашлы, был сирҙе диагнозлағанда үткәрелә торған нейропсихологик һынамыштар барышында когнитив боҙоҡтар һәм деменция синдромын самалап билдәләү талап ителә. Диагнозды раҫлау өсөн мейе туҡымаларына гистопатологик анализ үткәрелә. Альцгеймер ауырыуы булғандағы боҙоҡтар нигеҙҙә һигеҙ доменға ҡағыла: хәтер, телмәр, тирә-йүнде аңлау һәләте, конструктив һәләттәр, урында, ваҡытта һәм үҙ шәхесеңдә ориентирлашыу, проблемаларҙы хәл итә алыу, эш-йомош башҡара алыу, үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү.

Диагноз ҡуйыу ысулдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Альцгеймер ауырыуын диагнозлауҙа нейропсихологик скрининг-һынамыш ярҙам итә ала, уны үткәндә пациенттар һындарҙы күсереп эшләй, һүҙҙәрҙе хәтерләп күрһәтә, уҡый, арифметик ғәмәлдәр эшләй.
ПЭТ-сканлау: Альцгеймер ауырыуы булғанда организмға индерелгән В Питтсбург составы, бета-амилоид ятыштарына йәбешеп, мейелә йыйыла (һулда). Уңда — Альцгеймер ауырыуы менән сирләмәгән өлкән кешенең мейеһе.

Нейропсихологик һынамыштар, мәҫәлән, MMSE (психик торошто баһалауҙың ҡыҫҡаса шкалаһы), ауырыу осрағына хас когнитив боҙоҡтарҙы баһалау өсөн киң ҡулланыла. Һөҙөмтәләр ышаныслы булһын өсөн ентеклерәк һынамыштар талап ителә, айырыуса башланғыс стадияларҙа[79][80]. Ауырыу башланып торғанда неврологик тикшереү, ғәҙәттә, күҙгә бәрелеп торған һәм ябай деменция билдәләренә оҡшаш когнитив боҙоҡтарҙан башҡа бер нәмә лә күрһәтмәй. Шунлыҡтан Альцгеймер ауырыуы һәм башҡа сирҙәр буйынса дөрөҫ диагноз ҡуйыу өсөн киң һәм ентекле неврологик тикшереүҙәр үткәреү мөһим ү[81]. Ғаилә ағзалары менән һөйләшелә, сөнки туғандары кешенең көндәлек әүҙемлеге һәм фекерләү һәләттәренең түбәнәйеүе тураһында мөһим мәғлүмәт бирә ала[82][83]. Пациент үҙендәге боҙоҡтарҙы үҙе тоймағанлыҡтан уны тәрбиәләгән кешеләрҙең ҡарашы мөһим[84]. Өҫтәмә һынамыштар ауырыуҙың ҡайһы бер билдәләре тураһында яңы мәғлүмәттәр бирә, башҡа ауырыу менән бутамау мөмкинлеген бирә. Ҡан анализы деменцияның альтернатив сәбәптәрен асыҡларға ярҙам итә[81], уларҙы ҡайһы берҙә хатта дауаларға ла була[85]. Йәнә Альцгеймер ауырыуы менән йәнәш барыусан депрессияны асыҡлау өсөн психологик һынамыштар ҡулланыла[86][87].

SPECT- һәм PET-визуалләштереү аппаратураһын башҡа баһалау ысулдары менән бергә файҙаланырға мөмкин[88]. Деменциянан яфаланыусы кешеләрҙә Альцгеймер ауырыуы булыу-булмауын SPECT, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, дөрөҫөрәк билдәләү мөмкинлеген бирә з[89]. Мейелә бета-амилоид ятыштарын күҙәтеү мөмкинлеге Питтсбург университетында В Питтсбург составын (PiB) булдырыу арҡаһында асылды. Шулай уҡ арҡа елегендәге шыйыҡсала бета-амилоид йә тау-аҡһым булыуы ла сирҙе билдәләү өсөн етди нигеҙ була ала[90].

Ауырыуҙы иҫкәртеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эпидемиологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, интеллектуаль әүҙемлек, шул иҫәптән шахмат уйнау, даими аралашыу Альцгеймер ауырыуы менән сирләү ихтималлығын кәметә, ләкин сәбәп-эҙемтә бәйләнеше иҫбатланмаған.

