Григорьев Виктор Михайлович (астрофизик)
Григорьев Виктор Михайлович (астрофизик) | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 12 ғинуар 1939 (85 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Уҡыу йорто | Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Ойошма ағзаһы | Комиссия по борьбе с лженаукой и фальсификацией научных исследований[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Григорьев Виктор Михайлович (12 ғинуар 1939 йыл) — ҡояш физикаһы һәм астрофизика приборҙары эшләү өлкәһендәге белгес, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2000).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Виктор Михайлович Григорьев 1939 йылдың 12 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа.
1962 йылда Ҡазан дәүләт университетының астрономия факультетын тамамлай[1]
1962 йылдан СССР Фәндәр академияһы Себер бүлексәһенең Себер ионосфера һәм радиотулҡындар таралыу магнетизмы институтында (хәҙер ул — Рәсәй Фәндәр академияһының Себер бүлексәһе, Иркутск) эшләй. Өлкән лаборанттан алып бүлек мөдиренә (1986 йылдан) һәм директор урынбаҫарына (1991 йылдан) тиклем хеҙмәт юлы үтә.
2000 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре ҡояштың дөйөм магнит ҡырының тәбиғәтен һәм уның үҙгәреүсәнлеген өйрәнеү, әүҙем өлкәләрҙең көслө магнит ҡырҙарының барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше проблемалары менән бәйле
Ҡояштың дөйөм магнит ҡырының һәм уның структураһының яңы һан һәм сифат характеристикаларын билдәләй. Тәүге тапҡыр ҡояштың поляр өлкәләрендә магнит ҡыры векторын үлсәй. Ҡояштың магнит ҡырының үҙгәрешен, ҙур масштаблы структураны һәм фон магнит ҡырының динамикаһын тикшеренеүҙәр ҡояш магнетизмы тәбиғәте тураһында күҙаллауҙарҙы киңәйтә.
Көслө магнит майҙандарын өйрәнеү өлкәһендә бер нисә фундаменталь һөҙөмтәләргә өлгәшә. Тәүге тапҡыр әүҙем өлкә барлыҡҡа килгәндә магнит ҡыры векторын туранан-тура үлсәүҙәр менән ҡояш өҫтөнә магнит ағымы көпшәһенең ҡалҡыуын иҫбатлай.
Коллегалары менән берлектә ҡояш һүрәтенең иң мөһим параметрҙарының береһенә мониторинг үткәреү өсөн астрофизик үлсәүҙәр үткәреү ысулын тәҡдим итә. «Физика солнечных процессов и явлений и создание новых методов их изучения» фәнни мәктәбенең лидеры.
Фәнни-ойоштороу эшмәкәрлектә ҡатнашыуы
- «Астросоветтың ҡояшлы ҡоралдары» эшсе төркөмө һәм Рәсәй Фәндәр академияһының «Ҡояш — Ер» ғилми советы рәйесе
- Астрономия буйынса Рәсәй Фәндәр академияһы Ғилми советының «Ҡояш» секцияһы ағзаһы, Йыһан буйынса Рәсәй Фәндәр академияһы Ғилми советының «Физика плазмы и солнечно-земные связи» секцияһы ағзаһы
- РФА Себер бүлексәһенең физика-техник фәндәр буйынса Берләштерелгән ғилми советы ағзаһы
- Халыҡ-ара астрономия союзы, Халыҡ-ара оптика йәмғиәте ағзаһы (SPIE)
- Ялған фәнгә һәм ғилми тикшеренеүҙәрҙе боҙоп күрһәтеүгә ҡаршы көрәш комиссияһы ағзаһы (2013 йылдан)
Төп баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вспышка 23 сентября 1998 года: Новые аргументы в пользу модели CSHKP // Исследования по геомагнетизму, астрономии и физике Солнца. 2000. Вып.113. С.120-126 (в соавт.)
- Структура супергрануляции активной области и формирование волокон // Активные процессы на Солнце и звездах. СПб., 2002. С.32-35
- Стоксометрические наблюдения общего магнитного поля Солнца: Возможности проявления сильных мелкомасштабных магнитных полей // Астрон. журн. 2005. Т.82, N 7. С.628-636 (в соавт.)
- Эволюция волокна, связанная с изменением магнитного поля сложной активной области // Там же. 2006. Т.83, N 5. С.1-11 (в соавт.).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Наука в Сибири. 2000. № 22.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы (1999) — Ватан фәнен үҫтереүгә һәм квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн[2]
- Почет ордены (2006) — Хеҙмәт уңыштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн.[3]
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Почет грамотаһы (2014) — Хеҙмәттә өлгәшелгән уңыштары, гуманитар өлкәләге ҡаҙаныштары, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн[4]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ [Составитель Е. Г. Водичев и др. Российская академия наук. Сибирское отделение: Персональный состав / В. М. Фомин. — Новосибирск: Наука, 2007. — С. 354—355. — 601 с. — ISBN 978-5-02-032106-9.]
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 05.04.1999 № 431 . kremlin.ru. Дата обращения: 26 июль 2017.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 20.07.2006 № 730 . kremlin.ru. Дата обращения: 26 июль 2017.
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 23.06.2014 № 193-рп. kremlin.ru. Дата обращения: 26 июля 2017.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Григорьев Виктор Михайлович (астрофизик) РФА рәсми сайтында
- Григорьев Виктор Михайлович (ИС АРАН) . isaran.ru. Дата обращения: 26 июль 2017.
- 12 ғинуарҙа тыуғандар
- 1939 йылда тыуғандар
- Өфөлә тыуғандар
- Ҡазан университетын тамамлаусылар
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән наградланыусылар
- Почёт ордены кавалерҙары
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы менән наградланыусылар
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ғалимдар