Эстәлеккә күсергә

Гранд Отель (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Дондағы Ростовта Гранд Отель
Ил Рәсәй
Урыны Ростов өлкәһе, Дондағы Ростов ҡалаһы
Нигеҙләүсе Александр һәм Александра Петровтар
Бөгөнгө хәле емертелгән

Дондағы Ростов ҡалаһындағы Гранд Отель — Ростов өлкәһенең Дондағы Ростов ҡалаһындағы элекке отель. 1911 йылда янған.

Кузнецов Гранд-отеле
Оло баҡса урамындағы Гранд-отель

Гранд-Отель бинаһы (икенсе хужаһы Николай Кузнецов исеме буйынса Кузнецов ҡунаҡханаһы) XIX быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән һәм Дондағы Ростовтың Оло Баҡса урамы менән Таганрог проспекты (хәҙерге Буденный проспекты) киҫешкән урындың төньяҡ-көнсығыш мөйөшөндә урынлашҡан. Ҡунаҡхананың беренсе хужаһы Левтуновский була. Был бина боронғо Ростовтың иң матур өс ҡатлы кирбес йорто була.

Оҙаҡ ваҡыт Александра һәм Александр Петровтарҙың табыш йортонда урынлашҡан Гранд-Отель ҡаланың төп ҡунаҡханаһы тип иҫәпләнә. Унда ғәҙәти коммивояжерҙар һәм мануфактурасылар, ҡыйбатлы еңел холоҡло ҡатындар һәм сит ил кешеләре туҡтай торған булған.

Йорт янында баҡса, күп террасалар, верандалар һәм галереялар була. Йорт электр менән яҡтыртыла, унда ресторан, уҡыу залы, телефондар, душтар, ванналар була. Беренсе ҡаттың сауҙа рәттәрендә фирмалар һәм оҫтаханалар: Бахсимьянцтың шарап баҙҙары, Павловский магазины, галантерея тауарҙары магазины, «Парижский Ювелир» зәргәр магазины, Марк Миесировтың сәғәт магазины урынлаша. 1904 йылда Таганрог округ суды канцелярияһы күсмә сессиялар өсөн йорттоң бүлмәләрен ҡуртымға ала. Икенсе һәм өсөнсө ҡаттарҙа ҡунаҡхананың, хаҡы бер һумдан башлап һәм күберәк торған, 60 номеры була.

1883 йылдың 23 ғинуарында ҡунаҡханала йөрәге ярылауҙан уның беренсе хужаһы Левтуновский үлә, ә ошо уҡ йылдың 21 мартында ҡаты ауырыуҙан һуң Ростов опереттаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Григорий Вальяно вафат була.

Ростовтың криминаль тормошо ла шулай уҡ отелгә ҡағыла. Бында Ростовтың «Сонька Золотая Ручка»һы — Софья Гофман булғылай. Ханым ҡунаҡхананың бикләнмәгән номерҙары буйлап йөрөй һәм унда тороусыларҙың шәхси әйберҙәрен алып китә. Әгәр уны күреп ҡалһалар, ул аҙашҡан сит ил кешеһе булып ҡылана. 20-се йылдарҙа Софья Гофманды Медик һәм Рейка[1] банда ағзалары атып үлтерә. Совет сценарисы һәм драматургы Николай Федорович Погодин үҙе яҙған «Аристократы» пьесаһына Гофман прототибын алған.

1911 йылдың 16 мартынан «А. Л. Шавгулидзе и Ко» фирмаһы ҡунаҡхана хужаһы була. 1911 йылдың 11 июлендә йортта янғын сыға, уны биш көн буйына һүндерәләр[2]. Янғын шул тиклем көслө була, хатта Пустовойтов йортонда (хәҙерге Үҙәк универмаг — ЦУМ) Баҡса урамы яғынан быялалар ярылып бөтә. Ҡунаҡхана йорто тулыһынса янып бөтә. Шуның менән «Гранд-Отель»ҡунаҡханаһы тарихы тамамлана.

Совет власы йылдарында ҡунаҡхана урынында бер ҡатлы йорт төҙөлә. Унда Дондағы Ростовта һәм Нахичевандә иң ҙур магазин булған Берҙәм эшсе-крәҫтиән ҡулланыусылар йәмғиәте (ЕПО) магазины эшләй, ул тауар әйләнеше буйынса РСФСР-ҙа өсөнсө урынды биләй.

30-сы йылдарҙа ЕПО был урында күп ҡатлы торлаҡ йорт төҙөү маҡсатында емертелә. Әммә Бөйөк Ватан һуғышы үҙ төҙәтмәләрен керетә. Төҙөлөш һуғыштан һуң, 1949 йылда башлана. Яңы йорттоң архитекторы Г. А. Петров, ул элек Юғары Партия Мәктәбе (хәҙер Таможня Академияһы) йортон һәм Ростов циркын төҙөгән. 1951 йылда, төҙөлөш тамамланғас, бинала «Алтын Башаҡ» кондитер магазины урынлаша.

Хәҙерге ваҡытта Гранд-Отель урынында төҙөлгән дүрт ҡатлы йортта күп һандағы магазиндар урынлашҡан.

  • Фима Жиганец «Блатной Ростов — 1930-е годы»;
    * Статья «Ванька Медик, бандитский король Ростова-папы» с сайта http://rslovar.com;
    * Статья «Ростовское на Дону Единое Потребительское Общество (Е. П. О.)» с сайта http://forum.fox-notes.ru;
    * Статья «Дом Пустовойтова» с сайта www.rostovbereg.ru;
    * Статья «Половину Ростова отстроил!» с сайта www.donvrem.dermartology.ru;
  • Есаулов Г. В., Черницына В. А. «Архитектурная летопись Ростова-на-Дону»;
  • Л. И. Усачёва, «Ростов-на-Дону в прошлом и настоящем»;
  1. Ванька Медик, бандитский король Ростова-папы 2017 йыл 1 апрель архивланған.
  2. Пожар в Гранд-Отеле