Теге йәки был ысулдың ауырыуҙы кисектерергә йәки бөтөнләй туҡтатырға һәләтле булыуын асыҡларға тейешле халыҡ-ара тикшеренеүҙәр йыш ҡына ҡапма-ҡаршылыҡлы һөҙөмтәләр бирә. Үрҙә ҡаралған факторҙарҙың был ауырыуҙан бер һүҙһеҙ һаҡлау ҡеүәтенә ҡәтғи дәлилдәр юҡ. Шуның менән бергә, эпидемиологик тикшеренеүҙәр туҡланыу, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары хәүефе, дарыуҙар эсеү, фекерләү әүҙемлеге кеүек ҡайһы бер шарттар менән сир башланыу ихтималлығы араһында бәйләнеш булыуына ишаралай. Әммә уларға төплө иҫбатламалар өҫтәмә тикшеренеүҙәр барышында ғына алына алыр, моғайын[91].

Урта диңгеҙ буйы диетаһына ингән еләк-емеш, йәшелсә, икмәк, бойҙай һәм башҡа ярма ризыҡтары, зәйтүн майы, балыҡ һәм ҡыҙыл шарап, айырыммы, бөтәһе бергәме, Альцгеймер ауырыуын тотҡарларға йә сир барышын йомшартырға һәләтлелер, бәлки[92]. Ҡайһы бер тикшеренеүҙәр витаминдарҙың, шул иҫәптән B12, B3, C һәм фолий кислотаһының, сиргә тарыу хәүефен кәметеүен раҫлай[93], әммә икенселәре уларҙың әллә ни файҙаһы булмауын билдәләй[94]. Сысҡандар менән үткәрелгән тәжрибәләрҙә куркумин мейеләге ҡайһы бер патологик үҙгәрештәрҙе бер аҙ иҫкәртә алыуын күрһәтте[95].

Кокос майындағы каприл кислотаһы мейе олонондағы нейрондарҙа амилоид төйөрсөктәрен кәметә. Был матдәләрҙең метаболизмы барышында баш мейеһендәге энергия процестарында ҡатнашыусы кетон тәнсектәре барлыҡҡа килә. Лаборатор һынауҙар тормошта раҫлана. Доктор Мэри Ньюпорттың «Бәлки, был дарыуҙыр?» тигән китабы билдәле. Унда ул Альцгеймер ауырыуы менән яфаланған иренең хәлен һүрәтләй. Ай буйы кокос майын эскәс, ул ябай психологик һынамыштарҙы еңел үтә ала һәм өй эштәрендә ҡатнаша башлай[96].

Холестерин күплеге, гипертензия, диабет, тартыу кеүек йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына килтерә ала торған шарттар Альцгеймер ауырыуы хәүефен дә арттыра һәм сир барышын ауырайта[97][98], әммә холестеринды кәметә торған саралар (статиндар) был ауырыуға ҡарата бер ниндәй һөҙөмтә лә күрһәтмәй[99][100]. Елһенеү-шешеүгә ҡаршы стероид булмаған сараларҙы оҙаҡ ваҡыт ҡулланыу менән ҡайһы бер кешеләрҙә ауырыу ихтималлығының кәм булыуы араһында бәйләнеш бар[101]. Башҡа дарыуҙар, мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата гормональ терапия, деменцияға ҡарата бынан ары һөҙөмтәле түгел тип һанала[102][103]. 2007 йылдан бирле гинкго билобаны күҙәтеү ҙә уның когнитив боҙоҡтарға тәьҫир итә алмауын күрһәтә[104], ә икенсе тикшеренеүҙәр уның бөтөнләй файҙаһыҙ булыуын иҫбатлай[105].

Ҡайһы бер тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, эшмәкәрлеге магнит ҡырҙарының тәьҫир итеүе[106][107], организмға металдар, бигерәк тә алюмин эләгеү[108][109] йәки иреткестәр ҡулланыу менән бәйле булған кешеләрҙә Альцгеймер ауырыуы башланыу ихтималлығы юғары[110]. Был публикацияларҙың ҡайһы берҙәре түбән сифаты арҡаһында тәнҡиткә дусар булды[111], өҫтәүенә, башҡа тикшеренеүҙәрҙә тирә-яҡ мөхит факторҙарының Альцгеймер ауырыуы менән бәйләнеше табылмаған[112][113][114][115].

