Эстәлеккә күсергә

Грековтың айырым йорто (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Грековтың айырым йорто
Нигеҙләү датаһы 1820
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Таганрог
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта

Греков йорто — Таганрог ҡалаһы үҙәгендә XIX быуат уртаһында классицизм стилендә башҡарылған йорт Урындағы әһәмиәткә эйә булған мәҙәни мираҫ объекты[1].

Греков йорто Таганрог ҡалаһында классицизмдың иң яҡшы өлгөһө. Йорт ҡала усадьба йортоноң типик миҫалы булып тора. Портигы коринф ордерының алты колоннаһына таяна, улар ҡорос рәшәткә менән тоташҡан һәм бельэтаждың балконын булдыра. Һәр колоннаға фасадтағы пилястра тап килә. Төп ишеге үҙәктә түгел, был фасадының етешһеҙлеге булып тора[2].

Айырым йорт Д. Е. Грековтың улы 1787—1791 йылғы рус-төрөк һуғышы, 1805—1807 йылғы Наполеон һуғышы, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы Д. Е. Греков өсөн төҙөлә. Архитектураһы шул ваҡыт өсөн хас була: тыҡрыҡ буйынса оҙон фасадының ете тәҙрәһе була, төп инеү ишеге ихата яғында урынлаша.

Өс йыл үткәс Т. Д. Грековтың улы тыуа, ул һуңынан казак генералы була. 1831 йылда Тимофей Дмитриевич улына бай мираҫ ҡалдырып вафат була. Грековтарҙың йорто яйлап сүгә башлай, 1840 йылда йәш гвардия корнеты, Николай Греков йортто капиталь ҡороуҙы планлаштыра һәм шул маҡсатта күсемһеҙ милкен залогҡа һалып кредит ала. Үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң йорт яңы төҫ ала. Ул һуңғы ампир стилендә башҡарыла.

Нәҫелдән килгән имениеларҙың сығымы килеменән артып китә. Греков кредитты түләй алмай, шуға күрә 1876 йылда Император Ғәли йәнәптәре Александр Икенсенең отставкалағы корнет Николай Грековтың Донецк, Миус һәм Таганрогтағы имениелары һәм күсемһеҙ милке өҫтөнән бағыусылар тәғәйенләү тураһында указы сыға. Дәүләт Банкының Таганрог бүлексәһендә алынған кредитты ҡайтарыуҙың тотҡарланыуы менән бәйле Таганрог полицмейстеры эш ҡуҙғата.

Грековтың имениелары өлөшләтә һатыла, Тагарогтағы йортон сауҙагәр Яков Хлытчев һатып ала. 1898 йылдан уның баһалау хаҡы 3000 һум тәшкил итә. 1906 йылда Греков йорто Сандра Шилгова милкенә күсә, баһалау хаҡы 6300 һумға арта. Һуңғы хужалары булып 1911 йылдан алып революцияға тиклем Карл Фердинандович Юнг һәм Софья Ефимовна Броневская була. Йорт инде 20 000 һумға баһалана. Бинаның күп хужалары йортто ҡуртымға тапшыра[3].

Совет власы осоронда йорт национализациялана, һәм уны ҡулланыусылар кооперацияһының күргәҙмә әсбаптар оҫтаханаһына, һуңынан ебәкселектең тәжрибә станцияһына (1922—1924 йылдар) тапшыралар. Һуңынан бинала коммуналь фатирҙар урынлаша. Эсендә бүлкәләр ҡуйыла, яңы инеү урындары эшләнә, һылап эшләнгән кәрниз һәм түбә фәрештәләре алып ташлана. Йорт Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында дошман авиацияһы һөжүменән зыян күрә. 1994 йылда ҡоролманы «Донинвест» банкы филиалы ҡуртымға ала. «Спецпроектреставрация» проекты буйынса реставрация эштәрен банк финанслай, шуның арҡаһында бина яңынан тәүге үҙ ҡиәфәтен ала[2].

  1. г.Таганрог (ОКН регионального значения). Часть 2. Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 28 февраль 2017.
  2. 2,0 2,1 Русский классицизм. Rostov Region. Дата обращения: 28 ғинуар 2017.
  3. Дом 121. Исторический Таганрог. Дата обращения: 28 ғинуар 2017. 2019 йыл 18 апрель архивланған.