Гугушвили Виссарион Паатович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гугушвили Виссарион Паатович
груз. ბესარიონ გუგუშვილი
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Грузия
Тыуған көнө 6 май 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (78 йәш)
Тыуған урыны Тбилиси, Грузия ССР-ы[d], СССР
Атаһы Паата Гугушвили[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Список премьер-министров Грузии[d]
 Гугушвили Виссарион Паатович Викимилектә

Гугушвили Виссарион Паатович (груз. ბესარიონ პაატას ძე გუგუშვილი; 6 май 1945 йыл) — сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, 1991—1992 йылдарҙа Грузияның премьер-министры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Виссарион Паатович Гугушвили Төньяҡ Осетин АССР-ының Орджоникидзе ҡалаһында (Владикавказ|) ғалим ғаиләһендә тыуған.

1967 йылда Тбилиси дәүләт университетын «көнсығыш илдәренең фәне ,Төркиә тарихы», һөнәре буйынса тамамлай. 1970 йылда «инглиз теле һәм әҙәбиәте» һөнәре буйынса Тбилиси сит илдәр теле институтында белем ала. 1971 йылда иҡтисад фәндәре кандидаты дәрәжәһен ала.

1973 йылдан Грузин СССР-ы фәндәр Академияһының ижтимағи фәндәр өлкәһендә ғилми мәғлүмәт Үҙәгенең— тәүҙә иҡтисад бүлеге мөдире, һуңынан — фәнни эштәр буйынса Үҙәктең директор урынбаҫары.

1990 йылдың декабренән Грузин СССР-ы мәҙәниәт министры урынбаҫары булып тора. 1991 йылдың мартынан— Грузия Республикаһының дәүләт кинокорпорация президенты.

1991 йылдың 26 авгусынан[1] Тенгиз Сигуа отставкаға киткәндән һуң, Гугушвили премьер-министр итеп тәғәйенләнә. Хәрби түңкәрелештән һуң Гамсахурдие Звиад менән бергә ҡыуылырға тейеш була һәм 1993 йылдың сентябрь-ноябрь айҙарында власты ҡайтарырға тырышыуҙа ҡатнаша. Гамсахурдия Финляндияға ҡаса, унда сәйәси һыйыныу ала.[2]. Вантаала йәшәй, грузин компьютер шрифты булдырыу менән шөғөлләнә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • ენციკლოპედია „საქართველო“, ტ. 2, გვ. 174, თბ., 2012 წელი.