Уҡыу, өҫтәл уйындары, кроссвордтар сисеү, музыка ҡоралдарында уйнау, даими аралашыу кеүек интеллектуаль күнекмәләр ауырыу башланыуын кисектерергә йә барышын йомшартырға һәләтле[116][117]. Ике телгә эйә булыу ҙа Альцгеймер ауырыуы башланыуын кисектерә ала торған шарттарға инә[118].

Дауалау һәм тәрбиә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Альцгеймер ауырыуынан ҡотолоп булмай; әлегә ҡулланыуҙа булған дауалау саралары сирҙең билдәләренә генә бер аҙ йоғонто яһай ала, әммә ғәмәлдә улар паллиатив саралар ғына булып тора. Бөтөн саралар йыйылмаһын фармакологик, психосоциаль һәм ауырыуҙы тәрбиәләү сараларына бүлеп ҡарарға була.

Фармакотерапия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ацетилхолинэстераза ингибиторы булған донепезилдың өс үлсәмле структураһы. Ул симптомдарҙы дауалаҙа ҡулланыла.
Альцгеймер ауырыуынан ҡулланыуға тәҡдим ителгән мемантиндың молекуляр структураһы.

Әлеге ваҡытта Альцгеймер ауырыуын дауаларлыҡ йә, исмаһам, көсәйеүен бер аҙ булһа ла кәметерлек тә дарыу юҡ. FDA һәм EMEA кеүек көйләүсе агентлыҡтар тарафынан Альцгеймер ауырыуы ваҡытында барған когнитив боҙолоуҙарҙы дауалауҙа ҡулланыуға дүрт препарат хупланды — үҙәккә тәьҫир итеүсе өс холинэстераза ингибиторы (тотҡарлаусыһы) һәм NMDA-антагонисы булып торған мемантин.

Альцгеймер ауырыуының төп билдәләренең береһе — холинергик нейрондар әүҙемлегенең кәмеүе[119]. Үҙәккә тәьҫир итеүсе холинэстераза ингибиторҙары ацетилхолин (ACh) тарҡалыуы тиҙлеген кәметә, уның мейелә тупланыуын арттыра һәм холинергик нейрондарҙы юғалтыу менән бәйле ACh юғалыуын компенсациялай[120]. Альцгеймер ауырыуынан ҡулланыуға хупланған тәүге такрин булатари[en] , ләкин 2012 йылда АҠШ-та гепатоксик һәм башҡа зарарлы тәьҫирҙәре арҡаһында уны ҡулланыу тыйыла. 2008 йыл мәғлүмәттәре буйынса, табиптар донепезил, галантамин, ривастигмин кеүек препараттарҙы файҙаланды. Был препараттарҙың башланғыс һәм һүлпән стадияларҙа тәьҫир көсө бар, шулай уҡ һуңғы стадияла ла ҡулланыу нигеҙле. Тик донепезил ауыр деменция ваҡытында ғына тәғәйенләнә. Был препараттарҙы ҡулланыу йомшаҡ когнитив боҙоҡтар ваҡытында Альцгеймер ауырыуы һөжүмен көсһөҙләндерә алмай. Препараттарҙың эйәрсен тәьҫирҙәренән күңел болғаныу һәм ҡоҫоу холинергик әүҙемлектең артып китеүе менән бәйле. Был эйәрсен эҙемтәләр пациенттарҙың 1-10 процентында күҙәтелә. Мускулдар ҡыҫылыу, брадикардия, ашағы килмәү, ябығыу, ашҡаҙан һутының әселеге артыу кеүек эҙемтәләр һирәгерәк осрай.

Хәҙерге ваҡытта тағы бер холинэстераза ингибиторы — гуперцин тикшереү үтә.

Аралашсы вазифаһын башҡара торған глутамат нервы системаһы эшендә мөһим роль уйнай, әммә уның артыҡ күбәйеп китеүе глутамат рецепторҙарының үтә әүҙемләшеүенә килтерә һәм күҙәнәктәрҙе үлтерә. Эксайтотоксиклыҡ тип аталған был процесс Альцгеймер ауырыуында ғына түгел, Паркинсон ауырыуы, таралған склероз ваҡытында ла бара. Башта грипты дауалауҙа ҡулланылған мемантин тигән препарат глутамат NMDA-рецепторҙарының әүҙемләшеүен тотҡарлай[121]. Альцгеймер ауырыуының уртаса һәм ауыр стадияларында мемантиндың тәьҫире барлығы билдәле, ләкин башланғыс стадияла уның тәьҫире билдәле түгел[122]. Донепезил менән бергә мемантин когнитив күрһәткестәргә бер аҙ булһа ла йоғонто яһай[123].

