Эстәлеккә күсергә

Грузияның Милли картиналар галереяһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡалып:Merge {{merge|Тбилиси Сәнғәт галереяһы}}

Грузияның Милли картиналар галереяһы
груз. ეროვნული გალერეა
Нигеҙләү датаһы 1920
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Тбилиси
Карта
 Грузияның Милли картиналар галереяһы Викимилектә

Грузияның Милли картиналар галереяһы (груз. ეროვნული გალერეა (თბილისი)) — Тбилисиҙа художество музейы, Руставели проспекты, 11.

Грузияның милли музейы Грузияның дәүләт музейҙар селтәренә инә. Һигеҙ күргәҙмә залы, реставрациялау лабораторияһы, ваҡытлыса күргәҙмәләргә өсөн бүлмәләр, уҡыу кластары һәм сувенирҙар магазины бар, уларҙың барыһы ла португал архитектура компанияһы «Arquitectura Ainda» тарафынан төҙөлгән.

Музей коллекцияһында 30 000 тирәһе экспонат бар.

Галерея бинаһы 1888 йылда рус императоры Александр III күрһәтмәһе буйынса архитектор Альберт Зальцман тарафынан төҙөлә[1]. Башта бинаны Рәсәй империяһының Кавказда хәрби уңыштарын демонстрациялау менән хәрби-тарихи музейы итеп ойоштороу планлаштырыла («Дан ҡорамы»). 1914 йылдың 28 ноябрендә музейға Рәсәй императоры Николай II килә. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында экспонаттар эвакуациялана, һәм музей йәшәүҙән туҡтай.

Милли галереяның беренсе күргәҙмәһе 1920 йылдың октябрендә яңы грузин хөкүмәте ваҡытында ойошторола. Күргәҙмә тематикаһы киң була, уға төрлө ваҡыттағы һәм художество йүнәлештәге грузин һәм сит ил әҫәрҙәре инә, был Дмитрий Шеварднадзеның көсөргәнешле эшенең һөҙөмтәһе була, ул Грузияла шул ваҡытта булған күп сәнғәт әҫәрҙәрен йыя. Экспозицияға XVIII һәм XIX быуат грузин портреттары («грузин мәктәбе»), рус, көнбайыш Европа, Иран һәм хәҙерге грузин картиналары инә.

Күргәҙмәнең күп экспонаттарын һаҡлап, һынлы сәнғәт музейы булараҡ Милли галерея ойоштороу мөмкин була.

Бинаның майҙаны сикле була, күп кенә эштәрҙе күргәҙмәгә ҡуйыу мөмкин булмай, шуның менән бәйле галереяны үҙгәртеп ҡороу планы эшләнә. Галереяны етәкләүсе Дмитрий Шеварднадзе уны тарихи урынға — ҡаялағы Метехи ҡәлғәһенә күсереүҙе тәҡдим итә.

1933 йылда ҡала төрмәһен Метехиҙан Ортчалаға күсереүгә ирешелә, ә Метехиҙың тарихи бинаһы Милли художество музейына биреү мөмкин була. 1934 йылда Милли галерея тамашасы өсөн асыҡ була. Совет власы осоронда галерея дәүләттеке була.

1988 йылдың мартында «Сәнғәттәрҙең милли галереяһы» музей-күргәҙмә союзы ойошторола. Хәҙерге сәнғәт музкйы асыла. Элек административ-келәт булған галереяның беренсе ҡатын күргәҙмә галереяһына әйләндерәләр.

1989 йылдың 18 сентябрендә хәҙерге грузин сәнғәт күргәҙмәһе асыла. Әммә 1990 йылдағы сәйәси тотороҡһоҙлоҡ арҡаһында хәҙерге заман сәнғәте музейына эшен туҡтатырға тура килә.

2007 йылда Милли галерея Грузия милли музей структураһына инә. Галереяның төп бинаһы йүнәтелә. 2012 йылда Дмитрий Шеварднадзе исеме бирелә.

Әлеге ваҡытта Галерея Милли музейҙың үҙәк күргәҙмә майҙандарының береһе булып тора, унда ваҡытлы күргәҙмәләр үткәрелә, атап әйткәндә, «ХХ быуат башындағы грузин һынлы сәнғәт әҫәрҙәре» күргәҙмәһе.

Милли галереяһында Грузия

Милли галереяһы (инг.)