Гнутов Василий Петрович
Гнутов Василий Петрович | |
Файл:Гнутов Василий Петрович.jpg Гнутов Василий Петрович | |
Тыуған көнө: |
25.08.1911 |
---|---|
Тыуған урыны: |
Волгоград өлкәһе Нижне-Чирский районы Сизов утары |
Вафат булған көнө: |
20.06.1999 |
Вафат булған урыны: |
<!— --> |
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы |
Жанр: |
проза |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
русса |
Василий Петрович Гнутов (1911 йылдың 25 авгусында тыуа, Волгоград өлкәһе Нижне-Чирский районы Сизов утары) — яҙыусы, Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы (1991 йыл). 1999 йылдың 20 июнендә вафат була.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гнутов Василий Петрович 1911 йылдың 25 авгусында Дон Ғәскәре өлкәһе (хәҙерге Волгоград өлкәһе) Нижне-Чирский районы Сизов утарында тыуа. Ул юғары белемле педагог, Ростов педагогия институтының филология бүлеген тамамлаған. Азов һәм Шахты райондары мәктәптәрендә уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, мәктәп директоры булып эшләй, рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.
Репрессияланған.
Василий Петровичтың икенсе һөнәре лә бар. Ул ситтән тороп Краснодар медицина училищеһын тамамлаған. Бер нисә тиҫтә йылдар буйы Красный утары медпунктында фельдшер булып эшләй. 1954—1982 йылдарҙа Аҡсай районында фельдшер-акушер пунктының мөдире була. Ошо осорҙа уның төп әҫәрҙәре яҙыла.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]В. П. Гнутовтың булмышы — әҙәбиәт. Ул бик йәшләй шиғырҙар, хикәйәләр яҙа башлай. Уның ҙур әҙәбиәткә килеү юлы бик ауыр була. Бары тик үҙенең ныҡ эш һөйөүсәнлек һәләте арҡаһында ғына ул ҙур әҙәбиәткә килеп инә. Василий Петрович Гнутов ауыр тормош юлын намыҫ менән үтә. Тормош уны бер ваҡытта ла иркәләмәй. Уның елкәһендә — ГУЛАГ-тың ун йылы. Лагерҙағы ҡаты шарттарҙа ул «Северная тетрадь» тигән шиғырҙар һәм хикәйәләр циклын яҙа.
Василий Петрович күп кенә билдәле әҫәрҙәр яҙыусы кеше. Уның «От помилования отказался» тарихи повесы 1979 йылда яҙыла. Унда автор бөйөк идея өсөн үҙҙәрен һәләкәткә алып барыусы ҡаһарман революционерҙар тураһында, егерме йәшлек дон казагы Василий Генераловтың тормошо хаҡында бәйән итә. 1986 йылда уның «Подвиг Ермака» романы донъя күрә. Был романдың үҙәгендә — Ермактың легендар фигураһы һәм уның исеме менән бәйле казак дружинаһының Себергә походы. Романдағы ваҡиғалар Иван Грозный дәүерен һүрәтләй. Был романды яҙыр өсөн автор дүрт йыл буйына йылъяҙмаларҙы өйрәнә. В. П. Гнутов ҡырҡ йылдан ашыу Дон тарихын, тыуған яғын өйрәнеү менән шөғөлләнә һәм улар тураһында яҙа. «Поэт в краю степей необозримых» (хикәйәләр-эссе) китабында Гнутов А. С. Пушкиндың Донда булыуы тураһындағы картиналарҙы һүрәтләй. Хикәйәләрҙең төп геройы — бөйөк рус шағире А. С. Пушкин. 1820 йылда ул Донда: Таганрогта, Аксайҙа, Новочеркасскиҙа, Старочеркасскиҙа- була. Бында килеү шағирҙең ижадында ҙур эҙ ҡалдыра. А. С. Пушкиндың замандаштары иҫтәлектәренә, шағирҙың әҫәрҙәренә, совет әҙәбиәт өйрәнеүсе ғалимдарҙың хеҙмәттәренә таянып, Василий Петрович Гнутов Пушкиндың Дон еренә сәйәхәте картинаһын дөрөҫ һәм ышанырлыҡ итеп һүрәтләй. 1998 йылда был әҫәрҙең тултырылған, ҡайтанан эшкәртелгән баҫмаһы сыға.
Йыл һайын А. С. Пушкин хөрмәтенә Аҡсай музейында ойошторолған иҫтәлекле байрамда Василий Петрович Гнутовтың был сараға индергән өлөшө бик ҙур.
В. П. Гнутов шулай уҡ тәбиғәт, тыуған яҡ тураһындағы шиғырҙар, хикәйәләр яҙа, педагогия һәм филология буйынса ла мәҡәләләр ижад итә.
Өлкә һәм үҙәк матбуғатта әҫәрҙәрен баҫтыра. Ул күп коллектив йыйнтыҡтарҙа ҡатнаша.
Үлеме алдынан В. П. Гнутов ҙур күләмле «Крутые волны» роман-хроникаһын тамамлай. Был әҫәрендә ул бер казак ырыуының ике быуаттан артыҡ тормошон һүрәтләй.
Һуңғы йылдарын Василий Петрович Аҡсайҙа үткәрә һәм эшләй.
Казак, әҙәбиәтсе, дон яҙыусыһы 1999 йылдың 20 июнендә 88-се йәшендә вафат була.
В. П. Гнутов әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айырым баҫмалары
- Гнутов В. П. От помилования отказался: [повесть о В. Генералове]. — Ростов н/Дону, 1979. — 160с.
- Гнутов В. П. Подвиг Ермака: [исторический роман]. — Ростов н/Дону: Кн. изд-во, 1986. — 246с.
- Василий Гнутов: [рассказы и стихи] // Аксайские мотивы. Стихи и проза. -Ростов на-Дону: Книга, 2003. — С. 71-90.
- Василий Гнутов: [рассказы и стихи] // И вечная любовь моя Аксай…Стихи и проза. — Ростов-на-Дону, 2002. — С. 115—133.
- Гнутов, Василий Петрович. Поэт в краю степей необозримых : [Рассказы-эссе о пребывании А. С. Пушкина на Дону]/ В. П. Гнутов. — Ростов-на-Дону : Ростовское книжное издательство, 1985. — 64 с.
В. П. Гнутовтың тормошо һәм ижады тураһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Жульев В. Грани таланта [о писателе В. П. Гнутове] // Победа.-1991.-24 авг.-С.2.
- Литвинова Г. Легенды и быль о Ермаке: [отрывок из очерка В. Гнутова «Подвиг Ермака»] //Победа. — 1998. −18 февраля. — С. 3.
- Трущелев Ю. Затворник с хутора Красный: [95-летие со дня рождения В. П. Гнутова] //Победа. — 2006. — 2 сентября. — С. 11.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Край родной: Хрестоматия. Сост. Небратенко В. Б., Яцык В. Д. — М.: «БАО-ПРЕСС»; Ростов н/Д: "Издательство БАРО-ПРЕСС, 2003. — 368 с. ISBN 5-89886-074-6
- Дон литературный. Писатели России. Шолоховский край. XIX—XXI вв.:справ. изд., Сост. Губанов Г. — Ростов н/Д, 2006. — 512 с. ISBN 5-481-00623-5