Холоҡ-ҡылығы мәшәҡәтлегә әйләнә барған ауырыуҙарҙа антипсихотиктар агрессияны бер аҙ кәметә һәм психозға йоғонто яһай. Шул уҡ ваҡытта был препараттар кәрәкмәгән эффекттарға, мәҫәлән, цереброваскуляр ҡатмарлашыуҙарға, хәрәкәт етешһеҙлектәренә, когнитив һәләттәрҙең түбәнәйеүенә килтерә, шунлыҡтан уларҙы көн дә ҡулланыу тыйыла[124][125]. Альцгеймер ауырыуы ваҡытында антипсихотиктарҙы оҙайлы тәғәйенләү үлемде тиҙләтә[125].

Психосоциаль булышлыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Сенсорлы интегратив терапия»: махсус сенсорлы бүлмә (ингл. snoezelen) деменциянан яфаланған кешеләргә ярҙам итеү өсөн ҡулланыла.

Психосоциаль ярҙам фармакологик дауаны тулыландыра. Ул түбәндәге өлкәләргә бүленә:

  • тәртип
  • хис-тойғолар
  • когнитив
  • стимуллау йүнәлеше

Бындай ярҙамдың һөҙөмтәлелеге әлегә фәнни иҫбатланмаған, өҫтәүенә, был алым Альцгеймер ауырыуына түгел, тотош деменцияға ҡарата ҡулланыла[126].

Тәрбиәләү һәм ҡарау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пациентты тәрбиәләү һәм ҡарау бик мөһим, сөнки сир дауаланмай һәм дегенерацияланыу менән оҙатыла. Был бурысты ауырыуҙың йәмәғәте йә яҡын туғаны өҫтөнә ала[127]. Был тиклем ауыр йөк сирлене ҡараған кеше тормошоноң социаль, психологик, иҡтисади һәм башҡа яҡтарында ныҡ сағыла[128][129][130].

Альцгеймер ауырыуы кешене яйлап ҡына үҙе тураһында хәстәрлек күреү мөмкинлегенән яҙҙырғанға күрә, сирлене тәрбиәләү һәм ҡарау уны дауалауҙың нигеҙенә әүерелә.

Тәүге һәм саҡ көсәйә башлаған стадияларында, йәшәү рәүешенә үҙгәреш индереп, ауырыуҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итергә һәм уны ҡарауҙы еңелләштерергә була[131][132]. Бындай саралар араһында — көн тәртибен ябайлаштырыу, ҡайһы бер нәмәләрҙе йоҙаҡҡа бикләү, ул-былды нисек ҡулланырға кәрәклеге тураһында яҙыуҙар беркетеү[126][133][134]. Пациент үҙ аллы ашау һәләтенән яҙырға мөмкин, бындай хәлдә аҙыҡты иҙергә, ваҡларға кәрәк[135]. Аҙыҡты йота алмаһа, көпшә аша ашатырға тура килә. Пациентты бәйгә беркетеү ихтыяжы һирәк тыуа, әммә ҡайһы берҙә уны үҙ-үҙенә зыян килтереүҙән һаҡлау маҡсатында был сараны ҡулланырға тура килә[126].

Ауырыу көсәйгәндә төрлө ҡатмарлашыуҙар, мәҫәлән, теш һәм ауыҙ ҡыуышлығы сирҙәре, оҙаҡ ятыуҙан тән боҙолоу, ашай алмау, гигиена мәсьәләләре, респиратор, күҙ йә тире инфекциялары булырға мөмкин. Яҡшы тәрбиә уларҙы булдырмау мөмкинлеген бирә, әммә була ҡалһалар, профессиональ ярҙам талап ителә[49][136]. Ауырыуҙың һуңғы стадияһында яҡынлашып килгән үлем алдынан пациенттың хәлен еңеләйтеү төп бурысҡа әйләнә[137].

Алдан самалау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иртә стадияларҙа Альцгеймер ауырыуына диагноз ҡуйыу бик ауыр. Ҡағиҙә булараҡ, когнитив боҙолоуҙар кешенең көндәлек тормош-көнкүрешендә күренә башлағас, сирленең башҡалар хәстәрлегенә мохтажлыҡ кисермәйенсә йәшәп ятыуына ҡарамаҫтан, диагноз ҡуйыла. Яйлап когнитив өлкәләге еңел проблемалар ҡатмарлаша, сирле кеше көнлө була башлай.[32].

