Горшечников Анатолий Васильевич
Горшечников Анатолий Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 5 апрель 1940 (84 йәш) |
Тыуған урыны | Фёдоровка, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Горшечников Анатолий Васильевич (5 апрель 1940 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, «Башагроснаб» республика концены генераль директоры, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Горшечников Анатолий Васильевич 1940 йылдың 5 апрелендә Башҡорт АССР-ының Фёдоровка районы Фёдоровка (Фёдоровка районы) ауылында тыуған. Милләте буйынса мордвин, юғары белемле — 1965 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1957 йылда тыуған колхозында тракторсы булып башлай. 1965 йылда ауыл хужалығы институтын тамамлағас, Нуриман районы «Сельхозтехника» берләшмәһендә яңы техника ҡабул итеү буйыеса инженер булып эшләй. 1966—1986 йылдарҙа БАССР-ҙың Госкомсельхозтехника берләшмәһенең өлкән инженеры, бүлек мөдире, тәьминәт бүлеге идараһында белгес, рәйес урынбаҫары булып эшләй. 1986—1993 йылдарҙа Госагропром рәйесе урынбаҫары, «Башагроснаб» республика концены генераль директоры. [1]
Ҡырмыҫҡалы районы 221-се Боҙаяҙ һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы.[2]
Өйләнгән, ҡыҙы һәм улы бар.
Ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104