Гиресунспор
Гиресунспор | |
Нигеҙләү датаһы | 1967 |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Главный тренер | Hakan Keleş[d] |
Лигала уйнай | Чемпионат Турции по футболу[d] |
Йорт стадионы | Giresun Atatürk Stadium[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Гиресун[d], Төркиә |
Спорт төрө | Футбол |
Рәсми сайт | giresunspor.com.tr |
Категория игроков команды | Категория:Игроки ФК «Гиресунспор»[d] |
![]() |
Гиресунспор (төр. Giresunspor) — төрөк Гиресунспор ҡалаһы футбол клубы, әлеге ваҡытта Беренсе лигала уйнай, Төркиә футбол лигалары системаһында икенсе урында тора. Команда өйҙәге матчтарын яҡынса 28 000 тамашасыны һыйҙырған Гиресун Ататөрк стадионында үткәрә.
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башта «Гиресунспор» 1925 йылда Фәүзи һәм Фаруҡ Бейҙәр тарафынан «Билалспор» клубына ҡаршы ярышыусы итеп нигеҙләнә. Клубы һары-күк төҫтә сығыш яһай. Клуб спортсылары футболдан тыш еңел атлетика һәм һыу спорты төрҙәре менән шөғөлләнә. Яңы законға ярашлы, «Гиресунспор» 1941 йылдың 28 мартында үҙе йәшәүен туҡтатырға мәжбүр була[1].
26 йылдан һуң, 1967 йылда, клуб тергеҙелә. Ул урындағы ҡайһы бер командалар менән берләшә һәм улар араһындағы «Ешильтепеспор» командаһының аҡ-йәшел төҫөн ала. «Гиресунспор» башта Икенсе лигаға индерелә һәм дүрт йылдан һуң Беренсе лигаға сыға. 1975/76 миҙгеле клуб тарихында әле лә иң уңышлы миҙгел булып ҡала. «Гиресунспор» баш тренер Каптан Тамер етәкселегендә Беренсе лиганың алтынсы урынын биләй. Ә инде киләһе миҙгелдәге чемпионатта таблицаның һуңғы урынын биләй һәм Беренсе лиганан сығарыла. Шул ваҡыттан башлап «Гиресунспор» төп төрөк футбол лигаһында уйнамай. Бынан тыш, алдағы йылда Икенсе лиганың Ҡыҙыл төркөмөндә арттан икенсе урынды биләп, Өсөнсө лигаға төшә. Шул ваҡыттан алып «Гиресунспор» Төркиә футбол системаһында башлыса икенсе һәм өсөнсө лигала ғына уйнай[1].
2016/17 миҙгелендә «Гиресунспор» Беренсе лигала Суперлигаға сығыу өсөн плей-оффта уйнай һәм ундағы ике уйын һөҙөмтәһе буйынса ярымфиналда «Эскешәхәрспор» командаһынан еңелә.
Дәғүәселәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Гиресунспор» клубының иң принципиаль дәғүәсеһе булып күрше Орду ҡалаһының «Ордуспор» командаһы тора. Шулай уҡ «Ризеспор» командаһы менән дә ул шулай уҡ ҙур конкуренцияла тора. Бөтә был клубтар Ҡара диңгеҙ яры буйында урынлашҡан ҡалаларҙа төпләнгән, шуға күрә улар араһындағы матчтарҙы «Ҡара диңгеҙ ярыштары» тип йөрөтәләр[2].
Стадион[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Гиресунспор стадионы яҡынса 19 750 самаһы тамашасыны һыйҙыра. Тамашасылар өсөн 12 000 пластик ултырғыс йыһазландырылған. Арена ҡала үҙәгенән көнбайышта урынлашҡан һәм уның менән яр буйы урамы менән тоташҡан. Хәҙерге Төркиәгә нигеҙ һалыусы хөрмәтенә стадион Мостафа Кәмал Ататөрк исеме менән аталған. 2009/2010 йылдар миҙгелендә стадион реконструкциялана. Тамашасылар өсөн ултырғыстар көньяҡ трибунала ҡуйыла. Артабан стадионды модернизациялау ваҡытында 2012 йылда прожекторҙар системаһы төҙөлә.
Ағымдағы составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2018 йылдың 2 ноябренә ҡарата. Сығанағы: уйынсылар исемлеге transfermarkt.com
|
|
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Kulübümüz Hakkında 2019 йылдың 7 ғинуар көнөндә архивланған.Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «giresunspor.com» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән - ↑
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Официальный сайт клуба «Гиресунспор» Ҡалып:Tr icon
- Профиль клуба на soccerway.com (инг.)
- Профиль клуба на сайте Турецкой футбольной федерации (инг.) Ҡалып:Tr icon