Ауырыуҙарҙың ғүмер оҙонлоғо түбән[7][138][139], диагноз ҡуйылғандан һуң улар уртаса ете йыл йәшәй[7]. Пациенттарҙың 3 проценттан кәмерәге ун дүрт йылдан ашыу көн итә[8]. Ҡатын-ҡыҙҙар ир-атҡа ҡарағанда оҙағыраҡ йәшәй[8][140].

Үлеү осраҡтары пациенттарҙың 70 процентында сирҙең үҙенә бәйле[7], йышыраҡ пневмония һәм дегидратация үлем сәбәбе була. Альцгеймер ауырыулыларҙа яман шеш дөйөм күләмдән һирәгерәк осрай[7][140].

Мәҙәниәт һәм йәмғиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәмғиәткә төшкән көсөргәнеш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алға киткән илдәрҙә йәмғиәткә ҙур көсөргәнеш һала торған сирҙәр араһында Альцгеймер ауырыуы һәм деменция тәүге урындарҙың береһен биләй[141][142]. Үҫештәге илдәрҙә, мәҫәлән, Аргентинала[143], һәм яңы алға сыҡҡан илдәрҙә (Көньяҡ Корея)[144], йәмәғәт сығымдары шулай уҡ юғары һәм үҫеүен дауам итә. Моғайын, улар йәмғиәт ҡартайған һайын арта барыр һәм мөһим социаль проблемаға әйләнер. Сығымдар иҫәбенә ҡарттар йорттарын тотоуға медицина сығымдары һәм өйҙә ҡарау, ауырыуҙың да, уны тәрбиәләүсенең дә эшләү мөмкинлеген юғалтыуы кеүек медицинаға ҡарамаған сығымдар инә.

Иң ҙур йәмәғәт сығымдары оҙайлы профессиональ тәрбиәгә китә.

Билдәле шәхестәр, киң мәғлүмәт саралары, әҙәби әҫәрҙәр һәм кино[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Чарлтон Хестон менән Рональд Рейган Аҡ йорттағы осрашыуҙа, 1981 йыл. Икеһе лә ғүмеренең ахырына Альцгеймер ауырыуына дусар булды.

Альцгеймер ауырыуына тарыусылар араһында билдәле кешеләр ҙә күп. Улар араһында АҠШ-тың элекке президенты Рональд Рейган һәм ирланд яҙыусыһы Айрис Мердок бар. Уларҙың сирләүе тураһында киң мәғлүмәт сараларында күп яҙылды, ғилми мәҡәләләр ҙә күпләп баҫылды[145][146]. Башҡа таныҡлыларҙан футболсы Ференц Пушкаш[147], Бөйөк Британияның элекке премьер-министры Гарольд Вильсон, Испания премьер-министры Адольфо Суарес[148][149], актерҙар Питер Фальк[150], Рита Хейворт[151], Анни Жирардо һәм Чарлтон Хестон[152], яҙыусы Терри Пратчетт[153] Альцгеймер ауырыуы ҡорбандарына әйләнә.

Альцгеймер ауырыуы фильмдарҙа ла сағылыш таба, улар араһында — «Айрис» (2001)[154][155]; «Хәтер көндәлеге» (2004)[156][157]; «Оноторға теләмәйем» (2004)[158]; «Танматра» (2005);[159] «Иртәгәһе көн тураһында хәтирә» (2006)[160][161]; «Унан алыҫта» (2006)[162], «Ҡара лагуна» сериалы; 7 сезон) (2007), «Маймылдар планетаһы ихтилалы» (2011), «Дуҫлыҡ буйынса секс» (2011), «Тимер леди» (2011), «Надер менән Симиндың айырылышыуы» (2011), «Мөйөштәге өҫтәл» сериалы, «Ҡомарлылыҡ анатомияһы» сериалы, «Ялған теорияһы» сериалы (2009—2011, 3 сезон, 7 серия), «Детектив Нэш Бриджес» сериалы, «Тәрән зәңгәр диңгеҙ», «Ben X» (2007) һәм «Һаман да Элис» (2014), «Башында бал» (2014) фильмдары.

