Эстәлеккә күсергә

Голи-Оток

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Голи-Оток
хорв. Goli otok
Яланғас утрауҙың материктан кңренеше.
Яланғас утрауҙың материктан кңренеше.
Характеристики
Майҙаны4,7 км²
Иң бейек нөктәһе83 м
Халҡы0 чел. (2014)
Урынлашыуы
44°50′25″ с. ш. 14°49′20″ в. д.HGЯO
АкваторияАдриатик диңгеҙ
ЖупанияПриморско-Горанская жупания
Хорватия
Красная точка
Голи-Оток
 Голи-Оток Викимилектә

Ҡалып:Необитаемые острова по странам

Голи-Оток (хорв. Goli otokGoli otok — Яланғас утрау) — Адриатик диңгеҙҙең хорват өлөшөндәге, майҙаны яҡынса 4,7 квадрат километр булған, Хорватияның көнбайышында, Велебитск ҡултығының Истрия ярымутрауынан кнөсығышта, Раб, Свети-Гргур һәм Првич уртапуҙары араһында урынлашҡан. Утрау атамаһы «Яланғас утрау» тип тәржемә ителә.

Комплекстың бер өлөшө
1991 йылдағы элекке административ бина.
Голи-Оток утрауы картаһы
Голь-Оток утрауының төньяҡ өлөшөндә

«Голи-Оток» сәйәси лагеры 1949 йылда Югославия коммунистар партияһы (КПЮ) һәм Югославяи федератив халыҡ республикаһы (ФНРЮ) күрһәтмәһе буйынса сәйәси тотҡондар өсөн төҙөлә. Шул уҡ йылда тәүге тотҡондар килтерелә. 1956 йылда Свети-Гргур лагерындағы кеүек, бынан да тотҡондар сығарыла, ә утрау Хорват Социалистик республикаһына (СРХ) тапшырыла.

Утрауҙа даими йәшәгән халыҡ юҡ. Беренсе донъя һуғышы барышында Австро-Венгрия бында Көнсығыш фронттан әсиргә алынған рус һалдаттарын урынлаштыра.

Лагерҙы ойоштороуҙа генерал Краячич Стево һәм Титоның уң ҡулы — Эдвард Кардель әүҙем ҡатнаша.

1949 йылдан Яланғас һәм күрше Свети-Гргур утрауына сәйәси тотҡондар: Титоға ҡаршы булыусылар, сталинистар, усташи, четники, монархистар, Югославия короллеге эшмәкәрҙәре ебәрелә. Тотҡондар араһында һуғышҡа тиклем үк коммунист булған һәм ҡаршылыҡ геройҙары бихисап була.

Яланғас утрауҙа — ирҙәр, ә күрше Свети-Гргур утрауында ҡатын-ҡыҙҙар лагеры урынлаша.

Лагерь 1988 йылда эшләүен туҡтата, ә 1989 йылда тулыһынса ябыла.

Бөгөн утрауҙарға туристар һәм Раб утрауынан көтөүселәр генә килә.

Билдәле тотҡондар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Барешич Миро
  • Владо Дапчевич
  • Александр Попович
  • Венко Марковски
  • Борислав Михиз Михайлович
  • Мичунович Драголюб
  • Драгослав Михаилович
  • Йованович Милюша
  • Шабан Байрамович
  • Петр Комненич
  • Йоле Станишич
  • Доброслав Парага[1]
  • Алия Изетбегович