Документаль фильмдарҙан: Малькольм Пуантон ҡатнашҡан «Малькольм һәм Барбара: мөхәббәт тарихы» (1999), «Малькольм һәм Барбара: мөхәббәт хушлашыуы»[163].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Berchtold NC, Cotman CW (1998).
  2. Brookmeyer R, Gray S, Kawas C (September 1998).
  3. 2006 prevalence estimate:
  4. Tabert MH, Liu X, Doty RL, Serby M, Zamora D, Pelton GH, Marder K, Albers MW, Stern Y, Devanand DP (2005).
  5. Understanding stages and symptoms of Alzheimer’s disease.
  6. Alzheimer’s diagnosis of AD.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 Mölsä PK, Marttila RJ, Rinne UK (August 1986).
  8. 8,0 8,1 8,2 Mölsä PK, Marttila RJ, Rinne UK (March 1995).
  9. Ballard Clive, Gauthier Serge, Corbett Anne, Brayne Carol, Aarsland Dag, Jones Emma Alzheimer’s disease // The Lancet. — 2011.
  10. 10,0 10,1 10,2 Tiraboschi P, Hansen LA, Thal LJ, Corey-Bloom J (June 2004).
  11. Brainsway reports positive Deep TMS system trial data for OCD (англ.
  12. Shiv Gaglani.
  13. Alzheimer’s Disease Clinical Trials.
  14. Can Alzheimer’s disease be prevented (pdf).
  15. Auguste D.:
  16. Kraepelin Emil, Diefendorf A. Ross (translated by).
  17. Katzman Robert, Terry Robert D, Bick Katherine L (editors).
  18. Boller F, Forbes MM (June 1998).
  19. Amaducci LA, Rocca WA, Schoenberg BS (November 1986).
  20. 20,0 20,1 20,2 Bermejo-Pareja F, Benito-León J, Vega S, Medrano MJ, Román GC (January 2008).
  21. 21,0 21,1 21,2 Di Carlo A, Baldereschi M, Amaducci L, et al (January 2002).
  22. Andersen K, Launer LJ, Dewey ME, et al (December 1999).
  23. Preclinical: *Linn RT, Wolf PA, Bachman DL, et al (May 1995).
  24. Perneczky R, Pohl C, Sorg C, Hartmann J, Komossa K, Alexopoulos P, Wagenpfeil S, Kurz A (2006).
  25. Arnáiz E, Almkvist O (2003).
  26. Kazui H, Matsuda A, Hirono N, et al (2005).
  27. Rapp MA, Reischies FM (2005).
  28. Spaan PE, Raaijmakers JG, Jonker C (2003).
  29. 29,0 29,1 Craig D, Mirakhur A, Hart DJ, McIlroy SP, Passmore AP (2005).
  30. Robert PH, Berr C, Volteau M, Bertogliati C, Benoit M, Sarazin M, Legrain S, Dubois B (2006).
  31. Palmer K, Berger AK, Monastero R, Winblad B, Bäckman L, Fratiglioni L (2007).
  32. 32,0 32,1 32,2 32,3 32,4 Förstl H, Kurz A (1999).
  33. Carlesimo GA, Oscar-Berman M (June 1992).
  34. Jelicic M, Bonebakker AE, Bonke B (1995).
  35. 35,0 35,1 35,2 Frank EM (September 1994).
  36. Becker JT, Overman AA (2002).
  37. Hodges JR, Patterson K (April 1995).
  38. Benke T (December 1993).
  39. Forbes KE, Shanks MF, Venneri A (March 2004).
  40. Galasko D, Schmitt F, Thomas R, Jin S, Bennett D (2005).
  41. Galasko D, Schmitt F, Thomas R, Jin S, Bennett D (July 2005).
  42. Sartori G, Snitz BE, Sorcinelli L, Daum I (September 2004).
  43. Neuropsychiatric symptoms: *Scarmeas N, Brandt J, Blacker D, et al (December 2007).
  44. Honig LS, Mayeux R (June 2001).
  45. Bär M, Kruse A, Re S (December 2003).
  46. Souren LE, Franssen EH, Reisberg B (June 1995).
  47. Berkhout AM, Cools HJ, van Houwelingen HC (September 1998).
  48. Wada H, Nakajoh K, Satoh-Nakagawa T, et al (2001).
  49. 49,0 49,1 Gambassi G, Landi F, Lapane KL, Sgadari A, Mor V, Bernabei R (July 1999).
  50. Hardy J, Allsop D (October 1991).
  51. 51,0 51,1 Mudher A, Lovestone S (January 2002).
  52. Nistor M, Don M, Parekh M, et al (October 2007).
  53. Lott IT, Head E (March 2005).
  54. Polvikoski T, Sulkava R, Haltia M, et al (November 1995).
  55. Transgenic mice:
  56. Holmes C, Boche D, Wilkinson D, et al (July 2008).
  57. Wenk GL (2003).
  58. Bouras C, Hof PR, Giannakopoulos P, Michel JP, Morrison JH (1994).
  59. Hashimoto M, Rockenstein E, Crews L, Masliah E (2003).
  60. Priller C, Bauer T, Mitteregger G, Krebs B, Kretzschmar HA, Herms J (July 2006).
  61. Turner PR, O’Connor K, Tate WP, Abraham WC (May 2003).
  62. Hooper NM (April 2005).
  63. Ohnishi S, Takano K (March 2004).
  64. Hernández F, Avila J (September 2007).
  65. Van Broeck B, Van Broeckhoven C, Kumar-Singh S (2007).
  66. Yankner BA, Duffy LK, Kirschner DA (October 1990).
  67. Chen X, Yan SD (December 2006).
  68. 68,0 68,1 68,2 68,3 68,4 Waring SC, Rosenberg RN (March 2008).
  69. Hoenicka J (2006 March 1-15).
  70. Campion D, Dumanchin C, Hannequin D, et al (September 1999).
  71. Selkoe DJ (June 1999).
  72. Strittmatter WJ, Saunders AM, Schmechel D, et al (March 1993).
  73. Seripa D, Matera MG, Franceschi M, et al (July 2008).
  74. Mendez MF (2006).
  75. Klafki HW, Staufenbiel M, Kornhuber J, Wiltfang J (November 2006).
  76. Dementia: Quick reference guide (PDF).
  77. McKhann G, Drachman D, Folstein M, Katzman R, Price D, Stadlan EM (July 1984).
  78. Dubois B, Feldman HH, Jacova C, et al (August 2007).
  79. Tombaugh TN, McIntyre NJ (September 1992).
  80. Pasquier F (January 1999).
  81. 81,0 81,1 Waldemar G, Dubois B, Emre M, et al (January 2007).
  82. Harvey PD, Moriarty PJ, Kleinman L, et al (2005).
  83. Antoine C, Antoine P, Guermonprez P, Frigard B (2004).
  84. Cruz VT, Pais J, Teixeira A, Nunes B (2004).
  85. Clarfield AM (October 2003).
  86. Geldmacher DS, Whitehouse PJ (May 1997).
  87. Potter GG, Steffens DC (May 2007).
  88. Bonte FJ, Harris TS, Hynan LS, Bigio EH, White CL (July 2006).
  89. Dougall NJ, Bruggink S, Ebmeier KP (2004).
  90. Marksteiner J, Hinterhuber H, Humpel C (June 2007).
  91. Szekely CA, Breitner JC, Zandi PP (2007).
  92. Mediterranean diet:
  93. Vitamins prevent:
  94. Vitamins do not prevent:
  95. Curcumin in diet:
  96. Н. Романов. Болезнь Альцгеймера. Все о нейродегенеративных заболеваниях. Деменция.com (10.2014).
  97. Rosendorff C, Beeri MS, Silverman JM (2007).
  98. Patterson C, Feightner JW, Garcia A, Hsiung GY, MacKnight C, Sadovnick AD (February 2008).
  99. Reiss AB, Wirkowski E (2007).
  100. Kuller LH (August 2007).
  101. Szekely CA, Breitner JC, Fitzpatrick AL, et al (January 2008).
  102. Craig MC, Murphy DG (October 2007).
  103. Mori K, Takeda M (September 2007).
  104. Birks J, Grimley Evans J (2007).
  105. DeKosky ST, Williamson JD, Fitzpatrick AL et al. (2008).
  106. Davanipour Z, Tseng CC, Lee PJ, Sobel E (2007).
  107. Qiu C, Fratiglioni L, Karp A, Winblad B, Bellander T (November 2004).
  108. Shcherbatykh I, Carpenter DO (May 2007).
  109. Rondeau V, Commenges D, Jacqmin-Gadda H, Dartigues JF (July 2000).
  110. Kukull WA, Larson EB, Bowen JD, et al (June 1995).
  111. Santibáñez M, Bolumar F, García AM (2007).
  112. Seidler A, Geller P, Nienhaus A, et al (February 2007).
  113. Rondeau V (2002).
  114. Martyn CN, Coggon DN, Inskip H, Lacey RF, Young WF (May 1997).
  115. Graves AB, Rosner D, Echeverria D, Mortimer JA, Larson EB (September 1998).
  116. Verghese J, Lipton RB, Katz MJ, et al (June 2003).
  117. Bennett DA, Schneider JA, Tang Y, Arnold SE, Wilson RS (2006).
  118. Bialystok E, Craik FIM, Freedman M (2007).
  119. Geula C, Mesulam MM (1995).
  120. Stahl SM (2000).
  121. Lipton SA (2006).
  122. Areosa Sastre A, McShane R, Sherriff F (2004).
  123. Raina P, Santaguida P, Ismaila A, et al (2008).
  124. Используемые антипсихотики:
  125. 125,0 125,1 Ballard C, Hanney ML, Theodoulou M, Douglas S, McShane R, Kossakowski K, Gill R, Juszczak E, Yu L-M, Jacoby R (9 January 2009).
  126. 126,0 126,1 126,2 Practice Guideline for the Treatment of Patients with Alzheimer’s disease and Other Dementias (PDF).
  127. The MetLife study of Alzheimer’s disease: The caregiving experience (PDF).
  128. Thompson CA, Spilsbury K, Hall J, Birks Y, Barnes C, Adamson J (2007).
  129. Schneider J, Murray J, Banerjee S, Mann A (August 1999).
  130. Murray J, Schneider J, Banerjee S, Mann A (August 1999).
  131. Gitlin LN, Corcoran M, Winter L, Boyce A, Hauck WW (February 2001).
  132. Gitlin LN, Hauck WW, Dennis MP, Winter L (March 2005).
  133. Treating behavioral and psychiatric symptoms.
  134. Dunne TE, Neargarder SA, Cipolloni PB, Cronin-Golomb A (2004).
  135. Dudek, Susan G. Nutrition essentials for nursing practice.
  136. Medical issues:
  137. Shega JW, Levin A, Hougham GW, et al (April 2003).
  138. Bowen JD, Malter AD, Sheppard L, et al (August 1996).
  139. Dodge HH, Shen C, Pandav R, DeKosky ST, Ganguli M (February 2003).
  140. 140,0 140,1 Ganguli M, Dodge HH, Shen C, Pandav RS, DeKosky ST (May 2005).
  141. Bonin-Guillaume S, Zekry D, Giacobini E, Gold G, Michel JP (January 2005).
  142. Meek PD, McKeithan K, Schumock GT (1998).
  143. Allegri RF, Butman J, Arizaga RL, et al (August 2007).
  144. Suh GH, Knapp M, Kang CJ (August 2006).
  145. Garrard P, Maloney LM, Hodges JR, Patterson K (February 2005).
  146. Sherman FT (September 2004).
  147. Hungary legend Puskas dies at 79.
  148. Prime Ministers in History: Harold Wilson.
  149. «Mi padre no reconoció al Rey pero notó el cariño».
  150. Peter Falk leidet an Alzheimer (нем.
  151. Chicago Rita Hayworth Gala.
  152. Charlton Heston has Alzheimer’s symptoms.
  153. Pauli Michelle.
  154. Iris.
  155. Bayley John.
  156. The notebook.
  157. Sparks Nicholas.
  158. Nae meorisokui jiwoogae.
  159. Thanmathra.
  160. Ashita no kioku.
  161. Ogiwara Hiroshi.
  162. Munro Alice.
  163. Malcolm and Barbara:

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урыҫ телендә:

  • Ю. Г. Каминский, Е. А. Косенко «Популярно и не очень о болезни Альцгеймера» Либроком, 2009 г., 136 стр. ISBN 978-5-397-00194-6
  • Билл Грант «Старческое слабоумие. Болезнь Альцгеймера и другие формы.» Alzheimer’s Disease. A Carer’s Guide Серия: Советы врача Норинт, 2003 г., 80 стр. ISBN 5-7711-0161-3

Инглиз телендә:

«Guidelines for managing Alzheimer’s disease: Part I. Assessment». American Family Physician 65 (11): 2263—2272. PMID 12074525.

«Guidelines for managing Alzheimer’s disease: Part II. Treatment». American Family Physician 65 (12): 2525—2534. PMID 12086242.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]